Өфө мәсеттәре — Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы мәсеттәре.

Тарихи мәсеттәр үҙгәртергә

 
Беренсе йәмиғ мәсете


 
Дүртенсе йәмиғ мәсете

Беренсе йәмиғ мәсете 1830 йылда Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө Ғәбдесәләм Ғәбдрәхимов үтенесе буйынса икенсе гильдия сауҙәгәре Мөкмин Хөҙәсәйетовтың аҡсаһына төҙөлгән. ХХ быуат башына мәхәлләлә 920 кеше иҫәпләнә. Мәсет ҡарамағында «Ғосмания» мәҙрәсәһе һәм урыҫ-башҡорт 2 класлы училищеһы эшләп килә.

1960—1992 йылдарҙа Беренсе йәмиғ мәсете Өфө ҡалаһында берҙән-бер ғәмәлдә булған мәсет була. Билдәле имам-хатиптары: Ғ. Ғәбдрәхимов (1830 йылдан), А. Ғәбдүлсәләмов (1840 йылдан), Ш. Ғ. Сөләймәнов (1844—1885), Х. Ғосманов (1888 йыл), Й. Т. Абыҙгилдин (1907—1938), Б. В. Туғыҙбаев, Н. М. Ниғмәтуллин (1983—1992), М. Мөхәмәтисламов (1992—2006), В. М. Тимерғәлиев (2006 йылдан). 1989 йылда СССР-ҙың Министрҙар кабинеты дини эштәр буйынса советы ҡарары нигеҙендә Ризаитдин Фәхретдинов исемендәге мәҙрәсә (хәҙер Рәсәй ислам университеты) асылды. Мәсет бинаһы мәҙәни мираҫ объекты булып тора.

Икенсе йәмиғ мәсете 1880-се йылдарҙа Өфө ҡалаһы Нижегородка биҫтәһенең Преображенск урамында (хәҙер Леваневский урамы) мәхәллә кешеләре аҡсаһына төҙөлгән. ХХ быуат башында мәхәлләлә 876 кеше иҫәпләнә. Мәсет янында «Ғәлиә» мәҙрәсәһе эшләй. Билдәле имам — хатиптары: З. Ғәликәев, З. Камалетдинов (1909—1924). 1931 йылда Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты ҡарарына ярашлы Икенсе йәмиғ мәсете ябыла. Мәсет бинаһы һаҡланып ҡалмаған.

Өсөнсө йәмиғ мәсете 1903 йылда Воздвиженск урамы (хәҙерге Лесопильная урамы) төҙөлгән. 1924 йылда мәхәлләлә 825 кеше иҫәптә була. Мәҙрәсә ҡарамағында «Хәсәниә» мәҙрәсәһе эшләп килә. 1940 йылда Өсөнсө йәмиғ мәсете ябыла. Ҡайһы бер имам-хатиптары: М. Мөхәммәтйәнов, М. Хәсәнов (1903 йылдан), М. Камалетдинов (1924 йылдан). Хәҙерге ваҡытта мәсет йортонда юғары спорт оҫталығы Мәктәбе урынлашҡан.

Дүртенсе йәмиғ мәсете (икенсе исеме «Хакимиә» мәсете) 1908 йылда төҙөлгән. Мәсет ҡарамағында «Хәкимиә» мәҙрәсәһе асыла. 1930 йылдың 9 февралендә Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты мәсетте ябыу тураһында ҡарар сығара. 1939 йылда Дүртенсе йәмиғ мәсетенең ике манараһы ла алып ташлана. 1991 йылда мәсет бинаһы мөьминдәргә кире ҡайтарыла.

Бишенсе йәмиғ мәсете 1909 йылда Өфө мосолман зыяратында төҙөлгән. Ике ҡатлы мәсет бинаһы бер манаралы ағас йорто була. Имам-хатибы — Х. Вәлиев. 1960 йылда мәсет бинаһында янғын сыға — йорттоң беренсе ҡаты яна.

Алтынсы йәмиғ мәсете 1918 йылда Лагер тауында (хәҙерге Проломная урамы, 23/1) төҙөлә. Ағас йорт, ике ҡатлы. Имам-хатибы — Х. Әхтәмов. Мәсет 1934 йылда ябылған. 1960-сы йылдарҙа мәсет бинаһы тораҡ йорто итеп үҙгәртеп төҙөлә.

Етенсе йәмиғ мәсетен төҙөү өсөн мөьминдәргә 1923 йылда рөхсәт бирелә. Ғибәҙәт ҡылыу имам-хатип Н. Ишаевтың өйөндә үткәрелә. 1928 йылда мосолман дини ойошмаһын теркәүҙән төшөрәләр. Етенсе йәмиғ мәсете бинаһы төҙөлмәй ҡала.

Хәҙерге мәсеттәр үҙгәртергә

 
Ләлә-Тюльпан мәсете

1996 йылда ҡалала 3 мәсет, 2007 йылда — 7 мәсет, 2013 — 20-гә яҡын мәсет эшләй.

«Ғофран» мәсете 1994 йылда Ленин районы Мосолман зыяраты территорияһында төҙөлгән. Мәсет янында йәкшәмбе мәктәбе һәм китапхана бар. Мәсеттең имам-хатибы — Г. Г. Хәсәнов (1992 йылдан алып).

«Ләлә-Тюльпан» мәсете 1998 йылда асылды. Мәсет 1000-дән артыҡ мосолманды һыйҙыра. Мәсеттең имам-хатибы — Г. Вәлиев (1999 йылдан), М. Таджетдинов (2000 йылдан алып). 1999—2005 йылдарҙа мәсет бинаһында Рәсәй ислам университеты урынлаша[1].

«Ихлас» мәсете асыла, 2001 йылда, 1956 йылда төҙөлгән элекке «Луч» кинотеатрын реконструкциялағандан һуң асыла. Мәсет янында мәҙрәсә, телестудия, нәшриәт, китапхана һ. б. эшләй. Мәсеттең имам-хатибы — М. М. Ғәлләмов (1997 йылдан алып).

«Хәмзә» мәсете 2006 йылда төҙөлдө. Мәсет эргәһендә йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Имам-хатибы — Н. Д. Нуриев (2006 йылдан алып), Т. Кәримбирҙиев.

«Мөнирә» мәсете 2011 йылда Мөнирә Байгилдинаның шәхси аҡсаһына төҙөлгән. ' Мөнирә Байгилдина мосолман ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе булып тора.[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Валиева Р. 2014 йыл 21 апрель архивланған.
  2. В уфимской мечети совершено нападение на главу мусульманского общества. IslamNews (4 октябрь 2010). Дата обращения: 10 май 2012. Архивировано 21 сентябрь 2012 года.(урыҫ.). IslamNews (2010-10-04). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 сентябрь 2012. 10 май 2012 тикшерелгән.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Васильева О. В., Латыпова В. В. и др. Дорога к храму: история религиозных учреждений г. Уфы. Уфа, 1993.

Һылтанмалар үҙгәртергә