Телмәр өнө

кешенең әйтеү аппараты тарафынан телдән аралашыу маҡсатында хасил ителгән тауыш

Телмәр өнө  — кешенең әйтеү аппараты тарафынан телдән аралашыу маҡсатында хасил ителгән тауыш (әйтеү аппаратына түбәндәгеләр инә: ҡурылдай, тамаҡ, ауыҙ ҡыуышлығы менән тел, үпкә, танау ҡыуышлығы, ирен, тештәр).

Телмәр өнө

Телмәр өндәре тураһындағы фән фонетика тип атала.

Телмәр өндәре дөйөм алғанда шауҙарға һәм тондарға бүленә: телмәрҙә  тондар тауыш йыйырсыҡтарының тирбәлеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә; шауҙар үпкәнән сыҡҡан һауаның периодлы булмаған тирбәлеүҙәренән хасил була.  Ғәҙәттә бөтә һуҙынҡылар тонға ҡарай; бөтөн тиерлек һаңғырау тартынҡылар шауҙарға инә. Яңғырау тартынҡылар шауҙар менән тондар ҡушылыуҙан барлыҡҡа килә. Шауҙар һәм тондар уларҙың бейеклеге, тембры, көсө һәм башҡа күп һыҙаттар буйынса тикшерелә.   

Төп тон телмәр сигналының иң билдәле һыҙаты булып тора.  Был һыҙат  сигналдың йышлыҡлы модуляцияһы булараҡ билдәле, уның параметрҙары еңел үлсәнә (асыҡланыуынса, төрлө кешеләрҙә  (ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар) 50-450 Гц  диапазонында урынлаша). Йышлыҡтың сағыштырмаса үҙгәреүе һәм һүҙҙе йәки фразаны әйткәндә ваҡыт эсендәге траекторияһы классификациялана. Йышлыҡтың сағыштырмаса үҙгәреүе 15 процентҡа етергә мөмкин, был Европа телдәрендә телмәрҙәге хис-тойғоларҙы тапшыра  (мәҫәлән, рус телендә төрлө траекториялар эмоцияларҙың 28-гә тиклем төрөн тапшыра), ә ҡайһы бер көнсығыш телдәрендә мәғәнә төҫмөрҙәрен бирә (мәҫәлән,  ҡытай теле фонетикаһындағы өс күренеш).

Үҙенсәлектәре буйынса телмәр өндәре өс яҡтан тасуирлана:  

  • акустик, сөнки тауыш акустик күренеш булып тора;
  • физиологик, сөнки өндәр үҙәк нервы системаһының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булып тора һәм телмәр ағзалары тарафынан сығарыла;
  • лингвистик (социаль), сөнки телмәр өндәре ярҙамында аралашыу ғәмәлгә ашырыла; өндәр һәр бер телдә һүҙҙәрҙең мәғәнәүи айырмаларын  билдәләй. Был аспекттан ҡарағанда өндәр фонема атамаһын ала, фонемалар һәр телдә система хасил итә. Лингвистик ҡараш  өҫтөнлөклө булып тора: нәҡ ул телмәрҙең айырым өндәрен ҡарай.   

Телмәр өндәренең акустик классификацияһы

үҙгәртергә

Акустик  ҡараштан телмәр өнө  һығылмалы мөхиттең билдәле спектрға, интенсивлыҡҡа һәм диапазонға эйә тирбәлеүҙәре  булып  тора (тәүҙә — телмәр аппаратының, шунан — һауаның, аҙаҡ — ҡолаҡ ярыһының).

Телмәр өнөнөң спектрын тонлы  (периодик) һәм шаулы (периодик булмаған) өлөштәргә айырырға була. Тонлы өндәр — тауыш ярылары,  шаулы өндәр ауыҙ ҡыуышлығындағы ҡаршылыҡтар  ҡатнашлығында барлыҡҡа килә. Ошо өлөштәргә ҡарап, телмәр өндәренә беренсе   классификацияны эшләргә була:

  • Һуҙынҡылар — тонлы
  • Һаңғырау тартынҡылар — шаулы
  • Сонор тартынҡылар  — тонлы, еңелсә шау ҡатнашлығында  
  • Яңғырау тартынҡылар — шаулы,   тон ҡатнашлығында.

Спектрға нескәрәк анализ яһап (спектрға ваҡыт йоғонтоһо ла иғтибарға алына), өндәрҙең киләһе классификацияһын эшләргә була [1]:

  • Вокаль/вокаль булмаған өндәр. Вокаль өндәр сағыу  форманттарға (ваҡыт үткән һайын сигналы көсәйә барған йышлыҡтарға) эйә. Бөтә һуҙынҡылар һәм сонор тартынҡылар — вокаль өндәр, бөтә шаулы тартынҡылар  вокаль булмаған өндәр тип атала.
  • Консонант/консонант булмаған өндәр. Йомшаҡ энергиялы өндәр консонант тип атала. Бөтә тартынҡылар — консонант, бөтә һуҙынҡылар — консонант булмаған өндәр.
  • Юғары/түбән өндәр. Бүленеш өн яһалыу урынына бәйле.  Алғы рәт һуҙынҡылары, шулай уҡ тел алды һәм тел арты тартынҡылары — юғары өндәр, алғы булмаған һуҙынҡылар, шулай уҡ ирен һәм тел арты тартынҡылары — түбән өндәр.
  • Компакт/диффуз. Бүленеш өн спектрының йыйнаҡлығына  бәйләнгән. Юғары күтәрелеш һуҙынҡылары, шулай уҡ ирен һәм теш тартынҡылары  — диффуз өндәр, ҡалған өндәр барыһы ла — компакт өндәр.
  • Диезлы/диезһыҙ өндәр. Бүленеш форманттарҙың спектрҙа  нисек урынлашыуына бәйле. Йомшаҡ тартынҡылар, шулай уҡ алғы рәт һуҙынҡылары һәм ике йомшаҡ тартынҡы араһында әйтелгән һуҙынҡылар — диезлы өндәр.
  • бемолле/бемолһеҙ. Ваҡыт үткән һайын спектры түбәнәйгән (тулыһынса йә өлөшләтә) өндәр бемолле өндәр тип атала. Иренләшкән һуҙынҡылар һәм тартынҡылар бемолле була.
  • Өҙөлгән/өҙлөкһөҙ. Энергияһы ваҡыт эсендә тигеҙ бүленгән өндәр өҙлөкһөҙ тип атала, ә өҙөлгән өндәрҙең энергияһы өн башында ғына иң юғары була. Йомоҡ тартынҡылар — өҙөлгән өндәр.
  • Киҫкен/киҫкен булмаған. Ныҡ төрләнгән спектрлы өндәр киҫкен тип атала.   Аффрикаттар һәм ҡалтырауыҡ өндәр  — киҫкен өндәр.
  • Яңғырау/һаңғырау.  Яңғырау өндәрҙең төп тауыш тоны — спектрҙың иң түбән өлөшө (300 Герцҡа тиклем). Яңғырау тартынҡылар һәм һуҙынҡылар — яңғырау өндәр. 

Телмәр өндәренең физиологик классификацияһы

үҙгәртергә

Кеше телмәренең өндәре, ҡағиҙә булараҡ,  артикуляция аппараты тарафынан эшләп сығарыла. Кешенең телмәр аппараты телмәрҙе хасил иткәндә төрлө типтағы өндәрҙе алыу өсөн түбәндәге физик принциптарҙы ҡуллана:

  • һуҙынҡы — тауыш ярыһындағы ярыҡ тауыш импульстарын бирә;
  • шышылдауыҡлы тартынҡы — тауыш ярыһындағы ярыҡ йомола һәм артикуляция  аппараты шаулы сигнал сығара;
  • ҡатнаш шышылдауыҡлы-тонлы өндәр, әйтәйек,  [з] [ж] тибындағы өндәрҙә  тауыш ярыһындағы ярыҡтан сыҡҡан шау ҙа ҡатнаша, ә  [р] тибындағы өндәрҙә  тон сигналы модулләшә;
  • шартлаулы тартынҡы — өн яһалыу артикуляция ағзаларының һауа ағымын бүлеүе һәм артабанғы  акустик һуғылыу юлы менән бара;
  • пауза — өнһөҙлөк, паузаның оҙонлоғо уның артынан килгән өндө тойоуға йоғонто яһай;
  • өн яһалыу барышында  артикуляция параметрҙарының үҙгәреүе лә (динамикаһы) ниндәйҙер бер өн барлығы тойғоһон хасил итә (дифтонгылар);
  • интонация — төп тондың сағыштырмаса үҙгәреүе. 

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Зиндер Л. Р. Общая фонетика. Изд. 2, перераб. и доп. М., 1979.
  • Кодзасов С. В., Кривнова О. Ф. Общая фонетика. М.: Изд-во РГГУ, 2001.