Австрия империяһы

(Австрия Империяһы битенән йүнәлтелде)

Австрия империяһы (нем. Kaiserthum Österreich) — дәүләт ойошмаһы, баш ҡалаһы Вена; Габсбургтар монархияһы 1804 йылда империя тип иғлан ителә. 1867 йылда дуалистик Австро — Венгрия империяһына әүерелә. Габсбургтар биләмәләрен төрлө сығышлы һәм төрлө диндә булған халыҡтар йәшәгән Чехия, Венгрия менән Словакия, Карпаттағы Русь (Закарпатье) һәм Банат (Воеводино), Хорватия һәм Трансильвания, Галиция, Буковина һәм Төньяҡ Италияның (Ломбардия-Венеция короллеге) байтаҡ өлөшөн берләштерә.

Австрия империяһы
Kaiserthum Österreich
Флаг Герб
Флаг Герб

Гимн: Гимн Австро-Венгрии[d]

 

 
1804 — 1867
Баш ҡала

Вена

Телдәр

немец (рәсми), башҡа телдәр (венгр, поляк, украин, чех, словак, словен, хорват, румын, итальян, идиш)

Дин

католицизм

Аҡса берәмеге

Флорин

Майҙаны

700 000 км²

Халҡы

21 200 000 кеше.

Идара итеү формаһы

Абсолют монархия

Династия

Габсбург-Лотаринг нәҫеле

Император, Венгрия короле, Богемия короле
 • 1804-1835

Франц I

 • 1835-1848

Фердинанд I

 • 1848-1867

Франц Иосиф I

Тарихы
 • 11 август 1804

Ойошоу

 • 1805-1814

Наполеон һуғыштары

 • 1848

1848—1849 йылдарҙағы Венгр революцияһы

 • 15 март 1867

Австро-Венгрия килешеүе

 Австрия империяһы Викимилектә

Австрия империяһын барлыҡҡа килтереү

үҙгәртергә

Австрия империяһы император Франц II тарафынан 1804 йылда француздар императоры Наполеонға яуап итеп ойошторола. 1806 йылда Наполеон баҫымы аҫтында Изге Рим империяһы юҡҡа сығарыла. Ғәҙәттәгесә уның монархы Габсбургтар монархияһынан була. Австриялылар бер нисә эре бәрелештә Наполеондан еңеләләр, әммә ахыр сиктә Наполеон һуғыштарында улар еңеүсе булып сығалар (VI һәм VII француздарға ҡаршы коалициялар составында) һәм үҙҙәрендә Вена конгресын ҡабул иттеләр.

Милли ҡаршылыҡтар

үҙгәртергә

Үҙәк власын нығытыу маҡсатында үҙәктә ситкә ынтылыусы көслө тенденцияларлы тотороҡһоҙ күп милләтле дәүләттә Веналағы юғары немец ҡатламы этник немецтарҙың империяла сәйәси-иҡтисади өҫтөнлөгөн һаҡлауына һәм нығытыуына таяна. Шулай ҙа немецтар империя халҡының 1/4 өлөшөн генә тәшкил итә, шуның өсөн империя хакимдары германизация сәйәсәтен үткәрергә тырыша. Айырыуса XII—XIII быуаттарҙа уҡ саксондарҙың колонизациялау ваҡытында һалынған һәм башҡа халыҡтарҙың тотош йәшәү ареалдары менән уратылған немец ҡалалары һәм илдең үҙәгендә, төньяҡ һәм көнсығышындағы нығытамалары был процеста мөһим роль уйнайҙар,

Ассимиляцияны беренсе сиратта белем биреү учреждениелары ярҙамы менән булдырырға ниәтләйҙәр, шулай уҡ башҡа һәм бигерәк тә славян телдәренең (был телдәрҙә һөйләшеүселәр һаныимперияның бөтә халҡының 60 % тирәһе тәшкил иткән) файҙаланыуын нигеҙһеҙлеге һәм кәрәкһеҙлеге тураһында административ, популист һәм фәндән алыҫ торған саралар аша бойомға ашырырға уйлайҙар.

Германизация сәйәсәте бигерәк тә Австрия империяһына ингәнгә тиклем уҡ үҙ дәүләтселегенең күптәнге тарихы булған (венгрҙар, чехтар, поляктар) милли әҙселек яғынан ҡаты ҡаршылашыуға осраны. 1848 йылдағы революцион вакиғаларға әүерелгән венгрҙарҙың ҡаршылашыуы айырыуса көслө булып сыға.

1848—1849 йылдарҙағы революция

үҙгәртергә

1848 йылдың март айында иҡтисади кризис осоронда Веналағы тулҡынланыуҙар канцлер Меттернихты отставкаһына килтерҙе. Яңы конституция 1848 йылдың 15 майында күмәк кеше ҡатнашлығында сығыш ойошторған радикал лидерҙар өсөн демократиянан алыҫ булып күренә. 1835 йылда вафат булып ҡалған Франц I алмаштырған аҙ һәләтле император Фердинанд I Инсбрукка ҡаса, ә һуңғараҡ тәхеттән баш тарта. Австрия империяһының төрлө өлөштәрендә «халыҡтар яҙы» тип исемләнгән, сөнки немец булмаған ерҙәрҙә (айырыуса Венгрияла) милли — азатлыҡ төҫтәренә манылған була, революция башлана.

1848 йылдың декабрь айында тәхеткә Фердинанд I кесе туғаны 18 йәшлек Франц Иосиф I ултыра.

Венгрия инҡилабы 1849 йылда, шул иҫәптән ул ваҡытта Австрия империяһының ҡыҫҡа ваҡытлы союздашы Рәсәй империяһы ғәскәрҙәренең ярҙамында, баҫтырыла. Империяла билдәле тотороҡлоҡ, Австрия — Италия-Француз һуғышында Франция һәм Пьемонтта (1859) еңелеүҙең Австрия хакимлығын Италияла юҡ иткәнгә тиклем, һаҡлана.

Шуның менән бергә илдә урынлашҡан реакция революциялар мәлендә үткәргән реформаларҙы юҡҡа сығарҙы. Империяға бик көслө бюрократик аппаратҡа таянған абсолют мрнархия ҡайтарылды. Хәл империяның тышҡы сәйәси изоляцияһы һәм уның сиктәрендә үҙәктән ситкә тайпылыусы тенденциялар өсөн ҡатмарлаша. Илдә дәүләттә федерализацияны ла, Габсбургтар монархияһынан ҡайһы бер өлөштәренең айырылыуын да талап иткән ойошмалар эш итә.

Австрия тарихы
 

Тарихҡа тиклем Австрия
Норик һәм Реция
Көнсығыш марка
Австрия герцоглығы
Австрия Эрцгерцоглығы
Изге Рим империяһы
(Габсбург монархияһы)
Австрия империяһы
Австро-Венгрия
Беренсе республика
Альп һәм дунай рейхсгау
Союз оккупацияһы
Икенсе республика

 
Австрия императорының тажы

Компромисс һәм Австро-Венгрияны барлыҡҡа килтереү

үҙгәртергә

Милли дәғүәләрҙе ҡәнәғәтләндерер өсөн Австрия хакимдары яңы Федераль конституция тәҡдим итәләр, әммә был һуңлаған аҙым була һәм артабанғы еңелеүҙәрҙән һуң 1867 йылда улар венгрҙар менән компромиссҡа (Ausgleich) баралар. Австрия империяһы ике дәүләтле монархияға — Австро-Венгрияға әүерелә. Яңы монархия Австрия (Цислейтания) ерҙәренә һәм киң эске һәм өоөшләтә тышҡы автономия алған, әммә элеккесә Веналағы уртаҡмонарх менән Венгрия тажы (Транслейтания) ерҙәренә бүленә.

Империя халҡының күпселек өлөшөнөң (славяндар) талаптары элеккесә ҡәнәғәтһеҙ ҡалып килгәнгә, Австрия (һуңғараҡ Австро-Венгрия) империяһы һәм Рәсәй империяһы араһында мөнәсәбәттәр ике империя ла 1918 йылда тарҡалғанға тиклем һаман насарая барҙы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә