1736 йылдың 11 февралендәге Указдар

1736 йылдың 11 февралендәге Указдар — 1735—1736 йй. башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу сараларын билдәләүсе һәм Ырымбур  экспедицияһы (1734—1744) эшмәкәрлеген яйға һалыусы норматив-хоҡуҡи акттар.

Тасуирлау

үҙгәртергә

1736 йылдың 11 (22) февраль Указдары [1] Ырымбур экспедицияһы начальнигы И. К. Кирилов һәм Башҡорт эштәре комиссияһы начальнигы А. И. Румянцев тәҡдиме менән әҙерләнгән, һәм уларға императрица Анна Иоанновна ҡул ҡуйған.

Указдар баш күтәреүселәрҙе язалау сараларын күҙ уңында тотҡан:

  • етәкселәр өсөн (Аҡай Күсемов, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Килмәк Нурышев, Солтан Морат һәм башҡалар) — үлем язаһы;
  • башҡаларға — артыҡ әүҙем ихтилалсыларға һөргөн, аттар менән мәжбүри штраф, өҫтәлмә ашлыҡ оброгы, уларҙың биләмәләрен йомош үтәүсе (служилый) мишәрҙәргә бушлай биреү.

Яуаплылыҡҡа тарттырылған ихтилалда ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларын Тарихи Башҡортостандан ситкә оҙатырға, ҡоллоҡҡа һатырға һәм көсләп суҡындырырға тейеш булғандар[2].

Мишәрҙәр, типтәрҙәр һәм бобылдар ихтилалда ҡатнашҡан башҡорттарға ер өсөн оброк түләүҙән тулыһынса азат ителгән. Баш күтәреүсе башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы мишәрҙәргә бирелергә тейеш булған. Дворяндар, мишәрҙәр һәм офицерҙар башҡорт общиналары ерҙәрен һатып алырға хоҡуҡлы булған. Указдарға ярашлы, Ырымбур комиссияһы начальнигы Башҡортостандағы ерҙәр менән иркенләп тотона алған: редуттар һәм форпостарға нигеҙ һалған, уларҙа гарнизондар урынлаштырған, тау заводтары һәм ҡәлғәләре төҙөткән, күсеп килеүселәргә таратып биргән.

Бынан башлап батша администрацияһы рөхсәтенән башҡа йыйындар үткәреү тыйылған. Башҡорт улыстарындағы старосталар урыҫ администрацияһына тоғро старшиналар менән алмаштырылырға тейеш булған.

Указдарға ярашлы, башҡорттарға тимерлектәр тотоу һәм ҡорал һатып алыу тыйылған. Шулай уҡ уларҙы ҡоралһыҙландырырға ҡушылған.

Указдарға ярашлы, мәсет һәм мәҙрәсәләр төҙөүгә сикләүҙәр индерелгән. Башҡортостанда ахундар һаны даруғалар һанына (Нуғай даруғаһы, Себер даруғаһы, Ҡазан даруғаһы һәм Уҫы даруғаһы) ҡарап дүрткә саҡлы ҡыҫҡартылған. Ахундар урындағы властар хуплауынан сығып ҡына тәғәйенләнергә тейеш булған.

Указдар буйынса, Ҡаҙан губернаторы рөхсәтенән тыш Ҡаҙан татарҙары менән никахлашыу тыйылған.

1736 йылдың 11 феврале Указдары Башҡортостанға килгән дворяндарҙың, керҙәштәрҙең һәм башҡа күсеп килеүселәрҙең ергә хоҡуҡтарын киңәйткән һәм шул уҡ ваҡытта аҫаба халыҡтың хоҡуҡтарын сикләгән.

Указдарҙа һанап үтелгән ҡайһы бер пункттар 1737 йылдан Ырымбур комиссияһы начальнигы В. Н. Татищев тарафынан тормошҡа ашырылған.

  • Акманов И. Г. Башкирские восстания XVII — начала XVIII вв. — Уфа: Китап, 1998.
  • Акманов И. Г. Башкирия в составе Российского государства в XVII — первой половине XVIII века. — Свердловск: Изд-во Урал. ун-та, 1991.
  • История башкирского народа: в 7 т.— Т.III.// гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа.: Гилем, 2011. — 476 с.: ил.
  • Полное собрание Законов Российской империи. Собр. первое. Т.9. СПб., 1830, №6890.
  • Устюгов Н. В. Башкирское восстание. 1737—1739 гг.. — М.-Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1950. — 154 с. — 2000 экз.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә