Төп менюны асырға

Уразмәтов Әхәт Сәлих улы

(Әхәт Уразмәтов битенән йүнәлтелде)

Уразмәтов Әхәт Сәлих улы (9 декабрь 1931 йыл — 2 июль 2015 йыл) — совет һәм Рәсәй эстрада артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1983), БАССР-ҙың халыҡ (1977) артисы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.

Әхәт Уразмәтов
Исеме:

Уразмәтов Әхәт Сәлих улы

Тыуған ваҡыты:

9 декабрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Шишмә районы Ҡалмаш ауылы

Вафат ваҡыты:

2 июль 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (83 йәш)

Вафат урыны:

Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

Эстрада артисы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Әүҙем йылдары:

1951—1999

Псевдоним:

Кәтүк

Амплуа:

Сатирик

Театр:

Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалары:
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1983
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Йөкмәткеһе

БиографияһыҮҙгәртергә

Әхәт Сәлих улы Уразмәтов 1931 йылдың 9 декабрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Ҡалмаш ауылында тыуған.

1951 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлеген тамамлағандан бирле Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы.

1952 йылдан актёрҙарҙың артабан киң билдәлелек аласаҡ «Кәтүк менән Бағанай» дуэты ойошторола. Унда «Кәтүк» — Әхәт Уразмәтов, «Бағанай» — БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғәфүр Латипов була. Дуэттың репертуары ҡыҙыҡ-мәҙәктәр, төртмә таҡмаҡтар, юмор һәм сатиранан тора. Башҡорт эстрадаһының талантлы оҫтаһы, Уразмәтов лирик һәм публицистик монологтар менән сығыш яһаны, Ҡадир Даян, Агиш Ғирфанов, Шәриф Бикҡол, Фәтих Ихсанов, Шакир Насыров, Нәжибәк Хафизов һәм башҡаларҙың интеромедаларында 100-ҙән артыҡ саҡыу образ тыуҙырҙы. Башҡортостан һәм Рәсәй ҡалалары, шулай уҡ Финляндия буйлап даими гастролдәрҙә йөрөй, төрлө фестивалдәрҙә, кисәләрҙә, концерттарҙа һәм ижади осрашыуҙарҙа әүҙем ҡатнашты.

Һөйләү жанры оҫтаһы, артист Әхәт Уразмәтов 2015 йылдың 2 июлендә Өфөлә вафат булды[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1983)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977)

ХәтерҮҙгәртергә

  • Аралбаева Л. Өфөлә билдәле юморист Әхәт Уразмәтовтың хәтер кисәһе була. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 7 декабрь[2].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә