«Үрнәк» (совхоз, Бөрйән районы)


«Үрнәк» совхозы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районындағы ауыл хужалығы ойошмаһы.

«Үрнәк» совхозы (1966)
Тип

совхоз

Нигеҙләнгән йыл

1930

Ябылған йыл

1969

Элекке исеме

«Урал» колхозы (1930)

Урынлашыуы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй ФедерацияһыБашҡортостан Башҡортостан

Тармаҡ

Малсылыҡ

Продукция

ит, һөт

Тарихы үҙгәртергә

«Үрнәк» совхозы 1930 йылда Байғаҙы ауылында «Урал» колхозы булараҡ барлыҡҡа килә. 1934 йылдан — Ворошилов исемендәге колхоз тип йөрөтөлә. 1959 йылдан Сталин исемендәге колхоз (ҡара: «Ҡыҙыл таң» колхозы) составында. 1966 йылда Байғаҙы бригадаһы «Ҡыҙыл таң», ә Яңы Усман ауылы бригадаһы «Алға» колхозынан сыға һәм 2 бригада берләштерелеп, «Үрнәк» совхозы ойошторола.

1969 йылда Бөрйән совхозының Үрнәк бүлексәһе булып ҡала. Бөрйән совхозы бөтөрөлгәс, был бүлексә «Үрнәк» муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятиеһы булып эшләй (2016 йылда бөтөрөлә).

Өҫтәп уҡығыҙ
Яңы Усман ауылы тарихынан[1]

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Бөтә Союз социалистик ярыш еңеүсеһе, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының күсмә Ҡыҙыл Байрағы менән бүләкләнгән

Етәкселәре үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

"Бурзянский" // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 529. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә