Әхмәтов Вәлийән Муллаян улы

16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты, III дәрәжә Дан ордены квалеры

Әхмәтов Вәлийән Муллаян улы (1912 йыл[1], башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1919 йыл — 26 ғинуар 1945 йыл) — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты, III дәрәжә Дан ордены квалеры[2][3].

Әхмәтов Вәлийән Муллаян улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1919
Тыуған урыны Яңы Ҡормаш, Иҫке Ҡормаш ауыл Советы (Кушнаренко районы), Кушнаренко районы
Вафат булған көнө 26 ғинуар 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Вафат булған урыны Польша
Хәрби звание кесе сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яраларҙан вафат була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Әхмәтов Вәлийән Муллаян улы 1912 йылда[1], башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1919 йылда Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Яңы Ҡормаш ауылында тыуған[2]. Ҡыҙыл Армия сафына Кушнаренко район хәрби комиссариаты тарафынан 1943 йылдың 7 ғинуарында саҡырыла[2][3]. 7-се гвардия кавалерия корпусының 16 гвардия кавалерия дивизияһы 62‑се гвардия кавалерия полкында 4-се эскадрон ҡул пулеметы тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә[2][3]. Немец илбаҫарҙары менән һуғыш фронтында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1945 йылда III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[1][3]. 1945 йылдың 26 ғинуарында һуғыш яланында алған яраларынан (пуля күкрәк һәм ҡорһаҡ ҡыуышлыҡтарына үтеп инә) вафат була[2]. Польшаның Познань воеводствоһы Калиш поветы (районы) Старый Боркув ауылында костёл ҡоймаһы эсендә ерләнгән[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә