Әхмәтова Бәйнә Хәлиулла ҡыҙы

ғалим-терапевт, йәмәғәтсе. Юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1969). Профессор (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәк
(Әхмәтова Бэйна Хәлиулла ҡыҙы битенән йүнәлтелде)

Әхмәтова Бәйнә Хәлиулла ҡыҙы (9 ғинуар 1920 йыл — 11 ноябрь 2013 йыл) — ғалим-терапевт, йәмәғәтсе. 1957—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1972—1985 йылдарҙа 1-се госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире. 1972—1985 йылдарҙа Башҡортостан кардиологтар йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994).

Әхмәтова Бәйнә Хәлиулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 ғинуар 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Ҡарғалы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 11 ноябрь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (93 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө ғалим, терапевт
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Бәйнә (Бэйна) Хәлиулла ҡыҙы Әхмәтова 1920 йылдың 9 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Бүздәк улусы[1] Үрге Ҡарғалы ауылында тыуған. 1933 йылда Тереғоловтар ғаиләһе Өфөгә күсеп килә.

Өфөләге 2-се урта мәктәптә, Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡый.

Тормош юлы

үҙгәртергә

1941 йылда медицина институтын тамамлағандан һуң, Туймазы районының Ҡандра участка дауаханаһында,

1946 йылдан — «Алкин» шифаханаһында эшләй.

1952 йылдан Өфө ҡалаһының 2-се дауаханаһында бүлек мөдире.

1957—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1972—1985 йылдарҙа 1-се госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире.

1969 йылда Ҡазан медицина медицина институтының ғилми советы ултырышында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1972—1985 йылдарҙа Башҡортостан кардиологтар йәмғиәте рәйесе. Терапевт-табиптарҙың квалификацияһын камиллаштырыу эшен йәнләндерә. Ғилми эшмәкәрлектәренә баһа биреү менән бер рәттән ул үҙенең студеттарына һәм коллегаларына үҙенең бай клиник тәжрибәһен тапшырған.

Уның етәкселегендә кафедрала бронх-үпкә патологияһы, нефть-химия һәм машиналар төҙөү сәнәғәтендә эшләүселәрҙең йөрәк-ҡан тамырҙары һәм үпкә-тын юлдары сирҙәре һәм уларҙы реабилитациялау мәсьәләләре өйрәнелгән.

Ғилми-тикшеренеү хеҙмәттәре йөрәк-ҡан тамырҙары, үпкә-бронх ауырыуҙарының этиологияһы, терапияһы һәм профилактикаһы проблемаларына; уларҙы дауалауҙа үҫемлектәрҙе ҡулланыуҙы өйрәнгән.

Б. Х. Әхмәтова ҡатнашлығында клиник тәжрибәгә хроник үпкә, йөрәк ишемияһы сирҙәре һ. б. хас булмаған сирҙәрен билдәләгәндә электротопография методтары индерелгән.

400-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 18 монография авторы.

Уҡыусылары уның етәкселегендә 20 доктор һәм кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған.

Әхмәтова 134-се уҡсылар бригадаһының кадрҙар составын формалаштырыуҙа ҡатнашҡан.

2013 йылдың 11 ноябрендә Өфөлә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1989 — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • 1994 — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
  • «Бөйөк Ватан һуғышы ветераны» миҙалы
  • «Хеҙмәт ветераны» билдәһе
  • «Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Лечение хронических заболеваний лёгких копытнем европейским. Уфа, 1972 (соавт.); Хронический бронхит и предбронхит у нефтехимиков. Уфа, 1996 (соавт.);
  • Бронхиальная астма: (клиника, диагностика и лечение). Уфа, 2002 (соавт.).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә