Өпәйле һырты

Рәсәйҙең Свердловск һәм Силәбе өлкәләре территорияһында Урта Уралдың көньяғындағы тау һырты

Өпәйле һырты— Рәсәйҙең Свердловск һәм Силәбе өлкәләре территорияһында Урта Уралдың көньяғындағы тау һырты, Чусыу һәм Өфө йылғалары бассейнының үрге ағымында урынлашҡан[1].

Өпәйле һырты
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе

Топонимикаһы үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә тау һырты һәм йылға атамаһын шулай аңлата: «Өпәйле, йылға, Өфө йылғаһының уң ҡушылдығы; Оло һәм Кесе Өпәйле, Өпәйле инештәре; Өпәйле һырты; Түбәнге Өпәйле, 1813 йылда нигеҙләнгән эшселәр ҡасабаһы; Үрге Өпәйле, 1761 йылда тимер эшкәртеү заводын төҙөгән саҡта нигеҙләнгән өлкә ҡарамағындағы ҡала, Үрге Өпәйле территорияһы. Атама Өфө йылғаһы исеменә төгәл генә аңлатып булмаған -лей ялғауы (Уфалей) ҡушылып яһалған. Ғәҙәттә уны мордва телендәге „лей“ йылға һүҙе тип ҡабул итәләр. Әммә был аңлатма тарихи-этнографик мәғлүмәттәр менән нығытылмай. Моғайын, -лей көнсығыш башҡорттары һөйләшендә һүҙ яһаусы ялғауҙыр» тип йомғаҡлап ҡуя[2].

Бында -ле ялғауы башҡорт телендә кемдер йәшәгән йәки нимәгәлер бай урын тигәнде аңлатҡанын билдәләргә кәрәк. Тимәк, Өпәйле һырты өпәй ырыуы йәшәгән ер тигәнгә ишара.

Географияһы үҙгәртергә

Һырт меридиональ йүнәлештә төньяҡтан көньяҡҡа 90 километрға, Чусыуҙан Өпәйле йылғаһы үренә һәм Үрге Өпәйле ҡалаһынаса һуҙыла. Атамаһын Өпәйле йылғаһынан алған. Иң юғары нөктәһе — Чистый (Таҙа) ҡырла тауы (618. м.). Һырт кварциттарҙан, гнейстан, метаморфик тау тоҡомдары һәүерташтарынан тора. Ҡарағай- һәм ҡайын урмандары менән ҡапланған[3].

Көнбайыштан һырт Куказар, Наҙы, Рәүҙе һәм уларҙың ҡушылдыҡтары менән, көнсығыштан — Боборовка, Көнбайыш Чусыу, Полевой, Өпәйле һәм уның ҡушылдыҡтары менән сикәнгән.

Оло Шилея, Кондахта һәм Курта йылғалары арауығында ятҡан бейеклектәрҙең (Горновой, Оло Шалман, Кесе Шалман тауҙары) бер өлөшө, Өпәйле һәм Суховяз йылғалары арауығындағы Суховяз тауы, Кособрядский тауҙар теҙеме һырттың айырым участкаһын барлыҡҡа килтерә.

Шулай уҡ һырт Калиничев ҡырлаһы һәм Красный Камень ҡырлаһынан тора.

1950-се йылдарҙа ашалғандан тороп ҡалған ҡалдығын (останец) шартлатып, һырт башынан үткән юлға түшәйҙәр. Һырттың төньяҡ итәгендә баҡыр мәғдәненең Дегтярский ятҡылығы урынлашҡан. Көньяғында Үрге Өпәйле—Наҙы-Петровск автомобиль юлы үтә.

Һырт үренән бик күп йылғалар һәм шишмәләр ағып сыға.

Һырттың иң бейек тауы — Березовый (609 метр). Свердловск өлкәһе Полевский ҡалаһынан көнбайышҡа 10 километрҙа урынлашҡан.

В. И. Прокаев хеҙмәттәрендә Березовый (Ҡайынлы) тауының төньяғы — Рәүҙе һыртына, ә көньяғы Коновалов-Өпәйле һыртына индерелә[4].

Һырт түбәләре үҙгәртергә

  • Ҡурай еләкле (Гора Малиновая) тауы 552 м
  • Бейек тау (Гора Высокая) 597 м
  • Гордин тауы
  • Атаман тауы
  • Калиничев тауы
  • Козырев тауы 539 м
  • Седов Ташы тауы (Гора Седов Камень) 611 м
  • Ҡыҙыл Таш (Красный Камень) тауы 607 м. Красный Камень — Үрге Өпәйле ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа 12 километрҙа урынлашҡан. Тау түбәһенең матур булғанынан сығып, Красный исеме бирелгән[4].
  • Пермь ҡырлаһы тауы 600 м
  • Таҙа Ҡырлас (Чистый Увал) тауы 618 м
  • Каталажка тауы 540 м
  • Татар тауы 606 м
  • Төлкөтау (Гора Лисья) 564 м
  • Ыласынтау (Гора Сокол) 560 м. Коновалов ҡырлаһына көньяҡта йәнәш торған тау. Ыласын ҡошҡа туранан-тура мөнәсәбәте булмаған тау-ҡаялар төркөмөнә ҡарай. Матурлығын аңлатыусы метафора («ыласын кеүек мөһабәт тау») тип ҡабул итергә кәрәк. Уралда шуға оҡшаш тау-ҡаялар күп. Әлбиттә, ундай атамалар ыласындар оялаған урынға ла күрһәтеүе мөмкин. Тик был исем һүҙ төркөмөнә ҡарған оронимдарға ҡағылмай[4].
  • Өс Батыр тауы (Гора Три Богатыря) 580 м[5]

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Уфалейский хребет // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • [{{{ссылка}}} Өпәйле һырты] — Географической энциклопедии.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Силәбе өлкәһе порталы
  2. Уфалей, река, правый приток Уфы; Уфалейка, Большая и Малая речки, истоки Уфалея; Уфалейский, хребет; Нижний Уфалей, рабочий поселок, основанный в 1813 г.; Верхний Уфалей, город областного подчинения, основанный в 1761 г. со строительством железоделательного завода, территория города Верхнего Уфалея. Название составлено именованием реки Уфы и частицей -лей, не получившей достоверного разъяснения. Ее обычно принимают за мордовское лей — «река». Но эта принадлежность не подтверждается историко-этнографическими данными. Вероятнее всего, -лей — словообразовательная частица в говоре восточных башкир. Шувалов Н. И. Уфалейский хребет // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  3. 4,0 4,1 4,2 Уральский следопыт 2020 йыл 19 февраль архивланған.
  4. Уфалейский хребет // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Башҡорт ырыуҙары