Хәмәтйәнов Өлфәт Рәхимйән улы

(Өлфәт Хәмәтйәнов битенән йүнәлтелде)

Хәмәтйәнов Өлфәт Рәхимйән улы (27 июль 1938 йыл — 6 декабрь 2016 йыл) — ғалим-акушер-гинеколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), Рәсәй Федерацияһының (2001) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған табибы.

Хәмәтйәнов Өлфәт Рәхимйән улы
Тыуған көнө 27 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Өлфәт Рәхимйән улы Хәмәтйәнов 1938 йылдың 27 июлендә Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Ҡыҙыл Юл ауылында тыуған. Урта белем алғандан һуң 1957 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә һәм уны 1961 йылда тамамлай.

1969 йылдан алып Башҡорт дәүләт институтында эшләй. 1982 йылда шул уҡыу йортонда акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһының мөдире булып тәғәйенләнә. Ошо вазифала эшләгәндә бер үк ваҡытта 1988—1990 йылдарҙа уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса проректор була.

Хәмәтйәнов Өлфәт Рәхимйән улының ғилми эшмәкәрлеге акушерлыҡта һәм гинекологияла эндокрин органдарының боҙолоу тәьҫиренә һәм бала тапҡанда эренле-сепсис ауырыуҙарҙы прогнозлау һәм профилактикалауға йүнәлтелгән. Ул шулай уҡ инәлек органдарынан дисфункция арҡаһында ҡан ағыуҙы профилактикалау һәм гениталь инфантилизм менән сирләгән ҡатындарҙың репродуктив функцияларын юлға һалыу ысулдары менән шөғөлләнә. Хәмәтйәнов Өлфәт Рәхимйән улы 250 фәнни эштәр авторы, уның 3 уйлап табыуға патенты һәм авторлыҡ танытмаһы бар.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Дисфункциональные маточные кровотечения. М., 1972.
  • Репродуктивная функция женщин с генитальным инфантилизмом. Уфа, 1980

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә