Сендреи Юлия
Cендреи Юлия (мадьярса Júlia Szendrey, 29 декабрь 1828 йыл, Кестхей, Венгрия короллеге — 6 сентябрь 1868 йыл, Пешт], Австро-Венгрия) — Венгрия шағиры, тәржемәсе, билдәле венгр шағыры Шандор Петёфиҙың ҡатыны[3][4].
Сендреи Юлия | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Венгрия |
Тыуған көнө | 29 декабрь 1828[1] |
Тыуған урыны | Кестхей[d], Зала[d], Венгрия короллеге, Австрия империяһы |
Вафат булған көнө | 6 сентябрь 1868[1] (39 йәш) |
Вафат булған урыны | Пешт[d], Пешт[d], Венгрия |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Яман шеш |
Ерләнгән урыны | Керепеши[d][2] |
Хәләл ефете | Шандор Петёфи һәм Árpád Horvát[d] |
Балалары | Zoltán Petőfi[d] һәм Árpád Horvát[d] |
Һөнәр төрө | шағир, тәржемәсе, яҙыусы |
Сендреи Юлия Викимилектә |
Биография
үҙгәртергәЮлия Сендреи 1828 йылдың 29 декабрендә Кестхей ҡалаһында дворян ғаиләләре управляющийы ғаиләһендә тыуа. [5][4][3]. Уның әсәһе Анна Галович исемле була. Юлия бай ғаиләләр ҡыҙҙары уҡығын Пешт институтында уҡып белем ала[6]. Ул сит телдәрҙе өйрәнә, фортепианола уйнай, бейергә ярата, тик кисәләр уҙғарырға һәм үҙ талантын күрһәтергә яратмаған. Ул Генрих Гейне, Жорж Санд һәм башҡа шағирҙарҙың китаптарын уҡырға яратҡан[6].
Әҙәбиәт һәм поэзия менән мауыҡҡан ханым булараҡ 1846 йылда Надькаролиҙа осрашҡандан һуң шағир Шандор Петёфиға ғашиҡ була. Ғаиләһе яғынан ҡаршы булыуҙарына ҡарамаҫтан бер йылдан һуң улар Румынияның Ардуд ҡалаһында өйләнешә. 1848-1849 йылғы Венгрия революцияһы башланғас, Петефи армияға китә, ғаиләһен Дебреценға күсерә. Улдары Золтан 1848 йылдың 15 декабрендә тыуа.[4].
Шандор Петёфи һуғыш ваҡытында юғала, һуңынан «һәләк булды» тип иғлан ителә. Был хәбәрҙе Юлия бик ауыр кисерә. Уны эҙләргә Трансильванияға юллана. Ирен табырға өмөт итеп, Төркиәгә инергә һорай, әммә рөхсәт бирмәйҙәр. Өмөтһөҙлөктән, ярҙам һорап, тарихсы Арпад Хорватҡа мөрәжәғәт итә. [6][3]. Улар 1850 йылда өйләнешә, ул ваҡытта был никахты хупламайҙар, яңынан кейәүгә сыҡҡан өсөн стигматизацияға дусар була, шулай уҡ уның үҙ-үҙен тотоуы менән бәйле төрлө имеш-мимештәр йөрөй, был хәбәрҙәрҙе Арань Янош кеүек билдәле шағырҙар яҙып сығара.
Ул үҙенә яҡлау эҙләп кейәүгә сыҡҡандар. Үлгәндән һуң ун йыл үткәс уның ғәйеплеләрҙе фаш иткән көндәлеге тергеҙелә һәм өлөшлөтө нәшер ителә.[7].
Хорват менән никахта дүрт улдары тыуа, ул ваҡытта улы золтан менән мөнәсәбәте боҙола. Йәш егет атаһы Петефи кеүек үҙ тормошо менән йәшәй. Йәш көйө 1870 йылда туберкулёздан үлә.[4]. 1950-се йылдарҙа Сендрей бер нисә шиғыр яҙа, Ганс Христиан Андерсендың бер нисә әкиәтен тәржемә итә.
Ғүмеренең һуңғы йылдары
үҙгәртергәУның икенсе никахы ла фажиғалы була. Уның аналыҡ муйынында яман шеш табалар һәм ул кинәт кенә 1867 йылда ире менән айырыла. Пешта атаһы финанслаған бәләкәй генә фатирға күсә. Көндәлегендә икенсе ире уға тоғро булмауы тураһында яҙа, ире табип киҫәтеүенә ҡарамаҫтан «ғаилә бурысын» үтәүҙе мәжбүр итеүе тураһында яҙа. 1868 йылда ошо кескенә фатирҙа вафат була. Үлем түшәгендә әйттереп атаһына хат яҙҙырта: «Шандор менән бәхетһеҙ буласаҡһың тигән инең. Уның менән булғандағы бәхеттә әлегә тиклем бер ҡатын да татымаған. Мин уның королеваһы инем, ул мине бик яратты, ә мин уны яраттым. Беҙ донъяла иң бәхетле пар инек. Шулай булып ҡалыр инек, әгәр яҙмыш беҙҙе айырмаһа».[4].
Икенсе ирен ғәйепләп яҙған хатты уҡығас, атаһы Хорватҡа ерләүҙә ҡатнаштырмай, үҙе ерләй. 60 йыл үткәс Петефи башҡа ғаилә ағзалары менән Керепеши зыяратына күсерелә. Ҡәбер ташына беренсе ире исеме Пеефи тип яҙыла.[3][8][9].
Хәтер
үҙгәртергәВенгрияла Юлия Сендреиның бер нисә һәйкәле бар. 2018 йылда Копенгагенда Венгрия Илселеге бинаһы алдында уның бюсы ҡуйыла.[3][10][11].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Szendrey Júlia, Petőfi Sándorné // http://mek.oszk.hu/00300/00355/html/ABC14240/14853.htm
- ↑ https://temeto.envimap.hu/content/photos_normal/73248720-e1ac-4fda-ae95-ccbfaf6b48cd_petoficsalad_17_1_0_1_3.jpg
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 «Szendrey Júlia halála» (hu). Rubicon. Проверено 2020-03-21.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Szabadság és szerelem (венг.). National Archives of Hungary. Дата обращения: 21 март 2020.
- ↑ Szendrey Ignác gyászjelentése (венг.). familysearch.org. Дата обращения: 21 март 2020.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Szinnyei József. Petőfi Sándorné // Magyar írók élete és munkái. — Magyar Elektronikus Könyvtár, 1891.
- ↑ Júlia, az elátkozott özvegy - Petőfi özvegyének igazi arca (венг.). Hetek (10 март 2017). Дата обращения: 21 март 2020.
- ↑ Szendrey Júlia mint költő, műfordító, múzsa és nő (венг.). Irodalomismeret. Дата обращения: 21 март 2020.
- ↑ Petőfi család (венг.). Dr. Varga József. Архивировано 24 май 2006 года. 2006 йыл 24 май архивланған.
- ↑ Szendrey Júlia mint költő, műfordító, múzsa és nő (венг.). Irodalomismeret. Дата обращения: 21 март 2020.
- ↑ Petőfi család (венг.). Dr. Varga József. Архивировано 24 май 2006 года. 2006 йыл 24 май архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергәСендреи Юлия Викимилектә |