Әғлетдинов Имаметдин Әғлетдин улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы 60-сы гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә. Гвардия ҡыҙылармеецы

Әғлетдинов Имаметдин Әғлетдин улы (рус. Аглетдинов Имаметдин Аглетдинович; 1905 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы 60-сы гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә. Гвардия ҡыҙылармеецы[1].

Әғлетдинов Имаметдин Әғлетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Боғҙан ауылы, Миәкә районы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Имаметдин Әғлетдин улы Әғлетдинов 1905 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы) Боғҙан ауылында тыуған.

1941 йылда Миәкә район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра. Яңы ойошторолған 112-се Башҡорт атлы дивизияһына билдәләнә.

Гвардия ҡыҙылармеецы Әғлетдинов Имаметдин Әғлетдин улы Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы 60-сы гвардия кавалерия полкы яугиры була.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, тыуған колхозында бригадир, колхоз рәйесе вазифаһында хеҙмәт итә[1].

Әғлетдинов Имаметдин Әғлетдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[2] һәм БР-ҙың Миәкә районы Боғҙан ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә