Өсөнсө йәмиғ мәсете (Өфө)

Өфө ҡалаһының өсөнсө йәмиғ мәсете (татар. Өфө шәһәренең өченче җамигъ мәчете, урыҫ. Третья собо́рная мече́ть Уфы́, тюркс. اوفا شهرینڭ اوچنچی جامع مسجیدی) — Өфөнөң 1903 йылда асылып 1940 йылда ябылған өсөнсө мәсете.

Өсөнсө йәмиғ мәсете
Өфө ҡалаһының өсенсе йәмиғ мәсете
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Архитектура стиле Классицизм
Карта

Өфөнөң Новгород слободаһы мосолмандары 1899 йылдың 29 ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн таштан Йәмиғ мәсете төҙөү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә. 1900 йылдың 23 ноябрендә уларға ҡорам төҙөү өсөн участка бүленә. 1903 йылда мәсет асыла. 1902 йылдың 13 декабрендә имам-хатиб итеп Боғорослан өйәҙенең Баҡай ауылы крәҫтиәне Мөхәммәтсабир әл-Хәсәни һайлана. Унан һуң, 1924 йылда имам-хатиб итеп йәдитселек йүнәлешендәге билдәле мосолман дин белгесе, Зыя (Зыятдин) Камали тәғәйенләнә.

1940 йылда мәсет ябыла, бинаһы Ленин район советы башҡарма комитетына мәктәп итеп бирелә. Әле был бинала Спорт комплексы эшләй[1].

Бинаға һүтеп алыу хәүефе янай[2].

Мәсет бинаһы «Хәсәниә» мәҙрәсәһе һәм имам Сатаев йорто менән бер рәттән Өсөнсө йәмиғ мәсете тарихи-архитектура ансамбленә инә[3][4].

Имам-хатиптары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.