Әхтәмов Абдрахман Хафиз улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, гвардия ефрейторы, ике тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғ

Әхтәмов Абдрахман Хафиз улы (1922 йыл, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылы — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, гвардия ефрейторы, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1][2]

Әхтәмов Абдрахман Хафиз улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1922
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ районы
Хәрби звание ефрейтор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхтәмов Абдрахман Хафиз улы 1922 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылында (бөткән ауыл, Ишембай һәм Салауат ҡалаларының хәҙерге биләмәләрендәге бөтөрөлгән тораҡ пункттар хөрмәтенә, шулай уҡ яуҙарҙа батырҙарса һәләк булған Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә 2003 йылдың 24 сентябрендә «Юрматы ере» мемориаль комплексы төҙөлгән[3]) тыуған[1]. Ҡыҙыл Армия сафына 1942 йылда саҡырыла. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә[2].

Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн ике тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» миҙалына (25.10.1943, икенсе миҙалының ваҡыты күрһәтелмәгән) лайыҡ була[1]. 1945 йылдың 9 майында «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы, ә 1985 йылдың 6 апрелендә II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә