Абдрахманов Адик Асҡар улы

Абдрахманов Адик Асҡар улы (рус. Абдурахманов Адик Аскарович; 16 ғинуар 1962 йыл19 февраль 2024 йыл[1]) — дирижёр һәм флейтасы. Тынлы ағас музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың 1-се бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (Ленинград, 1983)[2], уҡытыусы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1999)[2]. Силәбе дәүләт филармонияһы ҡарамағындағы Силәбе симфоник оркестрын ойоштороусы, уның художестволы етәксеһе һәм дирижёры, Силәбе дәүләт мәҙәниәт институты профессоры[3]. 2019 йылда Рәсәй Президенты Указына менән 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнә.[4] Силәбе ҡалаһының почётлы гражданы (2017)[5].

Абдрахманов Адик Асҡар улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 ғинуар 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Силәбе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 19 февраль 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Силәбе, Рәсәй
Һөнәр төрө дирижёр
Музыка ҡоралы Флейта
Жанр классик музыка
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Абдрахманов Адик Асҡар улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Адик Асҡар улы Абдрахманов 1962 йылдың 16 ғинуарында Силәбе өлкәһе Силәбе ҡалаһында тыуған.

П. И. Чайковский исемендәге Силәбе музыка училищеһын флейта класы буйынса тамамлай. Артабан Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһын (профессор Г. П. Никитин класы, «оркестр ҡоралдары» һөнәре) һәм М. П. Мусоргский исемендәге Екатеринбург дәүләт консерваторияһын (С. В. Ферулев класы, «опера-симфоник дирижёрлыҡ итеү» һөнәре) тамамлай.

1984—1987 йылдарҙа М. П. Мусоргский исемендәге Санкт-Петербург опера һәм балет театры оркестрында эшләй. 1987 йылдан М. И. Глинка исемендәге Силәбе опера һәм балет театры оркестры солисы һәм дирижёры. Артабан Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында, 1996—1999 йылдарҙа М. П. Мусоргский исемендәге Екатеринбург дәүләт консерваторияһын эшләй.

2003 йылдан Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында ҡыллы, тынлы һәм ҡаҡҡыс оркестр ҡоралдары кафедраһы мөдире була.

1994 йылда фекерҙәш-музыканттар төркөм менән берлектә Силәбе дәүләт филармонияһы ҡарамағында «Классика» камера оркестрын төҙөй[6] һәм уның художестволы етәксеһе һәм дирижёры була.

Абруйлы премиялар лауреаты. 2008 йылда «Алтын скрипка асҡысы» премияһына лайыҡ була[7].

2012 йылда уның етәкселегендә «Классика» камера оркестры «Признание-2012» премияһына эйә була[8].

«Классика» камера оркестры менән бергә Рәсәй ҡалалары, шулай уҡ Швейцария, Австрия, Германия, Словения, Мальта, Латвия, Литва, Эстония, Ҡытай һәм Украинала гастроль менән йөрөй.

Репертуарында камера музыкаһынан тыш, симфоник оркестр музыкаһы (Моцарт, Бетховен, Брамс, Чайковский, Шостакович), шулай уҡ опера спектаклдәре (Моцарттың «Фигаро туйы», Россининың «Севилья цирюльнигы», Доницеттиның «Мөхәббәт эсемлеге», Чайковскийҙың «Евгений Онегин», Вердиның «Травиата» опера спектаклдәре) һәм балеттар (Чайковскийҙың «Аҡҡоштар күле», «Щелкунчик», Прокофьевтың «Золушка», «Ромео һәм Джульетта», Адандың «Жизель», Минкустың «Дон Кихот» балеттары) бар.

Дирижёр күп кенә күренекле музыканттар менән хеҙмәттәшлек итә: Денис Мацуев, Борис Березовский, Элисо Вирсалазде, Зураб Соткилава, Хибла Герзмава, Елена Заремба, Сергей Крылов, Юлиан Рахлин, Сергей Стадлер, Роман Симович, Максим Рысанов, Дмитрий Коган, Алёна Баева, Сергей Накаряков, Александр Бузлов, Борис Андрианов, Фридрих Липс, шулай уҡ Австрия, Англия, АҠШ, Франция, Германия, Көньяҡ Корея, Япония, Мальта музыканттары.

2013 йылдың апрелендә «Молодая Классика» йәштәр камера оркестрын ойоштора. Маэстроның башланғысы менән төбәктә тәүге балалар камера оркестры булдырыла.

2019 йылдан Силәбе дәүләт филармонияһы коллективы тарафынан яңынан булдырылған Силәбе симфоник оркестры менән етәкселек итә[9]


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Светлана Талипова. Умер Адик Абдурахманов — дирижер Челябинского симфонического оркестра. 74.ru (19 февраль 2024). Дата обращения: 19 февраль 2024.
  2. 2,0 2,1 Абдрахманов Адик Асҡар улы «Силәбе» энциклопедияһында
  3. Сотрудники// Челябинский государственный институт культуры [1] 2020 йыл 29 апрель архивланған.
  4. Указ Президента Российской Федерации от 29.04.2019 г. № 199
  5. Абдурахманов Адик Аскарович | Администрация г. Челябинска. cheladmin.ru. Дата обращения: 6 февраль 2018. 2017 йыл 16 декабрь архивланған.
  6. Адик Абдурахманов:«Дирижёр должен быть самым умным». Вечерний Челябинск (18 ғинуар 2012). Дата обращения: 4 ғинуар 2018.
  7. Коэффициент культуры. Южноуральская Панорама (25 июнь 2009).
  8. Лауреаты премии «Признание-2012». Администрация г. Челябинска (10 март 2013). 2019 йыл 4 декабрь архивланған.
  9. Урал-пресс