Тимерғәлина Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы

Күренекле башҡорт ҡатын-ҡыҙы, 1930-сы йылдар аҙағында комсомолдың Үҙәк комитеты секретары
(Шәрифә Тимерғәлина битенән йүнәлтелде)

Тимерғәлина Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы (31 ғинуар 1910 йыл — 26 февраль 1939 йыл) — йәмәғәт эшмәкәре. 1931—1936 йылдарҙа РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, 1936—1938 йылдарҙа РКСМ Үҙәк Комитетының бүлек мөдире урынбаҫары һәм мөдире, Үҙәк Комитет секретары. СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1931 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Тимерғәлина Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 31 ғинуар 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Ҡәнзәфәр, Рәсәй
Вафат булған көнө 26 февраль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (29 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Мәскәү
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVII съезы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы Тимерғәлина 1910 йылдың 31 ғинуарында Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) Ҡәнзәфәр ауылында тыуған. Милләте — башҡорт[1].

1929 йыл — Өфөләге В. И. Ленин исемендәге мәктәпте тамамлаған[2].

Башҡортостан өлкә йәш пионерҙар бюроһы рәйесе урынбаҫары, рәйесе (1929—1931).

РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (1931—1936), РКСМ Үҙәк Комитетының уҡыусы йәштәр бүлеге мөдире урынбаҫары һәм мөдире.

1934 йылда Парижда Һуғышҡа ҡаршы ҡатын-ҡыҙҙар конгресында ҡатнаша.

1936 йылдан Мәскәүҙә РКСМ Үҙәк Комитетында уҡыусы йәштәр бүлеге мөдире, ә 1937 йылдан йәш ҡатын-ҡыҙҙар араһында эштәр буйынса секретарь вазифаларын үтәй. «Детиздат» нәшриәтендә милли әҙәбиәт секторын мөхәррире булып эшләй[1].

1937 йылдың декабрендә СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1938 йылдың 29 ноябрендә ҡулға алына, контрреволюцион буржуаз-милли ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнә һәм 1939 йылдың 26 февралендә атыла. 1956 йылдың 21 июлендә аҡлана[1].

  • Тыуған ауылы Ҡәнзәфәрҙә Шәрифә Тимерғәлинаға һәйкәл ҡуйылған, район үҙәге Ҡоншаҡ ауылында уның исеме бер урамға бирелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Тимиргалина Шарифа Тимиргазиевна // Москва, расстрельные списки - Донской крематорий.
  2. Выпускница 1929 года Шарифа Тимергалина

Һылтанмалар

үҙгәртергә