300-сө уҡсылар дивизияһы (1-се формирование)

300-сө уҡсылар дивизияһы (1-се формирование) — Бөйөк Ватан һуғышында СССР Ҡораллы көстәренең хәрби берләшмәһе. Хәрби ғәмәлдәр осоро: 1941 йылдың 12 авгусынан алып 1943 йылдың 16 апреленә тиклем[1]. Ике тапҡыр Башҡортостанда ҡабаттан формалаша.

300-сө уҡсылар дивизияһы
Нигеҙләү датаһы 1941
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Дәүләт  СССР
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 16 апрель 1943

1941 йылдың июлендә Харьков өлкәһе Красноград ҡалаһында 300-сө уҡсы дивизияһы булараҡ булдырыла. Мобилизация планына ярашлы дивизияны комплектлау маҡсатында запастан шәхси состав саҡыртыла, шулай уҡ командирҙар һәм партия-сәйәси вазифаларына башҡа частарҙан командирҙар һәм сәйәси хеҙмәткәрҙәр, хәрби училищеларҙы тамамлаусылар йәлеп ителә. Хәрби училищелар бөтә шәхси составын тиҙләтелгән рәүештә сығара башлай. Уларҙың береһе Харьков округ хәрби-сәйәси училищеһы була. Дивизияның тәүге командиры итеп полковник П И. Кузнецов тәғәйенләнә.

1941 йылдың йәйендә Көньяҡ-Көнбайыш фронтта дивизия тәүге һынау үтә — 10 августа Днепрҙың һул ярында һуғышҡа инә. Днепр рубежында һәм Полтава тирәһендә бик ҡаты алыштар алып бара, бер нисә тапҡыр ҡамауға эләгә һәм уларҙан сығып ҡотола.

Юғары Баш Командующий Ставкаһы бойороғона ярашлы 1941 йылдың авгусында дивизия яңынан формалашыу өсөн Башҡорт АССР-ына — Туймазы, Бүздәк, Ҡандраға ебәрелә.

1941 йылдың 20 сентябрендә Харьков йүнәлешендә (Харьковтан яҡынса 120 км көнбайыштараҡ) 38-се армия составында була.

Тиҙләтеүгә билдәләнгән участкала дивизия оборонала тора. Берләшмә 54 кмлометрлыҡ фронтты биләй.

2 сентябргә ҡарата Кременчуг плацдармында туранан-тура немец ғәскәрҙәренә ҡаршы 38-се армияның 300-сө уҡсылар һәм 37-се кавалерия дивизиялары, шулай уҡ 5-се кавалерия корпусы (3-сө, 15-се, 34-се кавалерия дивизиялары) һәм 47-се танк дивизияһы частары тора.

1941 йылдың октябрь башына ҡарата ауыр обороналау алыштар һөҙөмтәһендә дивизия бик ҙур юғалтыуҙар кисерә. 300-сө уҡсылар дивизияһы һуғыша-һуғыша Полтава шоссеһы буйлап Коломак, Валки, Люботинға табан сигенә, уңайлы урындарҙа обороналауға күсә. Айырыуса аяуһыҙ алыштар Люботиндың көнбайыш яғында бара — Харьков алдындағы һуңғы рубеж. Дивизия уны биләүгә өлгәшә. 18 октябрҙә ошо рубежда дивизия һуғышҡа инә.

300-сө дивизия (һәр батальонда яҡынса 50-60 штык була) Основы ҡасабаһы тирәһендә Харьковтың көньяҡ өлөшөн обороналай.

Был көндө 300-сө уҡсылар дивизияһы яугирҙары Безлюдовканан фашистарҙың ике көслө атакаһын кире ҡағалар. 97-се немец пехота дивизияһы совет ғәскәрҙәре тылына үтеп инә алмай, әммә немец яғынан да, 300-сө дивизия яугирҙары араһында ла бик ҙур юғалтыуҙар була.

23 октябрҙән 24 октябргә ҡараған төндә дошман артиллерияһы ҡаланы утта тотоуҙы көсәйтә. 25 октябрҙә 300-сө дивизияһы 38-се армия командующийы генерал-майор В. В. Цыгановтың бойороғон ала: биләгән позицияларҙы ҡалдырып, Старый Салтов ҡалаһына табан сигенә башларға.

Харьков йүнәлешендәге ҡаты алыштар 1941 йылдың 25 октябрендә тамамлана.

1942 йылдың 1 сентябрендә дивизия етәксеһе итеп полковник И. М. Афонин тәғәйенләнә.

1942 йылда 300-сө уҡсылар дивизияһы 9-сы гвардия дивизияһы менән берлектә Кулянск аша Донға ынтылған немец-фашистар төркөмөнә ҡаршы һуғыша. 1942 йылдың 28 июлендә ҡабаттан формалашыу өсөн Башҡортостандың Ҡандра станцияһына килә. 1942 йылдың август-сентябрендә дивизия Башҡортостан халҡынан тулыландырыла.

1942 йылдың 4 октябрендә дивизия Сталинград фронтына ебәрелә. Дивизия Камышин ҡалаһы тирәһендә туплана, унан йәйәүләп Сталинградты обороналау өсөн юллана. Ҡабаттан ҡамауға эләгә, әммә үҙенең Хәрби Байрағы аҫтында ҡамауҙан сығыуға өлгәшә.

 
Безродныйҙа пар тирмәне бинаһы (хәҙер Волжский ҡалаһы), бында 300-сө уҡсылар дивизияһының күҙәтеү пункты урынлаша.
Файл:Volzhsky Memorial sign 300 th Rifle Division.JPG
Волжский ҡалаһында иҫтәлекле таҡтаташ (пар тирмәне бинаһы)

Дивизия частары Сталинград халҡы менән бәйләнеш тота, уларға батареялары уты менән ярҙам итә. Дошманды Волга аша сығармау маҡсатында дивизия Волга утрауҙарын биләп ала. 19 декабрҙән артиллерия һәм миномет уты менән Рынок һәм Спартановка ауылдарында полковник Гороховтың төркөмөнә ярҙам итәләр. Ошо уҡ ваҡытта дивизия Манштейн танкыларының һәм пехотаһының төп һөжүмен үҙ өҫтөнә ала һәм уларҙы Сталинградҡа яҡын ебәрмәй. Дивизия Новочеркасскиҙы, Раздор, Семикаракор, Мелихов станицаларын азат итеүҙә ҡатнаша.

1943 йылдың 12 мартында ҡышҡы алыштарҙа көсһөҙләнгән 300-сө дивизия резервҡа сығарыла һәм Краснодон тирәһендә туплана.

1943 йылдың апрелендә Сталинград өсөн алыштарҙа батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн 300-сө дивизияһы 87-се гвардия уҡсылар дивизияһы тип үҙгәртелә.

  • 1049-сы уҡсылар полкы
  • 1051-се уҡсылар полкы
  • 1053-сө уҡсылар полкы
  • 822-се артиллерия полкы;
  • 336-сы айырым истребителдәр-танкыға ҡаршы дивизионы;
  • 416-сы айырым зенит батареяһы, (581-се айырым зенит-артиллерия дивизионы);
  • 355-се айырым разведка ротаһы;
  • 591-се айырым сапер батальоны;
  • 756-сы айырым элемтә батальоны (айырым 282-се элемтә ротаһы);
  • 340-сы айырым медик-санитар батальоны;
  • 389-сы айырым химик һаҡлау ротаһы;
  • 726 айырым автотранспорт ротаһы;
  • 382 ялан икмәкханаһы;
  • 643-сө ветеринар дивизион лазареты;
  • 972-се ялан почта станцияһы;
  • 856-сы Госбанк ялан кассаһы.

Буйһоноуы

үҙгәртергә
  • 1941 йылдың 1 авгусына ҡарата — Харьков ХО
  • 1941 йылдың 1 сентябренән 1942 йылдың 1 июненә тиклем — Көньяҡ-Көнбайыш фронты, 38-се армия
  • 1942 йылдың 1 июненә ҡарата — Көньяҡ-Көнбайыш фронты, 28-се армия
  • 1942 йылдың 1 июленә ҡарата — Көньяҡ-Көнбайыш фронты, фронт буйһоноуы
  • 1942 йылдың 1 авгусына ҡарата — Сталинград фронты, 21-се армия
  • 1942 йылдың 1 сентябренә ҡарата — ВГГ ставкаһы резервы, 4 резерв А
  • 1942 йылдың 1 октябренә ҡарата — ВГГ ставкаһы резервы, 4 резерв А
  • 1942 йылдың 1 ноябренә ҡарата — Сталинград фронты, фронт буйһоноуы
  • 1942 йылдың 1 декабренә ҡарата — Сталинград фронты, 51-се армия
  • 1943 йылдың 1 ғинуарынан 1943 йылдың 1 апреленә тиклем — Көньяҡ фронты, 2 гв. А

Командирҙар составы

үҙгәртергә

Командирҙар

үҙгәртергә
  • Кузнецов Павел Ионович (10.07.1941 — 01.10.1941), полковник (яраланған ?)
  • Меркулов Серафим Петрович (02.10.1941 — 29.07.1942), полковник (вазифала — 05.10.1941)
  • Афонин Иван Михайлович (30.07.1942 — 07.02.1943), полковник
  • Тымчик Кирилл Яковлевич (08.02.1943 — 09.05.1943), полковник, 02.11.1944 — генерал-майор

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • 87-се гвардия уҡсылар дивизияһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Память народа::Боевой путь воинской части::300 стрелковая дивизия (300 сд). pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 8 июль 2019. 2019 йыл 8 июль архивланған.
  • Гладков Н. Н. «В упорных и оборонительных боях» в книге «В боях за Харьковщину», Харьков, 3-е изд., 1973, с.37-42.

Һылтанмалар

үҙгәртергә