Әхтәмов Ғәлимйән Әхтәм улы
Әхтәмов Ғәлимйән Әхтәм улы (1905 йыл, (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 1906) Башҡортостан Республикаһы Иглин районы — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, гвардия өлкән сержанты, III дәрәжә Дан ордены (1944) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры[1][2].
Әхтәмов Ғәлимйән Әхтәм улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1905 |
Тыуған урыны | Иглин районы |
Һөнәр төрө | сапёр |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхтәмов Ғәлимйән Әхтәм улы 1905 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районында тыуған[1]. Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылда Иглин район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[2]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкында саперҙар взводы бүлеге командиры булып хеҙмәт итә[1].
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына (Батырлыҡ күрһәткән көндәре: 19.09.1943-26.09.1943. Подразделениеның 1943 йылдың 27 сентябрендәге 230-сы номерлы приказы) лайыҡ була[1]. Наградлау ҡағыҙында уның батырлығы тураһында ошондай юлдар яҙылған:
Саперҙар взводы саперы, гвардия ҡыҙылармеецы Әхтәмов Ғәлимйән Әхтәм улы 1943 йылдың 19 сентябрендә һуғышта ҡатнашып, дошмандың ғәрәсәтле пулемет-миномет уты аҫтында Сөн йылғаһы аша күперҙе минанан таҙартты. 1906 йылғы, башҡорт, ВКП(б ағзаһы)[1]. |
1944 йылдың 4 майында III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (Батырлыҡ күрһәткән көндәре: 21.04.1944, подразделениеның 1944 йылдың 4 майындағы 10/н номерлы приказы)[1].
1945 йылдың 4 майында Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 03.03.1945, подразделениеның 1945 йылдың 4 майындағы 24/н номерлы приказы)[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1943)
- III дәрәжә Дан ордены (1944)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Память народа. Ахтямов Галимьян Ахтямович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Шаймуратовцы. АХТЯМОВ Галимьян Ахтямович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)