Мэрилин Монро

(Marilyn Monroe битенән йүнәлтелде)

Мэрили́н Монро; Норма Джин Мортенсон (ингл. Marilyn Monroe, Norma Jeane Mortensоn; 1 июнь 1926 йыл — 5 август 1962 йыл) — Америка кино актёры, йырсы. Уның ҡатнашлығындағы егерме кинокартина прокатҡа 200 млн долларҙан ашыу килем килтерә[1]. Студия системаһы сиктәрендә Монро контракт буйынса «20th Century Fox» киностудияһы менән бәйле була, шуға күрә, 1950-се йылдарҙағы иң күренекле актрисаһы булыуына ҡарамаҫтан, бер үк ваҡытта Голливудта иң аҙ эш хаҡы алған актрисаларҙың береһе була[2].

Мэрилин Монро
Marilyn Monroe
1950-се йылдарҙағы фото
1950-се йылдарҙағы фото
Тыуған көнө

1 июнь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Лос-Анджелес

Вафат көнө

5 август 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (36 йәш)

Вафат урыны

Лос-Анджелес

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

актриса, йырсы , модель

Карьераһы

1947—1962

IMDb

ID 0000054

Рәсми сайт

 Мэрилин Монро Викимилектә

Киң билдәлелекте уға «Ниагара» (1953), «Джентльмендар блондинкаларҙы һайлай» (1953) һәм «Етенсе йыл ашҡыныуы» (1955) фильмындарындағы ролдәре алып килә. Тәнҡитселәрҙең Монро ижадына ҡараштары ҡапма-ҡаршылыҡлы була. Ахмағыраҡ, әммә иҫ киткес сибәр блондикаларҙы уйнаған актриса тамашасылар күңеленә хуш килә. «Джазда тик ҡыҙҙар» (1959) фильмындағы төп ролде башҡарған өсөн Монро «Алтын глобус» премияһына лайыҡ була, «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле — комедия йәки мюзикл» номинацияһында[3]..

Аҙаҡҡы йылдарҙа актрисаның психологик торошо бик тотороҡһоҙ була. «20th Century Fox» студияһы өсөн «Ниҙер булырға тейеш» (1962) аҙаҡҡы фильмдыа төшөп өлгөрмәй[4]. 1962 йылдың 5 авгусында Мэрилин Монро үле килеш табыла, барбитураттар дозаһы арттырылыу арҡаһында вафат булған, вафатының рәсми версияһы — үҙ-үҙенә ҡул һалыу[5][6].

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Норма Джин Мортенсондың тыуыу тураһындағы таныҡлығы

Норма Джин Бейкер 1926 йылдың 1 июнендә Лос-Анджелес ҡалаһында ғаиләлә 3-сө бала булып тыуған. Әсәһе фильмдарҙы монтажлаусы булып эшләгән. Атаһы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

Исеме ул ваҡыттың билдәле актрисалары Норма Толмадж һәм Джин Харлоуға бағышлап бирелгән. Бала сағының күп өлөшө балалар йорттарында үткән.

Уҡыу ваҡытында Джеймс Догерти менән таныша һәм 1942 йылдың 19 июнендә уға кейәүгә сығып, уҡыуын ташлай. 1944 йылдың аҙағында Норма Джин эшләгән заводҡа әрме фотографы килә һәм фото төшөргә тәҡдим итә. Норма Джин риза була.

1946 йылдың авгусында 20th Century Fox студияһынан статистка булып эшләргә тәҡдим ала. Студияла үҙ исемен алмаштырып, Кэрол Линд, Клэр Норман, Мэрилин Миллер исемдәрен ҡарап сығалар, Мэрилин Монро иң килешкәне тип табыла. Монро — әсәһенең ҡыҙ фамилияһы. Карьера төҙөү менән мауығып китә, шуға күрә 1946 йылда никахы тарҡала.

1948 йылдың октябрендә экрандарға «Хористкалар» фильмы сыға. Унда Мэрилин уйнай һәм йырлай. Мэрилин Монро 20th Century Fox студияһы менән ете йыллыҡ контракт төҙөй һәм «Асфальт джунглиҙары» фильмында төшә.

1954 йылда бейсболист Джо Ди Маджоға кейәүгә сыға. Ошо ваҡытта уҡ «Бизнестан яҡшыраҡ — шоу-бизнес» киноһы сыға. Иренең көнләшеүе сәбәпле, был никах та тарҡала. Шуға ҡарамаҫтан, Ди Маджо Мэрилиндың карьераһында мораль ярҙам күрһәтә һәм уны ғүмере буйы ҡурсалай.

1954 йылда Мэрилинға «Иң популяр актриса» исемен бирәләр. 1955 йылда «Мэрилин Монро Продакшнс» корпорацияһы төҙөлөүе тураһында хәбәр итә, үҙе президенты була.

 
Джейн Расселл менән 1953 йылда

Әле 1950 йылда уҡ Мэрилин драматург Артур Миллер менән таныша, әммә юлдары айырыла һәм яңынан 1955 йылда осрашалар. 1956 йылдың 29 июнендә өйләнәләр, ә ике көндән йәһүд туйын үткәрәләр (Артур йәһүд була). Монро аҡыллы тормош иптәше тураһында хыяллана һәм хыялы тормошҡа аша. Был никах иң оҙоно була. Әммә 1961 йылда айырылышалар. Мэрилин балаға уҙа алмай интегә. 1961 йылда Мэрилин буласаҡ президент Джон Кеннеди менән таныша.

1944—1949: Модель булып эшләү һәм кинолағы тәүге ролдәре

үҙгәртергә
 
Норма Джин Догерти һәм Radioplane TDD-2/OQ-3, 1945 йылдың 26 июне

Модель карьераһы башында ваҡыты-ваҡыты менән Жанна Норман исемен ҡуллана, бөҙрә көрән сәстәрен турайта, һуңыраҡ аҡһыл төҫкә буяй. Уның фигураһы пинап (Пинáп, пин-áп (ингл. to pin up — ҡаҙап ҡуйырға, йәғни диуарға ҡаҙап ҡуйыла торған плакат) өсөн ҡулайлыраҡ тип табыла, шуға күрә уның фотолары башлыса рекламаларҙа һәм ирҙәр журналдарында аҫтырыла[7]. Emmeline Snively агентлығы етәксеһе әйтеүенсә, Монро иң амбициялы һәм эшһөйәр моделдәрҙең береһе була, 1946 йыл башына уның фотоһүрәте 33 төрлө журналдарҙың тышлығында була.

Ҡыҙҙың уңыштарына һоҡланып, Снивели 1946 йылдың июнендә актерлыҡ агентлығы менән Монро араһындағы контрактҡа ҡул ҡуя[8]. Paramount Pictures компанияһы продюсерҙары менән уңышһыҙ әңгәмәнән һуң ул 20 Century Fox компанияһы директоры Бен Лайондан саҡырыу ала. Студияның башҡарма продюсеры Дэррил Ф. Занук бының менән килешмәй, әммә Норма дәғүәсе RKO Pictures студияһы менән ҡул ҡуймаһын өсөн уға алты айлыҡ стандарт контракт бирергә кәрәк тип һанай[9]. Контракт 1946 йылдың авгусында үҙ көсөнә инә, тиҙҙән ул Лион менән бергә сәхнә псевдонимын һайлай — «Мэрилин Монро»[10]. Был исемде Лион Бродвей актрисаһы Мэрилин Миллер хөрмәтенә һайлап ала, фамилияһын ҡыҙ үҙе һайлай (әсәһенең фамилияһы)[11]. 1946 йылдың сентябрендә ул Джеймс Догерти менән айырыла[12].

Монро модель булараҡ открытка өсөн фотоға төшә
Мэрилин Монро 1947 йылда. Студия фотографияһы

Контрактының тәүге айҙарында Монро кинола ролдәр ала алмай, буш ваҡыты күп булғанға күрә, ваҡытын актерлыҡ оҫталығына, вокалға һәм бейеүҙәргә өйрәнеүгә бағышлай[13]. Киноиндустрия тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу һәм үҙен танытыу өсөн күп ваҡытын студияла башҡа актерҙарҙы ҡарап үткәрә. 1947 йылдың февралендә уға «Хәүефле йылдар» (1947) һәм «Скудда — эй!» (1948)фильмдарында тәүге ике роль бирелә [14]. Студия уны актерлыҡ оҫталығы төркөмөнә яҙҙыра, һуңғараҡ ул былай тип белдерә: «Дрмала был минең драмала тәүге тәжрибәм булды, бәлки, мин уға өйрәнеп китермен»[15]. Бынан һуң Монро бер ниндәй тәҡдимдәр алмай һәм модель эшенә әйләнеп ҡайта, шулай уҡ студияла ҙур булмаған эштәр башҡара.

Монро актерҙар төркөмөндә уҡыуын дауам итә, октябрҙә ул Беверли-Хиллс театрында ҙур булмаған роль уйнарға тейеш була, әммә постановка билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында тормошҡа ашырылмай. Тиҙҙән журналист Сидней Сколский менән таныша, шулай уҡ ул 20 Century Fox компанияһының башҡарма директоры Джозеф М. Шенк менән дуҫлаша, уның менән яҡын мөнәсәбәттә була һәм 1948 йылдың мартында Джозеф үҙенең дуҫын, «Columbia Pictures» компанияһы етәксеһе Гарри Конды Монро менән контракт төҙөргә күндерә. Тиҙҙән актерлыҡ оҫталығы уҡытыусыһы булған Наташа Литс менән эш башлай һәм Литс 1955 йылға тиклем уның остазы булып ҡала[16]. Киностудияла аҙ бюджетлы «Хористкалар» мюзиклында уйнай (1948), был фильмда уға тәүге тапҡыр төп роль бирелә[17]. Фильмды төшөргән саҡта вокал буйынса уҡытыусы Фред Каргер менән яҡынлаша[18]. Төп роленә һәм «Кисә тыуған» мюзиклындағы (1950) төп ролгә кинопробаларына ҡарамаҫтан, Монро менән контракт оҙайтылмай[19]. «Хористкалар» мюзиклы уңыш ҡаҙанмай[20].

