Абдрафиҡов Морат Вәхит улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы. Ҡыҙылармеец, гвардия рядовойы, икмәк бешереүсе.

Абдрафиҡов Морат Вәхит улы (рус. Абдрафиков Мурат Вахитович) (1908 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы. Ҡыҙылармеец, гвардия рядовойы, икмәк бешереүсе.

Абдрафиҡов Морат Вәхит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1908
Тыуған урыны Мәсетле районы
Һөнәр төрө яугир, хәрби хеҙмәткәр, икмәк бешереүсе
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Морат Вәхит улы Абдрафиҡов 1908 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙендә (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Ауылда башланғыс белем ала. Колхоз эшендә ҡатнаша[1][2][3].

Хәрби хеҙмәте үҙгәртергә

1941 йылда Мәсетле районы хәрби комиссариаты Ҡыҙыл Армия сафына саҡыра. 112-се Башҡорт (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһының 7-се кавалерия корпусында Белорус фронтында хеҙмәт итә[4] Гвардия ҡыҙылармеецы Морат Абдрафиҡов дивизияның армия ялан икмәкханаһында ҡамыр баҫыусы вазифаһын башҡара.

  Дивизия Чернигов, Мозырь һәм Калинковичиға һөжүм иткән осорҙа иптәш Абдрафиҡов ялан армия имәкханаһында (ПАХ) ҡамыр баҫыусы булып хеҙмәт итте. Ул ҡамырҙы дөрөҫ эшкәртте һәм технологик процесты мастер ҡушҡанса үтәп, сифатлы икмәк бешерергә тырышты. Уның сменаһында бешерелгән икмәк бер ваҡыт та яраҡһыҙ булманы, тәләф ителмәне.  

Икмәк бешереү мейестәрен төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан, һәм уның ошо фиҙакәр хеҙмәте хәрби частарҙы туҡтамай икмәк менән тәьмин итеү мөмкинлеген биргән[1][3][5].

Наградалары үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Абдрафиҡов Морат Вәхит улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[6] һәм БР-ҙың Мәсетле районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә