Людвиг ван Бетховен
Людвиг ван Бетховен (нем. Ludwig van Beethoven [ˈluːt.vɪç fan ˈbeːt.hoːfən] 16 Аҡъюлай 1770, Бонн ҡ., Вестфалия — 26 Буранай 1827, Вена ҡ., Австрия Империяһы) — бөйөк немец композиторы, пианисы, дирижёры, "Вена классик мәктәбе"нең аҙаҡҡы вәкиле.
Людвиг ван Бетховен Ludwig van Beethoven | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған | |
Тыуған урыны | |
Үлгән | |
Үлгән урыны | |
Ил |
Германия, Австрия империяһы |
Һөнәрҙәре | |
Әүҙем йылдары | |
Инструменттар | |
Жанрҙар |
Классик музыка (академик музыка XVIII быуаттың икенсе яртыһы — XIX быуат башы) |
Автограф | |
beethoven.de[1] | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Әҫәрҙәр в Викитеке | |
Бетховен — классицизм һәм романтизм дәүере классик музыкаһының иң ҙур шәхесе, донъяла иң күп башҡарылған композиторҙарҙың береһе. Ул шул ваҡытта булған барлыҡ жанрҙарҙа ла, шул иҫәптән опера, драматик спектаклдәргә музыка, хор әҫәрҙәре яҙған. Уның мираҫында иң мөһиме булып инструменталь әҫәрҙәре һанала: фортепиано, скрипка һәм виолончель өсөн сонаталар, фортепиано һәм скрипка өсөн концерттар, квартеттар, увертюралар, симфониялар. Бетховендың ижады XIX һәм XX быуат симфонизмына мөһим йоғонто яһай[2].
Биографияһы
үҙгәртергәСығышы
үҙгәртергәЛюдвиг ван Бетховен 1770 йылдың 16 декабрендә Бонн ҡалаһында тыуған.
Уның атаһы, Бетховен Иоганн (1740—1792), йырсы, һарай капеллаһында тенор булған[3]. Әсәһе Мария-Магдалина, кейәүгә тиклем Кеверих (1748—1787), Кобленцта һарай яны шеф-ашнаҡсының ҡыҙы була. Людвигтың ата-әсәһе 1767 йылда өйләнешә.
Олатаһы, Бетховен Людвиг (1712—1773), Мехелендан (Көньяҡ Нидерланд). Ул Иоганн хеҙмәт иткән шул уҡ капеллала, тәүҙә йырсы (уның бас булған), ә аҙаҡ — капельмейстер булып хеҙмәт итә[4].
Иртә йылдары
үҙгәртергәАтаһы улынан икенсе композитор Моцарт яһарға теләй һәм клавесинда һәм скрипкала уйнарға өйрәтә башлай. 1778 йылда Кельнда Людвигтың беренсе сығышы үтә. Ләкин Бетховен мөғжизә-бала булып китмәй, атаһы малайҙы дуҫтары һәм коллегаларына тапшыра. Береһе Людвигты органда, икенсеһе скрипкала уйнарға өйрәтә.
1780 йылда Боннға органсы һәм композитор Кристиан Готлоб Нефе килә. Ул ысын мәғәнәһендә Бетховендың уҡытыусыһы була[5]. Нефе малайҙың талантлы икәнен аңлап ҡала. Ул Людвигты Гендельдың, шулай уҡ Ф. Э. Бахтың, Гайдн һәм Моцарттың әҫрҙәре менән таныштыра. Нефе арҡаһында Бетховен беренсе әҫәрен — Дресслер маршы темаһына вариацияларын яҙа. Бетховенға ул ваҡытта ун ике йәш була, һәм ул һарай яны органсыһының ярҙамсыһы булып эшләй.
Бетховендың яратҡан яҙыусылары араһында боронғо грек авторҙары Гомер һәм Плутарх, инглиз драматургы Шекспир, немец шағирҙары Гёте һәм Шиллер була.
Был ваҡытта Бетховен музыка ижад итә башлай, әммә үҙ әҫәрҙәрен баҫтырып сығарарға ашыҡмай. Боннда яҙғандарын һуңынан яңынан эшкәртә. Композиторҙың үҫмер сағындағы әҫәрҙәренән өс балалар өсөн сонатаһы һәм бер нисә йыры, шул иҫәптән «Һыуыр» билдәле.
1787 йылда Бетховен Венаға килә. Бетховендың импровизацияһын тыңлап, Моцарт[6]: «Ул үҙе тураһында һөйләргә мәжбүр итәсәк әле!»-тип ҡысҡырып ебәрә.
Әммә дәрестәр булмай: Бетховен әсәһенең ауырыуын ишетеп, Боннға ҡайта. Әсәһе 1787 йылдың 17 июлендә вафат була. Ун ете йәшлек, үҫмер ғаилә башлығы булараҡ, ҡустылары тураһында хәстәрлек күрергә тейеш була. Ул оркестрға альтист булып урынлаша. Бында итальян, француз һәм немец опералары ҡуйыла. Егеткә бигерәк тә Глюк һәм Моцарт опералары ныҡ төьҫир итә.
1789 йылда Бетховен, уҡыуын дауам итергә теләп, университетта лекцияларға йөрөй башлай. Тап шул ваҡытта Боннға Франциялағы революция тураһында хәбәр килә. Университет профессорҙарының береһе революцияны данлаусы шиғырҙар йыйынтығы баҫтырып сығара. Уға Бетховен яҙыла. Шул ваҡытта ул «Ирекле кеше йырын» ижад итә, унда «Кемгә тыумыштан булған өҫтөнлөктәр һәм титул әһәмиәткә эйә түгел, шул ғына ирекле» тигән һүҙҙәр була.
Англиянан үтешләй Боннда Гайдн туҡталып китә. Ул Бетховендың композиторлыҡ тәжрибәһен ыңғай баһалай. Үҫмер күренекле композиторҙан дәрестәр алыу маҡсатында Венаға барырға ҡарар итә, сөнки Гайдн, Англиянан ҡайтҡас, тағы ла билдәлерәк булып китә. 1792 йылдың көҙөндә йәш Бетховен Бонндан китергә йыйына, ул Гайднды осрата, һәм Гайдн Бетховен менән танышҡандан һуң уға дәрестәр бирергә ҡарар итә.
Венала тәүге ун йыл (1792—1802)
үҙгәртергәВенаға килгәс, Бетховен Гайдндан дәрестәр ала башлай. Һуңыраҡ Людвиг уның бер нәмәгә лә өйрәтмәүен раҫлай; дәрестәр уҡыусының да, уҡытыусының да күңелен ҡайтара. Бетховен Гайдндың уның тырышлыҡтарына етерлек иғтибарлы түгел тип иҫәпләй; ә Гайднды Людвигтың шул ваҡыт өсөн ҡыйыу ҡараштары ғына түгел, шулай уҡ ул йылдарҙа әҙ таралған етәһе шомло мелодияһы ҡурҡыта. Бер ваҡыт Гайдн Бетховенға яҙа:[7]
Һеҙҙең эштәрегеҙ матур, был хатта бик шәп эштәр, әммә унда йә бында, йә тегендә ниндәйҙер сәйер, хатта шомло нәмә осрай, сөнки һеҙ үҙегеҙ әҙерәк ҡараңғы сырайлы һәм сәйер; а музыкант стиле — һәр ваҡыт ул үҙе. |
Тиҙҙән Гайдн Англияға китә һәм уҡыусыһын билдәле педагог һәм теоретик Альбрехтсбергерға тапшыра. Ахырҙа Бетховен остазды — Антонио Сальерины үҙе һайлай.
Венала йәшәүенең тәүге йылдарында уҡ Бетховен пианист-виртуоз данын яулай. Уның уйнауы тамашасынын таң ҡалдыра[8].
Бетховен иң һуңғы регистрҙарҙы ҡаршы ҡуя (ә ул ваҡытта уртасала уйнайҙар), педалде киң ҡуллана (ул саҡта уға һирәк мөрәжәғәт итәләр), массив аккорд аһәңдәшлекте ҡуллана. Асылда, тап ул клавесинсыларҙың нәзәкәтле манераһынан алыҫ торған фортепиано стилен булдыра.
Был стилде уның № 13 һәм № 14, № 8 «Патетик» фортепиано сонаталарында (исемен автор үҙе бирә) табырға мөмкин. № 14 сонтаһын шағир Л. Рельштаб һуңынан «Айлы» тип атай, һәм, был исеме финалға түгел, ә беренсе киҫәгенә генә ҡараһа ла, ул бөтә әҫәрҙең исеме булып ҡала.
Бетховен үҙенең тышҡы ҡиәфәте менән замандаштарынан ныҡ айырылып торған. Һәр ваҡыт тиерлек уны нисек етте шулай кейенгән һәм сәсе таралмаған килеш күрәләр.
Бетховен шулай уҡ фекеренең һәм тәртибенең киҫкенлеге менән дә айырылыған. Бер ваҡыт ул йәмәғәт урынында уйнаған саҡта ҡунаҡтарҙың береһе ханым менән һөйләшә башлай; Бетховен шунда уҡ уйнауынан туҡтай һәм өҫтәп ҡуя: «Шундай сусҡаларға мин уйнап тормайым!». Һәм бер ниндәй ҙә ғәфү үтенеүҙәр һәм өгөттәр ярҙам итмәй.
Икенсе тапҡыр Бетховен кенәз Лихновскийҙа ҡунаҡта була. Кенәз композиторҙы бик хөрмәт итә һәм уның музыкаһын ярата. Ул Бетховендың йыйылған кешеләр алдында уйнауын теләй. Композитор баш тарта. Лихновский ныҡыша башлай һәм хатта Бетховен бикләнеп алған бүлмәнең ишеген емерергә бойора. Асыулы композитор имениены ташлап китә һәм Венаға ҡайта. Иртәгәһенә Бетховен Лихновскийға хат ебәрә: «Кенәз! Кем булыуым менән мин үҙемә генә бурыслы. Кенәздәр булған һәм меңәрләп тә булыр, ә Бетховен — тик берәү!» Өммә шундай ҡырыҫ характерына ҡарамаҫтан Бетховеның дуҫтары уны ярайһы уҡ мәрхәмәтле кеше тип иҫәпләй. Мәҫәлән, композитор бер ваҡытта ла яҡын дуҫтарына ярҙам итеүҙән баш тартмаған. Уның цитаталарының береһе[9]:
Икмәк һынығым булған саҡта дуҫтарымдың береһе лә мохтажлыҡ кисерергә тейеш түгел, әгәр аҡса янсығым буш булып, шунда уҡ ярҙам итергә хәлемдән килмәһә, улайһа миңә тик өҫтәл артына ултырыу һәм эшкә тотоноу ғына бурыс, һәм мин тиҙ арала уға бәләнән ҡотолорға ярҙам итәсәкмен. |
Бетховен әҫәрҙәре күпләп нәшер ителә башлай һәм уңыш менән файҙалана. Венала уҙғарылған тәүге ун йыл эсендә ул фортепиано өсөн егерме соната һәм өс фортепиано концерты, скрипка өсөн һигеҙ соната, квартеттар һәм башҡа камера әҫәрҙәрен, «Христос на Масличной горе» ораторияһын, «Творения Прометея» балетын, Беренсе һәм Икенсе симфонияһын яҙа.
1796 йылда Бетховен ишетеү һәләтен юғалта башлай. Уның тиннитус — ҡолаҡ сеңләүенә килтереүсе эске ҡолағының елһенеүе башлана. Табиптар кәңәше буйынса ул Хайлигенштадт ҡаласығында оҙаҡҡа айырымлана. Әммә тыныслыҡ һәм тынлыҡ уның хәлен яҡшыртмай. Бетховен һаңғыраулыҡты дауалай булмаҫтайын аңлай башлай. Ошондай фәжиғәле көндәрҙә ул хат яҙа, уны һуңынан хайлигенштад васыятнамәһе тип атайҙар. Композитор үҙенең кисерештәре тураһында һөйләй, үҙ үҙенә ҡул һалырға уйлағанын да әйтеп һала.
Хайлигенштадта композитор яңы Өсөнсө симфонияһы өҫтөндә эшләй башлай, уны Героик тип атай. Бетховендың һаңғыраулығы һөҙөмтәһендә уникаль тарихи документтар һаҡланған: «һөйләш дәфтәрҙәре», унда Бетховендың дуҫтары уның өсөн үҙҙәренең репликаларын яҙған, уларға композитор йә телдән, йә яҙма яуап биргән[10].
Әммә Бетховен менән булған ике әңгәмә дәфтәрен музыкант Шиндлер, ахырыһы, яндыра, сөнки уларҙа императорға һәм вариҫ принцына һәм башҡа юғары дәрәжәле кешеләргә ҡарата тупаҫ һәм ҡаты ҡаршы сығалар. Был, үкенескә ҡаршы, Бетховендың яратҡан темаһы: һөйләшеү мәлендә Бетховен властарға, уларҙың закондары һәм ҡарарҙарына даими асыулана[11].
Бер ваҡыт Бетховен һәм Гёте Теплицала ял итеп йөрөгәнендә үҙенең ярандары менән йөрөгән император Францты осраталар. Гёте ситкә китеп баш эйә, Бетховен эшләпәһенә саҡ ҡына ҡулы менән тейеп, батшаның кешеләре араһынан үтә.
Һуңғы йылдары (1802—1815)
үҙгәртергәБетховенға 34 йәш булғанда, Наполеон Бөйөк француз революцияһы идеалдарын юрай һәм үҙен император тип иғлан итә. Шуға күрә Бетховен үҙенең Өсөнсө симфонияһын уға арнау ниәтенән баш тарта[12]: «Был Наполеон шулай уҡ ябай кеше. Хәҙер ул бөтә кеше хоҡуҡтарын аяҡ аҫтына һалып тапаясаҡ һәм тиран буласаҡ». «Патетик» ҡулъяҙмаһының тәүге битендә авторҙың бағышламаны һыҙып ташлағанды күрергә мөмкин. Шул саҡта уҡ Бетховен үҙенең Өсөнсө симфонияһын «Героик» тип атай.
Фортепиано ижадында композиторҙың үҙ стиле тәүге сонаталарында уҡ һиҙелә, әммә симфоник өлгөргәнлек уға һуңыраҡ килә. Чайковский һүҙҙәре буйынса[13] тик өсөнсө симфонияһында «тәүге тапҡыр Бетховендың ижади даһилығының сикһеҙ, иҫ киткес көсө асыла».
Һаңғыраулығы арҡаһында, Бетховен йортонан һирәк сыға, тауыш тойомлауҙы юғалта. Ул һытыҡ сырайлы, үҙ-үҙенә биклән Нәҡ ошо йылдарҙа композитор бер-бер артлы үҙенең билдәле әҫәрҙәрен ижад итә. Был йылдарҙа Бетховен үҙенең берҙән-бер «Фиделио» операһы өҫтөндә эшләй. Был опера «ҡот осҡос һәм ҡотҡарыу» опералары жанрына ҡарай. «Фиделио» операһына уңыш тик 1814 йылда килә, ул саҡта ул тәүҙә Венала, аҙаҡ Прагала, уның менән данлыҡлы немец композиторы Вебер дирижерлыҡ итә, һәм, ниһәйәт, Берлинда ҡуйыла.
Үлер алдынан «Фиделио» ҡулъяҙмаһын композитор үҙенең дуҫы һәм секретары Шиндлерға ошондай һүҙҙәр менән тапшыра: «Был минең рухымдың емеше донъяға башҡаларға ҡарағанда көслө ғазаптар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде, һәм миңә ҙур көйөнөстәр килтерҙе. Шуға күрә ул миңә бөтәһенән дә ҡәҙерлерәк…»
Үлемһеҙ һөйгәне
үҙгәртергә1810 йылдың май аҙағында Людвиг ван Бетховен Беттина фон Арнимдың ҡайынһеңлеһе аша Антонио Брентано менән таныша, һәм улар араһында тәрән дуҫлыҡ барлыҡҡа килә. Бетховендың вафатынан һуң уның өҫтәленең йәшерен бүлегендә бер ҡасан да кемгәлер адресланмаған «Үлемһеҙ һөйгәненә хаты» (Brief an die Unsterbliche Geliebte) табыла.[14]Йөҙ йыл буйы барған бәхәстәр Бетховендың Үлемһеҙ һөйгәненә (Бессмертная возлюбленная — Unsterbliche Geliebte) кандидаттар тип: Джульетта Гвиччарди, Тереза Брунсвик, Жозефина Брунсвик (Josephine Brunsvik), Доротея фон Эртман (Dorothea von Ertmann), Амалия Себальд (Amalie Sebald), Беттина фон Арним һәм Антония Брентаноны күрһәткән. Үҙенең Вена классик композиторҙарының биографик тикшеренеүҙәре менән билдәле Америка музыкаль продюсеры Мейнард Соломон (Maynard Solomon) фекеренсә, бөйөк композиторҙың «Үлемһеҙ һөйгәне» нәҡ Антония Брентано булған.
Аҙаҡҡы йылдары (1815—1827)
үҙгәртергә1812 йылдан һуң композиторҙың ижади әүҙемлеге бер аҙ кәмей, әммә өс йылдан һуң ул элекке энергия менән эшләй башлай. Ошо ваҡытта уның 28-сенән һуңғыһына тиклем, 32-се фортепиано сонатаһын, виолончель өсөн ике соната, квартеттар, «К далёкой возлюбленной» вокаль циклын ижад итә. Күп ваҡытын халыҡ йырҙарын эшкәртеү өсөн бүлә. Шотланд, ирланд, уэльск йырҙары менән бер рәттән рус һәм украин йырҙары ла була. Әммә аҙаҡҡы йылдарының төп әҫәрҙәре булып Бетховендың ике иң монументаль әҫәре — «Торжественная месса» һәм хор менән 9-сы Симфонияһы тора.
Туғыҙынсы симфония 1824 йылда башҡарыла. Тамашасылар композиторҙы алҡышлай. Бетховен залға арҡаһы менән тора һәм бер нәмә лә ишетмәй, шул саҡта йырсы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе уның ҡулынан ала һәм уны тыңлаусыларға йөҙө менән бора. Кешеләр, композиторҙы сәләмләп, яулыҡтары, эшләпәләре, ҡулдары менән болғай. Алҡыштар шул тиклем оҙаҡҡа һуҙыла, хатта унда булған полиция чиновниктары кисекмәҫтән уны туҡтатыуҙы талап итә. Бындай сәләмләү император шәхесенә ҡарата ғына рөхсәт ителә[15].
Австрияла, Наполеондың еңелеүенән һуң, полиция режимы булдырыла. Революциянан ҡурҡҡан хөкүмәт теләһә ниндәй «ирекле фекерҙәрҙе» тыя. Күп һанлы йәшерен агенттар йәмғиәттең барлыҡ ҡатламдарына үтеп инә. Бетховендың һөйләш дәфтәрҙәрендә әленән әле иҫкәртеүҙәр күренә[16]: «Шымыраҡ! Абайлап, бында шымсы!» Һәм, күрәһең, композиторҙың ниндәйҙер бигерәк тә ҡыйыу әйтеменән һуң: «Һеҙ эшафотта тамамлаясаҡһығыҙ!» тигән яҙыу ҙа бар.
Әммә Бетховендың популярлығы шул тиклем ҙур була, хөкүмәт уға тейергә ҡыйыулыҡ итмәй. Һаңғыраулығына ҡарамаҫтан, композитор сәйәси яңылыҡтар менән генә түгел, хатта музыкаль яңылыҡтар менән дә таныш була. Ул Россини операларының партитураларын уҡый(йәғни эске ишетеү менән тыңлай), Шуберт йырҙар йыйынтығын ҡараштыра, немец композиторы Веберҙың «Волшебный стрелок» һәм «Эврианта» опералары менән таныша. Венға килгәс, Вебер Бетховенға бара. Улар бергә иртәнге аш ашайҙар, Бетховен ҡунағының күңелен күрә.
Кесе ҡустыһы үлгәндән һуң композитор уның улы тураһында хәстәрлекте үҙ өҫтөнә ала. Бетховен ир туғанын иң яҡшы пансионға урынлаштыра һәм үҙенең уҡыусыһы Карл Черниға уның менән музыка менән шөғөлләнеүҙе йөкмәтә. Композитор малайҙың ғалим йәки артист булыуын теләй, әммә тегенеһен сәнғәт түгел, бильярд һәм кәрттә уйнау ҡыҙыҡһындыра. Бурысҡа батып, ул үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташа. Был маташыу айырым зыян килтермәй: пуля тик башының тиреһен генә сыйып үтә. Бетховен шул уңай менән ауыр кисерә. Композиторҙың көслө бауыр ауырыуы башлана.
Людвиг ван Бетховен 1827 йылдың 26 мартында 57-се йәшендә вафат була. Егерме меңдән ашыу кеше уның табутын оҙата бара. Ерләү ваҡытында Бетховен яратҡан Луиджи Керубининың Реквием до-минор ерләү мессаһы башҡарыла. Ҡәберҙә шағир Франц Грильпарцер ижад иткән телмәр яңғырай[17].
Ул ижадсы, әммә шул уҡ ваҡытта кеше, юғары мәғәнәһендә кеше булды... Уның тураһында башҡа бер кем һымаҡ та түгел әйтергә була: ул бөйөк эш башҡарҙы, унда бер ниндәй ҙә аламалыҡ булманы. |
Үлеменең сәбәптәре
үҙгәртергәВафатының икенсе көнөндә үк судмедэксперттар уның һаңғыраулығын асыҡлар өсөн мейеһен ярып ҡарай, әммә аныҡ диагнозды ҡуйыу мөмкин булмай[18].
2007 йылдың 29 авгусында Вена патологы һәм суд медицинаһы эксперты Кристиан Рейтер (Вена медицина университеты суд медицинаһы кафедраһы доценты) фаразлауынса, Бетховендың үлемен уның табибы Андреас Ваврух аңһыҙ рәүештә тиҙләтә, ул ауырыуҙың ҡорһаҡ ярыһын бер-бер артлы тишә (шыйыҡсаны сығарыу маҡсатында), шунан һуң яраға ҡурғашты үҙ эсенә алған сылатҡыс һала. Рейтер үткәргән сәстәрҙең тикшеренеүҙәре Бетховендың организмында ҡурғаштың кимәле табипҡа барған һайын ҡырҡа артыуын күрһәтә[19].
Бетховен-педагог
үҙгәртергәБетховен музыканан дәрестәрҙе Боннда уҡ бирә башлай. Уның шәкерте Стефан Брейнинг һуңғы көндәренә тиклем композиторҙың тоғро дуҫы булып ҡала. Брейнинг Бетховенға «Фиделио» либреттоһын үҙгәртеп эшләүҙә ярҙам итә.
Венала Бетховендың уҡусыһы йәш графиня Джульетта Гвиччарди була. Джульетта Брунсвиктарҙың туғаны була, Бетховен уларҙың ғаиләһенә йыш килә. Бетховен уҡыусыһы менән мауыға һәм хатта өйләнеү тураһында ла уйлай. 1801 йылдың йәйен ул Венгрияла, Брунсвиктарҙың имениеһында үткәрә. Фаразлауҙарҙың береһе буйынса «Айлы сонатаһын» нәҡ ошонда ижад итә. Композитор уны Джульеттаға арнай[20]. Әммә Джульетта граф Галленбергты ысынында талантлы композитор тип уға өҫтөнлөк бирә. Графтың әҫәрҙәре тураһында тәнҡитселәр Моцарт йәки Керубини әҫәрҙәренән теге йәки был көйҙө үҙләштерелгәнлеген аныҡ ҡына күрһәтергә була, тип яҙа.
Бетховендың уҡыусыһы булып Тереза Брунсвик та тора. Ул музыкаль һәләткә эйә була — роялдә яҡшы уйнай, йырлай һәм хатта дирижерлыҡ итә. Швейцарияның билдәле педагогы Песталоци менән танышып, ул үҙен балалар тәрбиәләргә бағышлауға ҡарар итә. Венгрияла Тереза ярлыларҙың балалары өсөн хәйриә балалар баҡсаһы аса. Вафатына тиклем (Тереза 1861 йылда оло йәштә вафат була) ул һайлаған эшенә тоғро ҡала. Бетховен менән Терезаны оҙайлы дуҫлыҡ бәйләй. Композиторҙың вафатынан һуң оҙон хат табыла, ул «Үлемһеҙ һөйгән йәргә хат» тигән атама ала. Хаттың адресаты билдәле түгел, әммә ҡайһы бер тикшеренеүселәр «үлемһеҙ һөйгән йәр» тип Тереза Брунсвикты атай.
Доротея Эртман, Германияның иң яҡшы пианистарының береһе, шулай уҡ Бетховендың уҡыусыһы була. Замандаштарының береһе уның тураһында былай тип яҙа:
Оҙон, зифа буйлы һәм матур, күтәреңке рухлы йөҙ миндә... көсөргәнешле өмөм уятты, һәм шулай ҙа мин бер ваҡытта ла булмағандай Бетховен сонатаһын башҡарыуынан шаҡ ҡаттым. Мин әле бер ҡасан да шундай көстөң әҫәрле наҙ менән ҡушылыуын осратмағайным- хатта бөйөк виртуоздарҙың да . |
Эртман Бетховен әҫәрҙәрен уйнап дан ала. Композитор уға 28-се сонатаһын бағышлай. Доротеяның балаһы үлеүен белеп, Бетховен уға оҙаҡ уйнай.
1801 йыл аҙағында Венаға Фердинанд Рис килә. Фердинанд Бонн капельмейстерының улы, Бетховендар ғаиләһенең дуҫы була. Композитор егетте ҡабул итә. Бетховендың башҡа шәкерттәре кеүек үк, Рис ҡорал менән эш итә белә һәм шул ваҡытҡа үҙе лә ижад иткән була. Бер ваҡыт Бетховен уға әле генә тамамланған адажиоһын уйнап күрһәтә. Музыка егеткә шул тиклем оҡшай, ул уны яттан иҫләп ҡала. Кенәз Лихновскийға инеп, Рис пьесаны уйнай. Кенәз башын ятлап ала һәм, композиторға килеп, уға үҙенең әҫәрен уйнарға теләүен әйтә. Кенәздәр менән иҫәпләшеп тормаған уны тыңлауҙан ҡырҡа баш тарта. Әммә Лихновский шулай ҙа уйнап ебәрә. Бетховен шунда уҡ Ристың мутлығын һиҙеп ҡала һәм ҡаты асыулана. Ул уҡыусыһына үҙенең яңы әҫәрҙәрен тыңлауҙы тыя һәм ысынлап та уға бер ваҡытта ла бүтән бернәмә лә уйнамай. Бер ваҡыт Бетховендыҡы тип Рис үҙенең маршын уйнай. Тыңлаусылар ныҡ шатланып китә. Яҡында торған Бетховен уҡыусыһын фаш итеп тормай. Ул уға тик былай тип әйтә[21]
Күрәһегеҙме, ҡәҙерле Рис, ниндәй ул ҙур белемселәр. Яратҡан кешеһенең исемен генә әйт, һәм уларға бер нәмә лә кәрәкмәй |
Әммә Рисҡа Бетховендың яңы әҫәрен тыңларға насип була. Нисектер ял итеп йөрөгәндә улар аҙашып китә һәм өйгә тик кисен генә ҡайтып инә. Юл буйынса Бетховен ярһыу көйҙө мығырлай. Өйгә ҡайтып, ул шунда уҡ ҡоралына тотона һәм мауығып китеп, уҡыусыһының барлығы тураһында онотоп китә. Шулай итеп «Аппассионата» финалы барлыҡҡа килә.
Бер ваҡыт Бетховенда Рис менән бергә Карл Черни ҙа шөғөлләнә башлай. Карл Бетховен уҡыусылары араһында берҙән-бер бала була. Уға тик туғыҙ йәш кенә була, әммә ул инде концерттар менән сығыш яһай. Уның беренсе уҡытыусыһы атаһы, билдәле чех педагогы Венцель Черни була. Карл тәүге тапҡыр Бетховендың һәр ваҡыттағыса тәртипһеҙлек хөкөм һөргән фатирына килеп, унда тупаҫ йөн жилет кейгән һәм ҡырынмаған ҡара йөҙлө кешене күргәс, уны Робинзон Крузо тип ҡабул итә.
Черни Бетховенда биш йыл шөғөлләнә, шунан һуң композитор уға «уҡыусыһының айырым уңыштары һәм ғәжәйеп музыкаль хәтере»[22] билдәләнгән документ тапшыра. Черниҙың хәтере ысынлап та шаҡ ҡатырлыҡ була: ул уҡытыусыһының бөтә фортепиано әҫәрҙәрен яттан белә Черни иртәтпеагог эшмәкәрлеген башлай һәм тиҙҙән Венаның иң яҡшы педагогтарының береһе була. Уның уҡыусылары араһында Теодор Лешетицкий була, уны рус фортепиано мәктәбенә нигеҙ һалыусыларының береһе тип атарға мөмкин. 1858 йылдан Лешетицкий Петербургта йәшәй, ә 1862 йылдан 1878 йылға тиклем яңы асылған консерваторияла уҡыта. Бында Лешетицкийҙа шул уҡ консерваторияла артабан профессор А. Н. Есипова, профессор һәм Мәскәү консерваторияһының директоры В. И. Сафонов, С. М. Майкапар уҡый.
1822 йылда Черниға Доборьян тигән венгр ауылынан улы менән атаһы килә. Малай дөрөҫ ултырыу тураһында ла, аппликатура тураһында ла бер ни аңламай, әммә тәжрибәле педагог үҙенең алдында ғәҙәти булмаған, һәләтле, бәлки гениаль бала булыуын аңлай. Малай Ференц Лист тип атала. Лист Черниҙа йыл ярым шөғөлләнә. Уның уңыштары шул тиклем ҙур була, хатта уҡытыусыһы уға тамашасы алдында сығыш яһарға рөхсәт итә. Концертта Бетховен да була. Ул малайҙың һәләтен һиҙә һәм уны үбеп ала. Лист был үбеү тураһында иҫтәлекте ғүмере буйына һаҡлай.