1948 йылдың сентябрендә «Columbia Pictures» компанияһынан киткәс, Монро William Morris актёрлыҡ агентлығы вице-президенты Джонни Хайд менән таныша, тиҙҙән улар араһында яҡын мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килә. Хайд уға өйләнешеү тәҡдимен яһай, әммә Монро баш тарта. Хайд Монроның яңағына һәм ринопластикаһына пластик операция өсөн аҡса түләй, шулай уҡ ағалы-ҡустылы Маркстарҙың «Бәхетле мөхәббәт» фильмында (1949) ҙур булмаған роль тураһында һөйләшә. Бынан тыш, Монро модель булып эшләүен дауам итә, ә 1949 йылдың майында ул яланғас килеш фотоға төшә, уны Том Келли фотоға төшөрә[21].

1950—1952: карьераһының алға китеше

үҙгәртергә
Мэрилин Монро «Асфальт джунглиҙары» фильмында (1950)
Мэрилин Монро «Туҡылдатмай инергә мөмкин» фильмында психик сирле ҡатын ролендә (1952)

Мэрилин Монро 1950 йылда сыҡҡан алты фильмда төшә. «Бәхетле мөхәббәт», «Томагавкҡа билет», «Уң кросс» һәм «Утлы шар» фильмдарында, шулай уҡ юғары баһа алған тағы ике фильмда: Джон Хьюстондың «Асфальт джунглиҙары» фильмында һәм Джозеф Манкевичтың «Барыһы ла Ева тураһында» драмаһында уның эпизодик ролдәре була. [[sfn|Churchwell|2004|pp=59–60}}. Тәүге фильмда ул ҡартайып барған енәйәтсенең Анджела исемле йәш һөйәркәһен уйнай[22]. Экранда биш минут дауамында ғына булыуына ҡарамаҫтан, уның исеме Photoplay журналында телгә алына: «Етди актриса булыр өсөн ул мода днъяһынан кино донъяһына күскән»[22]. «Барыһы ла Ева тураһында» фильмында Монро йәш аңҡау актриса ролен (мисс Казуэлл) башҡара [23].

 
Вествуд зыяратында Мэрилин Монроның төрбәһе

1962 йылдың 4 авгусында үҙ өйөндә үлгән килеш табыла.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
 
Голливудтағы «Дан аллеяһында» Мэрилин Монроның йондоҙо
  • 1960 йылда Мэрилин Монро «Дан аллеяһында» голливуд йондоҙона лайыҡ була.
  • 1960 йылда Мэрилин Монро һәм Радж Капур беренсе тапҡыр икеһе лә «Алтын глобус» премияһына лайыҡ була.
  • Леди Гаганың «Government Hooker», Blue System төркөмөнөң «The Wind Cries (Who Killed Norma Jean)», Марк Эшлиҙың «Marilyn’s Dream», Глена Данцигтың «Who Killed Marylin» һәм Элтон Джондың «Candle in the Wind» йырҙары Мэрилин Монроға бағышланған.
  • 2011 йылда Чикаго ҡалаһында 8 метрлыҡ «Мэрилин мәңгегә» скульптураһы асыла.

Библиография

үҙгәртергә

The Guardian мәғлүмәттәре буйынса, Монро тураһында 300 тирәһе китап, диссертациялар һ. б. яҙылған. Биограф Морис Золотовтың «Мэрилин Монро» китабы үҙе тере саҡта донъя күрә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Marilyn Monroe Dies; Pills Blamed  (инг.), Los Angeles Times, Tribune Publishing (6 августа 1962). 23 сентябрь 2015 тикшерелгән.
  2. Vogel, 2014, с. 11
  3. B джазе только девушки. Awards (ингл.). IMDb. Дата обращения: 31 август 2015.
  4. Wilkerson Tichi, Marcia Borie. Hollywood legends: the golden years of the Hollywood reporter. — Tale Weaver Publishing, 1988. — С. 323.
  5. John Huston. The Legend Of Marilyn Monroe, documentary — Stage 67, 1966.
  6. Spoto, Donald. Marilyn Monroe : the biography. — Eagle Large Print, USA, 1993. — ISBN 9780792717362.
  7. Spoto, 2001, pp. 95–107
  8. Spoto, 2001, pp. 110–111
  9. Banner, 2012, p. 119
  10. Spoto, 2001, pp. 112–114
  11. Spoto, 2001, p. 114
  12. Spoto, 2001, p. 109
  13. Spoto, 2001, pp. 118–119
  14. Spoto, 2001, pp. 120–121
  15. Spoto, 2001, pp. 122–126
  16. Spoto, 2001, pp. 133–134
  17. Churchwell, 2004, p. 59
  18. Spoto, 2001, pp. 141–144
  19. Banner, 2012, p. 148
  20. Summers, 1985, p. 43
  21. Banner, 2012, p. 149
  22. 22,0 22,1 Spoto, 2001, pp. 159–162
  23. Spoto, 2001, pp. 168–170