Өфө ҡаласыҡтары

Археологик ҡомартҡы

Өфө ҡаласыҡтары (рус. Уфимские городища) — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфө территорияһында урынлашҡан б.э.т. IV — б.э. XIV быуаттарға ҡараған археологик ҡомартҡылары[1][2][3]

Өфө ҡаласыҡтары
Урын Башҡортостан Республикаhы һәм Өфө

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Өфө ҡаласыҡтары Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфө биләмәләрендә бер нисә урында: Өфө ҡаласығы I (Шайтан ҡаласығы), Өфө ҡаласығы II, Өфө II, Өфө ҡаласығы III Зәки Вәлиди, Воровский, Яңы күпер, Октябрь Революцияһы, Пушкин, Туҡай урамдары тирәһендә урынлашҡан[4].

Табылдыҡтар

үҙгәртергә

Өфө ҡаласығы I — Шайтан ҡаласығы булараҡ билдәле. Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. IV—III быуаттарға ҡарай. «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы территорияһында Лысая тауында урынлашҡан. XVIII быуатта П. С. Паллас тарафынан тасуирланған. 1878 йылда Ф. А. Нефёдов, 1910—12 йылдарҙа В. В. Гольмстен һәм Д. Н. Эдинг, 1973 йылда Ю. А. Морозов өйрәнгән.

Өфө ҡаласығы II һәм Өфө ҡаласығы III берҙәм археологик комплекс тәшкил итә.

Өфө ҡаласығы IV Салауат Юлаев һәйкәле янында урынлашҡан. 1967 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты А. Х. Пшеничнюк асҡан. Табылған балсыҡ һауыттар Ҡара Абыҙ мәҙәниәте һауыттары ярсыҡтарынан тора. Уҡ башаҡтары, балсыҡ орсоҡбаштар һәм хайуан һөйәктәре табылған.

Өфө ҡаласығы V Өфө спорт һарайы янында урынлашҡан. 2002 йылда тарих фәндәре кандидаты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археологик тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙмәткәре Овсянников Владимир Владиславович тарафынан асыла һәм өйрәнелә.

Керамика Ҡара Абыҙ мәҙәниәте һәм Бахмут мәҙәниәте һауыттары ярсыҡтарынан тора.

Өфө тамағы ҡаласығы Өфө йылғаһының уң ярындағы моронда йылға тамағынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

1959 йылда СССР һәм Рәсәй ғалим-археологы, СССР Фәндәр академияһы Археология институты өлкән ғилми хеҙмәткәре. тарих фәндәре докторы аса Г. Н. Матюшин аса, 1990 йылда тарих фәндәре кандидаты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археологик тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙмәткәре Овсянников Владимир Владиславович өйрәнә.

Ҡаласыҡ майҙаны яҡынса 7 мең м², ур[5] һәм тәрәнлеге 0,5 м, киңлеге 3 м соҡор менән һаҡланған.

Табылған балсыҡ һауыттарҙың ярсыҡтары Ҡара Абыҙ мәҙәниәтенә ҡарай.

Артефакттар халыҡтың Өфө территорияһына тимер быуат һәм иртә Урта быуат дәүерендә килеп ултырыуын раҫлай.

Өфө ҡаласыҡтары материалдар БДУ, Тарих музейы (Мәскәү), ТТӘИ, Археология һәм этнография музейы, Ғилми-производство үҙәге, Милли музей фондтарында һаҡлана.[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Өфө ҡаласыҡтары//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 26 октябрь архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Иванов В. А., Обыдённов М. Ф. Археология города Уфы. Уфа, 2001.
  • Археологические работы в низовьях Белой: сб. науч. ст. Уфа, 1986
  • Обыдённов М. Ф., Обыдённова Г. Т. Археологические памятники Южного Приуралья эпохи железа (I тыс. до н. э. — I тыс. н. э.). Уфа, 1998.
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.