Өндәрҙе әйтеү
Өндәрҙе әйтеү, прононс (франц. prononcer) — ул:
- һәр аныҡ телгә хас булған телмәр өндәре артикуляцияһының үҙенсәлектәре. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү — теге йәки был телдең орфоэпик нормалары;
- милләттәрҙең, ҡәбиләләрҙең, ерле халыҡтың, йәмғиәттәге төрлө ҡатламдарҙың өндәрҙе әйтеү ысулы, рәүеше, манераһы. Бер үк һүҙ төрлө кешеләр тарафынан йә төрлө социаль, территориаль, профессиональ төркөмдәр эсендә, төрлө йәштәгеләр араһында төрлөсә әйтелергә мөмкин.
Өндәрҙе әйтеү | |
Ҡайҙа өйрәнелә | фонетика |
---|---|
Вики-проект | Проект:Лингвистика[d] |
Өндәрҙе әйтеү Викимилектә |
Өндәрҙе әйтеүҙәге етешһеҙлектәр
үҙгәртергәТәүге һүҙҙәрҙе бала 9 айлыҡтан 18 айлыҡҡа тиклем сағында асыҡ әйтә башлай. Артабан яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү төрлө тиҙлек менән дауам итә, күп осраҡта 2—3 йәшенә бала ярайһы уҡ ҙур һүҙ байлығын үҙләштереп өлгөрә.
Һуңлап йә ауыр һөйләшеү, тотлоғоу, аңлайышһыҙ дикция телмәр ағзалары төҙөлөшөндәге етешһеҙлектәргә бәйле булырға мөмкин.
- Тел керешенең ҡыҫҡа булыуы — тел кереше ҡыҫҡа булһа, «ж», «ш», «р», «л» өндәре боҙоп әйтелә.
- Ирен һәм тел мускулдары парезы. Парез — ул мускулдар хәрәкәтенең көсһөҙләнеүе. Былай булғанда телмәр ағзаларының хәрәкәте көсһөҙләнә, теүәллеген, аныҡлығын юғалта.
- Тешләнештең дөрөҫ булмауы ла өндәрҙе дөрөҫ әйтмәүгә килтерергә мөмкин.
- Ҡайһы берҙә фонематик (телмәрҙе) ишетеүҙең етлекмәгәнеге өндәрҙе дөрөҫ әйтеүгә ҡамасаулай.
Өн әйтеү боҙоҡлоҡтары йыш ҡына психологик шарттар эҙемтәһе була.
- Һулыш алыу аппараты һәм телмәр ағзалары хис-тойғоларға буйһона. Тулҡынланыу, борсолоу, ҡурҡыу, асыуланыу — был эмоциялар һулышты ауырлаштыра, ауыҙ ҡыуышлығын киптерә. Айырым осраҡтарҙа был бәйләнеш тиҙ генә нығына — һөҙөмтәлә тотлоғоу барлыҡҡа килә.
- Йыш ҡына бала үҫкән мөхит дикция боҙолоуының сәбәпсеһе була. Өндәрҙе боҙоп әйткән тешһеҙ әсәһе менән йәшәгәнлектән бала телмәренең аңлап булмаҫ хәлгә етеп боҙолған осраҡтары билдәле. Әсәһе әйткәнде ҡабатлағанлыҡтан бала аңлайышыһыҙ телмәргә эйә була.
Акцент, әйтелеш
үҙгәртергәСит тел акценты күренеше айырым ҡыҙыҡһыныу уята. Ул патология түгел, әммә үтә сағыу булһа («көслө акцент»), телдән аралашҡан саҡта ҡыйынлыҡтар тыуҙырырға мөмкин. Көслө акцент менән һөйләгәнде хатта телде яҡшы белеүселәр ҙә аңлап етмәҫкә мөмкин, акцент менән һөйләүсе үҙе лә йүгерек телмәрҙе аңламауы бар.