Harmonia Caelestis («Асмандар гармонияһы») — музыкаль барокко циклы, венгр кенәзе һәм композиторы Пал Эстерхази (1635—1713) ижад иткән 55 дини кантатанан тора. Яҡынса 1700 йылда яҙылып бөтә, 1711 йылда Венала баҫылып сыға. Дини музыкала тәүләп венгр традицияһын булдырыу ынтылышы тип һанала. Цикл шулай уҡ традицион венгр һәм  немец көйҙәрен киң ҡулланыуы менән дә ҡыҙыҡлы[1].

Һәр кантата бер өлөштән тора. Улар солист, хор һәм оркестр өсөн яҙылған,  скрипка, виола, виолон, арфа, фагот, теорба, флейта, торба, орган һәм литавра кеүек музыка ҡоралдарының бай комбинацияһы файҙаланылған. Ҡайһы бер кантаталарҙың оркестрлы прелюдияһы һәм интерлюдияһы  ("соната" һәм "риторнелла" тигән атамалар аҫтында) бар. Хорҙың роле нигеҙҙә гомофон ансамблдәргә ҡайтып ҡала. Икенсе яҡтан, яңғыҙ партиялар роле (йышыраҡ бер тауышлы, дуэттар ҙа бар) кантатанан кантатаға айырыла бара (Ascendit Deus и Saule, quid me persequeris). Ҡайһы бер композициялар строфалы формаға эйә (Ave maris stella), икенселәрендә  соло партиялары менән рипиено, йәғни тутти (Sol recedit igneus, Veni sancte spiritus) сиратлашып килә. XVII  быуатта ижад иткән композиторҙар — Көньяҡ Германиялағы (Кель, Шмельцер), Италия һәм Веналағы (Чести, Бертали, Драги, Циани) замандаштарының   йоғонтоһо күренә.  Шулай уҡ венгр халыҡ мотивтары ла киң ҡулланыла, ә ике кантата (Jesu dulcedo cordium һәм Cur fles Jesu) хатта венгр хоралдарының адаптацияһы булып тора. Артабанғы йөҙ йылда композиторҙар әҫәрҙәрендә венгр халҡының  музыкаль мираҫына ғәмәлдә иғтибар бирелмәй .

 Венгр яҙыусыһы Петер Эстерхазиҙың 2000 йылда сыҡҡан новеллаһы циклдың исеме менән аталған. 

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Szabolcsi, Bence, Chapter IV, The Seventeenth Century, Virginal Literature and Church Music, A Concise History of Hungarian Music (Translated from the Hungarian by Sara Karig and Fred MacNicol, revised by Florence Knepler), Zeneműkiadó, 1955.