Хәсәниә мәҙрәсәһе
Мәҙрәсә | |
Хәсәниә
| |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Республика | Башҡортостан |
Ҡала | Өфө |
Адресы | Лесопильная урамы, 34 |
йүнәлеш, мәктәп | сөнни, хәнәфи |
Мәсет | 3-сө йәмиғ мәсете |
Архитектура стиле | Ислам архитектураһы |
Төҙөлөштө башлаусы | М. М. Хәсәнов |
Шәфҡәт итеүселәр | Өфө ҡалаһының мосолман йәмғиәте |
Төҙөлөш | ???—1903 йылдар |
Төп даталары: | |
Торошо | балалар спорт мәктәбе һәм китапхана |
Хәсәниә — Өфөнөң 3-сө йәмиғ мәсетендә эшләп килгән мәҙрәсә, урта уҡыу йорто.
Тасуирлама
үҙгәртергәМәҙрәсәнең эше ике баҫҡыста алып барылған: ике синыфтан торған, уҡыу мөддәте 4 йыллыҡ ибтидаи (башланғыс). Ошонда уҡ бер бүлмәлә ашхана урынлашҡан; өҫкө ҡатта — өс синыфлы, 3 йыллыҡ рөшдия (урта), бында уҡ шәкерттәрҙең йәшәү урындары — торлаҡ һәм Сәбир хәлфәнең уҙе һабаҡ биргән «Дәресхана» бүлмәһе. 1905—1907 йылдар революцияһы ваҡытында «Хәсәниә» мәҙрәсәһе әкренләп халыҡ тарафынан киң таныла башлай. Хәйер, 1912—1913 уҡыу йылында Өфө губернаһы ҡалаларындағы бөтә 13 мәктәптә лә яңы ысул менән уҡыталар ине инде: уларға төрлө фән нигеҙҙәренең элементтары индерелеп, сағыштырмаса арыу ғына йыһазлындырған ине.
Белем биреү күләме буйынса ла "Хәсәниә"лә бер ни тиклем үҙгәрештәр яһала: схоластика бер аҙ йомшартыла, иҫке төрки теле уҡытыла, донъяуи фәндәр (хисап, география, тарих, анатомия һ.б.) өйрәнелә башлай.
Мәҙрәсә халыҡтан алынған керемдәр иҫәбенә йәшәне (попечителдәре Фазулла һәм Әхиәрулла сауҙагәрҙәр ине).
Нигеҙләнеү тарихы
үҙгәртергә1903 йылдың көҙөндә, ҡәҙимселәр мәктәптәрҙәге һәр бер заман рухындағы яңылыҡҡа һәм үҙгәрешкә аяҡ терәп ҡаршы торған ваҡытта, асыла. Мәҙрәсәне нигеҙләүсе һәм мөҙәрисе — Мөхәммәтсабир Мөхәммәтйән улы Хәсәнов (1865-1924(?) сығышы менән Һамар губернаһы Боғорослан өйәҙе ауылынан. Ғәрәпсә, төрөксә яҡшы белгән. Шәкерт ваҡытынан уҡ ҡаҙаҡтар араһында абруй ҡаҙанған. Донъя әҙәбиәте һәм Европа педагогикаһы нигеҙҙәре менән таныш булған. 2-се саҡырылыш Рәсәй Дәүләт думаһының (20.02.-03.06.1907) мосолмандар фракцияһында «Мосолман хеҙмәт тайфаһы» төркөмө ағзаһы[1]. Мәҙрәсә халыҡтан алынған керемдәр иҫәбенә нигеҙләнә һәм йәшәй. Айырым бағымсылар — Фазлулла сауҙагәр һәм Әхиәрулла сауҙагәр.
Бина
үҙгәртергәМосолман йәмәғәтселегенән йыйылған аҡсаға һалынған ике ҡатлы бинала Өфө ҡалаһының хәҙерге Нуриманов һәм Лесопильная урамдары саты, адресы: Лесопильная ур., 34) урынлаша. Мәҙрәсәнең аҫҡы ҡатында ике кластан торған 4 йыллыҡ башланғыс мәктәп була. Өҫкө ҡатта — өс класлы урта мәктәп. Шунда ук шәкерттәр ятағы һәм Мөхәммәтсабир хәҙрәттең дәрес бүлмәһе.
Инҡилаб
үҙгәртергә1905-1907 йылғы инҡилаб ваҡытында мәҙрәсә халыҡ тарафынан киң таныла башлай[2]. Мөҙәрис мәҙрәсәлә уҡытыу-ойоштороу яғынан бер ни тиклем үҙгәрештәр индергән. Схоластика бер аҙ йомшартыла. Төрки теле уҡытыла башлай. Донъяуи фәндәр (хисап, йәғрафия, тарих, анатомия һ.б.) өйрәнелә. Ижекләп уҡыу ысулы өн ысулы менән алмаштырыла, уҡыу башы һәм аҙағы (дәресләп уҡытыу) билдәләнә, дәрестәр араһында тәнәфес яһау, уҡыу тамамланғас, имтихандар үткәреү ғәмәлгә индерелә. Ғәрәп графикаһында нәшер ителгән китаптарҙан тупланған бай китапханаһы була.
Мәҙрәсәне тамамлаусылар
үҙгәртергә«Хәсәниә» мәҙрәсәһен тамамлап, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә танылған шәхестәр араһында Башҡортостандың яҙыусылары байтаҡ.
Ябылыу
үҙгәртергәБина 1920 йылдың майында Өфө ҡалаһы Халыҡ мәғарифы ҡарамағына тапшырыла. 1923 йылға тиклем бернсе баҫҡыс милли мәктәп булараҡ эшләй.[3]. 1923 йылда, мәктәп ябыла, бинала китапхана урынлаша. Хәҙерге ваҡытта был бинала балалар спорт мәктәбе эшләп килә, Башҡортстан диниә назараты бинаға дәғүә белдергән[4].
Мөғәлимдәр
үҙгәртергә- Зөфәр ибне мулла Әхмәдшакиреләл-Ҡасими хәлфә — Пермь губернаһы Уҫы өйәҙе Ҡажмаҡты ҡаръяһынан. Троицкиҙа "Мәҙрәсәи Рәсүлиә"лә уҡыған. Ғәрәп теленең фонетикаһына, әхлаҡ һәм тарихҡа бәйләнешле бер нисә хеҙмәте баҫылып та сыҡҡан. Ибтидаи синыфтарҙа һабаҡ биргән.
- Яхъя Нурмөхәмәтов — рөдши кластарҙа мөғәллим булған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Түбәнге Новгород өлкәһе мосолмандары диниә назараты сайтында 2016 йыл 13 март архивланған. (рус.)
- ↑ Ислам в современном мире, № 5-6 (2006)
- ↑ «Башкортстан» белешмәлегендә (баш.)
- ↑ Proufu.ru, 2011 ел, 15 ноябрь 2016 йыл 4 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Утябай-Карими Р. Хасания // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)