Рис та, Черни ҙа түгел, ә нәҡ Лист Бетховендың уйнау манераһын үҙләштерә. Бетховен кеүек, Лист роялде оркестр һымаҡ аңлата. Европа буйлап гастролдәр мәлендә ул Бетховендың фортепиано әҫәрҙәрен генә түгел, шулай уҡ рояль өсөн яраҡлаштырылған симфониядарын башҡарып, уның ижадын пропагандалай. Ул ваҡытта Бктховендың мущыкаһы, бигерәк тә симфонияһы, киң аудиторияға билдәле булмай. 1839 йылда Лист приехал Боннға килә. Бында бер нисә йыл инде композиторға һәйкәл ҡуйырға йыйыналар, әммә эш оҙаҡҡа һуҙыла. Лист етешмәгән аҡсаны үҙенең концерттарынан килгән аҡса менән тулыландыра. Шундай ярҙам арҡаһында композиторға һәйкәл ҡуйыла.
Уҡыусылары
үҙгәртергә- Карл Че́рни
- Фердинанд Рис
- Рудольф Иоганн Иосиф Райнер фон
- Габсбург-Лотарингский
Мәҙәниәттә образы
үҙгәртергәӘҙәбиәттә
үҙгәртергәБетховен төп геройҙың, француз авторы Ромен Ролландың шул уҡ исемле билдәле бер әҫәрендә композитор Жан Кристофтың прототибы була. 1915 йылда романға Нобель премияһы тапшырыла.
Бетховендың тормошо һәм ижадына чех яҙыусыһы Антонин Згорждың «Один против судьбы» повесы арналған. Китапҡа Бетховендың төрлө йылдарҙа яҙылған хаттары ингән.
Бетховенға болгар шағиры Пенчо Славейков үҙенең «Cis moll» поэмаһын бағышлаған. Унда Бетховен үҙенең ишетеү һәләтен юғалтыуын, ләкин үҙенең яҙмышының — илаһи гармония һәм донъя араһында аралашсы булыуын аңлай.
Театрҙа
үҙгәртергә- «Бетховен-проект», Джон Ноймайер балеты (2018).
Кинематографияла
үҙгәртергә- «Героическая симфония» фильмында Бетховенды Ян Харт уйнай.
- Совет-герман «Бетховен. Дни жизни» фильмында Бетховенды Донатас Банионис уйнай.
- «Переписывая Бетховена» фильмында композиторҙың һуңғы көндәре тураһында һөйләнелә (төп ролдә Эд Харрис).
- Ике сериялы нәфис фильм «Жизнь Бетховена» (СССР, 1978, режиссёр Б. Галантер) композитор тураһында уның яҡын дуҫтарының хәтирәләренә нигеҙләнгән.
- «Лекция 21» фильмы (ингл.) (Италия, 2008), итальян яҙыусыһы һәм музыка белгесе Алессандро Барикконың дебюты «Туғыҙынсы симфонияға» арналған.
- Бернард Роуздың «Бессмертная возлюбленная» фильмында Бетховен ролен Гэри Олдман башҡара.
- «В поисках Бетховена» документаль фильмы, Бөйөк Британия, 2008 й.
Академик булмаған музыкала
үҙгәртергә- Америка музыканты Чак Берри 1956 йылда Roll Over Beethoven йырын яҙа, ул Rolling Stone журналы версияһы буйынса 500 бөйөк йырҙар исемлегенә инә. .
- Композиторға «Сплин» төркөмөнөң «Раздвоение личности» альбомынан «Бетховен» йыры арнала
- 2000 йылда Trans-Siberian Orchestra неоклассик метал коллективы композиторҙың һуңғы төнөнә арналған «Beethoven’s Last Night» рок-операһын сығара.
- Композиторға «Пикник» төркөмөнөң «Чужестранец» альбомынан «Бетховен» арналған.
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- 9 симфония:
- № 1 (1799—1800),
- № 2 (1803),
- № 3 «Героическая» (1803—1804),
- № 4 (1806),
- № 5 (1804—1808),
- № 6 «Пасторальная» (1808),
- № 7 (1812),
- № 8 (1812),
- № 9 (1824);
- 8 симфоник увертюра, улар араһында «Леонора» № 3;
- оркестр менән фортепиано өсөн 5 концерт;
- драматик спектаклдәргә музыка: «Эгмонт», «Кориолан», «Король Стефан»;
- фортепиано өсөн 6 үҫмер сонатаһы;
- фортепиано өсөн 32 соната, «32 до-минор вариациялары», һәм фортепиано өсөн 60-ҡа яҡын пьеса;
- скрипка һәм фортепиано өсөн 10 соната;
- оркестр менән скрипка өсөн концерт, скрипка, виолончель һәм оркестр менән фортепиано өсөн концерт («өсләтә концерт»);
- виолончель һәм фортепиано өсөн 5 соната;
- 16 ҡыл квартеттары;
- 6 трио;
- «Творения Прометея» балеты;
- опера «Фиделио» операһы;
- Тантаналы месса;
- «К далёкой возлюбленной» вокаль циклы;
- төрлө шағирҙарҙың шиғырҙарына йырҙар һәм халык йырҙарын эшкәртеү.
Бетховендың музыкаһын башҡарыусылар
үҙгәртергә- Клаудио Аббадо (ике тапҡыр),
- Эрнест Ансерме,
- Николаус Арнонкур,
- Даниэль Баренбойм,
- Леонард Бернстайн (ике тапҡыр),
- Карл Бём,
- Бруно Вальтер (ике тапҡыр),
- Гюнтер Ванд,
- Феликс Вейнгартнер,
- Джон Элиот Гардинер,
- Карло Мария Джулини,
- Курт Зандерлинг,
- Ойген Йохум (өс тапҡыр),
- Герберт фон Караян (дүрт тапҡыр, бөтә симфоник циклды — ике тапҡыр),
- Отто Клемперер,
- Андре Клюитанс,
- Виллем Менгельберг,
- Пьер Монтё,
- Джордж Селл,
- Артуро Тосканини (ике тапҡыр),
- Вильгельм Фуртвенгле,
- Бернард Хайтинк (өс тапҡыр),
- Герман Шерхен,
- Георг Шолти (ике тапҡыр).
Бетховендың бөтә фортепиано сонаталарының яҙмаларын башҡарыусы пианистар араһында,
- Клаудио Аррау (ике тапҡыр, икенсе цикл тамамланмаған),
- Владимир Ашкенази,
- Вильгельм Бакхауз (ике тапҡыр, икенсе цикл тамамланмаған),
- Даниэль Баренбойм (өс тапҡыр),
- Альфред Брендель (өс тапҡыр),
- Мария Гринберг,
- Фридрих Гульда (өс тапҡыр),
- Вильгельм Кемпф (ике тапҡыр),
- Татьяна Николаева,
- Анни Фишер,
- Артур Шнабель
- Маурицио Поллини.
Сонаталарҙың тулы циклын яҙа башлағандар, әммә вафат булып, был проектты тамамламағандар:
- Вальтер Гизекинг,
- Эмиль Гилельс,
- Рудольф Серкин.
2011 йылда Манчестер университетының профессоры Брайан Купер Бетховендың 1799 йылда яҙған һәм һуңынан юғалған ҡыл квартет өсөн 72-тактлы өҙөктө тергеҙергә мөмкин булыуын хәбәр итә: «Бетховен перфекционист булған. Башҡа икенсе композитор был өҙөктө ижад итеп, шат булыр ине». Яңынан табылған музыка Манчестер университетының ҡыл квартет башҡарыуында 29 сентябрҙә яңғырай.
Хәтер
үҙгәртергәБетховен хөрмәтенә һәйкәлдәр бөтә донъя буйлап бик күп ҡуйылған. Беренсе һәйкәл Бетховенға тыуған ерендә, Боннда, 1845 йылдың 12 авгусында тыуған көнөнөң 75-йыллығы уңайы менән ҡуйыла. Венала — музыканттың ижады менән тығыҙ бәйле булған ҡалала һәйкәл 1880 йылда барлыҡҡа килә. «Образы Бетховена» китабының авторы, сәнғәт белгесе Зильке Беттерман (Silke Bettermann) биш континенттағы 54 ҡалала йөҙгә яҡын һәйкәлде иҫәпләргә насип булыуын билдәләй[23].
-
Боннда һәйкәл
-
Людвиг ван Бетховенға Венала һәйкәл
-
Прагала мемориаль табличка
-
Венала мемориаль таҡта -
Композиторҙың скульптураһы; 1943 год
Композитор образы төрлө илдәрҙең почта маркаларында сағылған. Башлыса, ул 1995 йылғы Австрия маркаһында һүрәтләнгән, ә Албанияла Бетховендың 200-йыллығына маркалар серияһы сығарылған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Лукези, Андреа
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бетховен, Людвиг // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Альшванг А. Людвиг ван Бетховен. Очерк жизни и творчество.
- Аменда А. Аппассионата. Роман из жизни Людвига ван Бетховена.
- Корганов В. Д. Бетховен. Биографический этюд. — М.: Алгоритм, 1997. (djvu-книга на www.libclassicmusic.ru 2011 йыл 5 ноябрь архивланған.)
- Кремнев Б. Бетховен ЖЗЛ
- Кириллина Л. В. Бетховен. Жизнь и творчество : В 2 т. — М.: Московская консерватория, 2009.
- Роллан Р. Жизнь Бетховена / Пер. с франц. — Л., 1937.
- А. И. Климовский. Черновая нотная тетрадь Бетховена — В сб. «Памятники культуры. Письмо. Искусство. Археология.» Изд-во «Наука», Ленинград, 1985.
- Ludwig van Beethoven: Briefwechsel. Gesamtausgabe. — Munich: Henle, 1996.
- Clive H. P. [[[:Ҡалып:Google books]] Beethoven and His World: A Biographical Dictionary]. — Oxford University Press, 2001. — ISBN 978-0-19-816672-6.
- Cooper Barry. [[[:Ҡалып:Google books]] Beethoven]. — Oxford University Press US, 2008. — ISBN 978-0-19-531331-4.
- Ҡалып:GroveOnline
- Lockwood Lewis. [[[:Ҡалып:Google books]] Beethoven: The Music and the Life]. — W. W. Norton. — ISBN 978-0-393-32638-3.
- Lorenz, Michael (инг.)баш. Die 'Enttarnte Elise'. Elisabeth Röckels kurze Karriere als Beethovens 'Elise' (нем.) // Bonner Beethoven-Studien : magazin. — 2011. — Т. 9. — С. 169—190.
- Meredith, William Rhea The History of Beethoven's Skull Fragments (билдәһеҙ) // Beethoven Journal. — 2005. — Т. 20. — № 1—2. — С. 3—46. Архивировано из первоисточника 29 ноябрь 2018.
- Morris Edmund. [[[:Ҡалып:Google books]] Beethoven: The Universal Composer]. — HarperCollins, 2010. — ISBN 978-0-06-075975-9.
- Solomon Maynard. [[[:Ҡалып:Google books]] Beethoven]. — 2nd revised. — New York: Ingram Pub Services. — ISBN 978-0-8256-7163-0.
- The Cambridge Companion to Beethoven. — Cambridge: Cambridge University Press, 2000. — ISBN 0-521-58074-9.
- Steblin, Rita 'A dear, enchanting girl who loves me and whom I love': New Facts about Beethoven's Beloved Piano Pupil Julie Guicciardi (инг.) // Bonner Beethoven-Studien : journal. — 2009. — Т. 8. — С. 89—152.
- Steblin, Rita. Who was Beethoven’s 'Elise'? A new solution to the mystery, The Musical Times.
- Swafford Jan. [[[:Ҡалып:Google books]] Beethoven: Anguish and Triumph]. — London: Faber & Faber, 2014. — ISBN 978-0-571-31255-9.
- Thayer A. W. [[[:Ҡалып:Google books]] The Life of Ludwig Van Beethoven, Vol 1]. — The Beethoven Association, 1921.
- Thayer Alexander Wheelock. [[[:Ҡалып:Google books]] Thayer's Life of Beethoven]. — Princeton: Princeton University Press, 1967. — ISBN 978-0-691-02702-9.
- Albrecht, Theodore, and Elaine Schwensen, «More Than Just Peanuts: Evidence for December 16 as Beethoven’s birthday». The Beethoven Newsletter 3 (1988) 49, 60-63.
- Bohle, Bruce, and Robert Sabin. The International Cyclopedia of Music and Musicians. London: J.M. Dent & Sons LTD., 1975. ISBN 0-460-04235-1.
- Davies, Peter J. The Character of a Genius: Beethoven in Perspective. Westport, Conn.: Greenwood Press, 2002. ISBN 0-313-31913-8.
- Davies, Peter J. Beethoven in Person: His Deafness, Illnesses, and Death. Westport, Conn.: Greenwood Press, 2001. ISBN 0-313-31587-6.
- DeNora, Tia. «Beethoven and the Construction of Genius: Musical Politics in Vienna, 1792—1803». Berkeley, California: University of California Press, 1995. ISBN 0-520-21158-8.
- Dorfmüller, Kurt; Norbert Gertsch; Julia Ronge (eds). Ludwig van Beethoven. Thematisch-bibliographisches Werkverzeichnis. Revidierte und wesentlich erweiterte Neuausgabe des Werkverzeichnisses von Georg Kinsky und Hans Halm. 2 vols. Munich: Henle, 2014. ISBN 978-3-87328-153-0.
- Geck, Martin. Beethoven. Translated by Anthea Bell. London: Haus, 2003. ISBN 1-904341-03-9 (h), ISBN 1-904341-00-4 (p).
- Hatten Robert S. Musical Meaning in Beethoven. — Bloomington, IN: Indiana University Press, 1994. — ISBN 0-253-32742-3.
- Kornyei, Alexius. Beethoven in Martonvasar. Verlag, 1960. Ҡалып:OCLC
- Kropfinger, Klaus. Beethoven. Verlage Bärenreiter/Metzler, 2001. ISBN 3-7618-1621-9.
- Landon Howard Chandler Robbins. [[[:Ҡалып:Google books]] Beethoven: A Documentary Study]. — Macmillan, 1975. — ISBN 978-0-02-567830-9.
- Martin, Russell. Beethoven’s Hair. New York: Broadway Books, 2000. ISBN 978-0-7679-0350-9.
- Rosen, Charles. The Classical Style: Haydn, Mozart, Beethoven. Expanded ed. New York: W. W. Norton, 1998. ISBN 0-393-04020-8 (hc); ISBN 0-393-31712-9 (pb).
- Sachs Harvey. The Ninth: Beethoven and the World in 1824. — London: Faber, 2010. — ISBN 978-0-571-22145-5.
- Solomon, Maynard. Late Beethoven: Music, Thought, Imagination. Berkeley: University of California Press, 2003. ISBN 0-520-23746-3.
- Sullivan, J. W. N., Beethoven: His Spiritual Development New York: Alfred A. Knopf, 1927.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.musik-sammler.de/artist/ludwig-van-beethoven
- ↑ Л. Кириллина. Людвиг ван Бетховен
- ↑ «Викитека ЭСБЕ»>Бетховен, Людвиг // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Бетховен, Людвиг // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
- ↑ H. C. Robbins Landon. Beethoven. Macmillan Company, 1970</
- ↑ Великович Э. И. Великие музыкальные имена // Композитор : Пособие для муз. школ и гимназий. — СПб., 3 апреля 2006. — № 030560.
- ↑ Великович Э. И. Великие музыкальные имена // Композитор : Пособие для муз. школ и гимназий. — СПб., 3 апреля 2006. — № 030560.
- ↑ Milton Cross, David Ewen. The Milton Cross New Encyclopedia of the Great Composers and Their Music. Doubleday, 1953. p. 79
- ↑ Великович Э. И. Великие музыкальные имена // Композитор : Пособие для муз. школ и гимназий. — СПб., 3 апреля 2006. — № 030560
- ↑ Glenn Stanley. The Cambridge Companion to Beethoven. — Cambridge University Press, 2000. — ISBN 0521589347.
- ↑ Генри Э. Заметки публициста. М.: 1988. С. 94
- ↑ Генри Э. Заметки публициста. М.: 1988. С. 93
- ↑ Великович Э. И. Великие музыкальные имена // Композитор : Пособие для муз. школ и гимназий. — СПб., 3 апреля 2006. — № 030560.
- ↑ Письмо Бетховена «Бессмертной возлюбленной» . Дата обращения: 3 май 2019. Архивировано из оригинала 3 май 2019 года. 2019 йыл 3 май архивланған.
- ↑ Великович Э. И. Великие музыкальные имена // Композитор : Пособие для муз. школ и гимназий. — СПб., 3 апреля 2006. — № 030560.
- ↑ Великович Э. И. Великие музыкальные имена // Композитор : Пособие для муз. школ и гимназий. — СПб., 3 апреля 2006. — № 030560.
- ↑ Великович Э. И. Великие музыкальные имена // Композитор : Пособие для муз. школ и гимназий. — СПб., 3 апреля 2006. — № 030560.
- ↑ Тим Рейборн. Череп Бетховена. Мрачные и загадочные истории из мира классической музыки = Beethoven’s skull : dark, strange, and fascinating tales from the world of classical music and beyond / Пер. с англ. Марии Кульневой. — М.: Альпина Паблишер, 2017. — С. 335. — 344 с. — ISBN 5961462331. — ISBN 978-5-9614-6233-3. — ISBN 978-5-9614-6630-0.
- ↑ Susan Aldridge. Archaeforensics. What Killed…? BBC Focus, февраль, 2008. С. 42
- ↑ Великович Э. И. Великие музыкальные имена // Композитор : Пособие для муз. школ и гимназий. — СПб., 3 апреля 2006. — № 030560.
- ↑ Великович Э. И. Великие музыкальные имена // Композитор : Пособие для муз. школ и гимназий. — СПб., 3 апреля 2006. — № 030560.
- ↑ Великович Э. И. Великие музыкальные имена // Композитор : Пособие для муз. школ и гимназий. — СПб., 3 апреля 2006. — № 030560.
- ↑ Анастасия Буцко. Самый красивый и самый уродливый: сто памятников Бетховену. Deutsche Welle (11 сентября 2012). Дата обращения 26 февраля 2015.
Был композитор тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |