Шыршы

(Picea битенән йүнәлтелде)

Шыршы Picea ырыуына ҡараған ылыҫлы ағас[1]. Был ырыуға 35 тирәһе ылыҫлы, мәңге йәшел ҡарағай ғаиләһенә ингән, ағастар бар. Ул ағастар Ерҙең төньяҡ урта климат зонала һәм тайгала үҫә. Шыршы 20 — 60 метр оҙонлоҡтағы ҙур ағас. Ҙурайып үҫкән ағастарҙа ботаҡтар спираль формаһында урынлаша ала, шыршының сатыры конус формаһына оҡшаш. Япраҡтары, йәғни энәләре, шыршы ботаҡтарында спираль рәүешендә махсус төптәрҙә урынлашалар. Әйтеп кителгән энә 4 — 10 йылдан һуң ҡойола, ҡайолғандан һуң төптәре тороп ҡала. Шыршының төп тармыры насар үҫешкән. Уның ян тамырҙары тупраҡтың өҫкө ҡатламына яҡын урынлаша, шуға күрә көслө елдәр ҡайһы саҡта шыршы ағастарын төбө-тамыры менән аҡтарып ташлай.

Шыршы
Йәш шыршы ағасы.
Йәш шыршы ағасы.
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Picea A.Dietr.

Бүлендек таксондар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  18033
NCBI  3328
EOL  14029
GRIN  g:9366
IPNI  31978

Шыршыны ҡайһы бер тәнкәле ҡанатлылар (күбәләк кеүектәр) личинкаларын ашатыу өсөн ҡулланалар.

Ғалимдар көнбайыш Швейцария тауҙарында 9 550 йыллыҡ шыршыны тапҡандар, был шыршы иң ҡарт тере ағастарҙың береһе тигән фараз бар[2].

 
Шыршы тубырсыҡтары

Шыршы яланғас орлоҡто үҫемлектәр вәкиллегенә ҡарай. Шаршы урмандары Рәсәйҙә бик ҙур майҙанды алып тора. Шыршы — күләгәгә сыҙамлы тоҡом. Ул тик туҡлыҡлы матдәләргә бай булған дымлы тупраҡта яҡшы үҫә.

Шыршының иң күп таралған төрө европа шыршыһы, йәки ябай шыршы (Picea abies), ошо төр урта Европала, Финляндияла, бөтә Себерҙе солғап алған, Урал яғынан Рәсәйҙең Европа өлөшөндә таралған.

Көнсығыш Себерҙә, Уралда һәм уларға яҡын территорияларҙа себер шыршыһы (Picea obovata) үҫә.

Кавказда көнсығыш шыршы (Picea orientalis) таралған.

Рәсәйҙең далалы өлөшөндә аҡ шыршы (Picea glauca) үҫә.

Шыршының ҡалған төрҙәре Ҡытайҙа, себерҙә һәм Төньяҡ Америкала осрай.

Ағас материлдары

үҙгәртергә
 
Шыршы таҡтаһы

Шыршы ҡағыҙ етештергәндә мөһим материал булып тора, унан эшләнгән кағыҙ бик сыҙамлы була, сөнки уның уҙағасындағы көпшәләре оҙон. Шыршы тағы ла төҙөлөштә ҡүлланылған ағас булып хисаплана, унан төҙөлөштә ҡулланған материалдар эшләйҙәр (таҡта һ.б.), һәм ағас самолёттарҙа, музыкаль инструменттарҙа ҡулланалар. Шыршынан эшләнгән төҙөлөш материалдары сереп бармай, һәм ағастың үҙендә бөжәктәр булмағанлыҡтан, уны төҙөлөштә ҡулланырға тәҡдим итәләр. Әммә ләкин ул ныҡ сыҙамлы материал түгел, еңел һына.

Аҙыҡ-түлек һәм медицина

үҙгәртергә

Орлоҡтары урман ҡоштарына һәм тейенгә, сысҡанға ем булып тора. Шыршынан медицинала ҡулланылған эфир майҙары һәм шыршы скепидарын етештерәләр.

Элек башҡорттар шыршының сайырын һағыҙ итеп сәйнәгәндәр. Шыршының энәләрендә күп күләмдә С витамины бар.

Башҡа төр ҡулланыу

үҙгәртергә
 
Шыршы энәләре

Шыршының сайырынан канифоль, ағасынан метил спирты, уксус, дегет эшләйҙәр.

Төньяҡ Америкалағы индеецтар шыршының нәҙек тамырҙарынан кәрзин ишкәндәр.

Был ағас ҡышын да йәйен дә йәшел булғас, баҡсасылыҡта (парктарҙа) ултырталар. Юл ситендә ел ҡамау, иген яландарында ҡар тотоу өсөн ултырталар. Яңы йыл байрамында (раштыуа) шыршыны христандар өйгә индереп биҙәйҙәр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә