Ғәтиәтуллин Әсәҙулла Ғәтиәтулла улы

(Әсәҙулла Ғәтиәтуллин битенән йүнәлтелде)

Әсәҙулла Ғәтиәтулла улы Ғәтиәтуллин (18911969) — башҡорт импровизатор-шағиры, сәсән.

Ғәтиәтуллин Әсәҙулла Ғәтиәтулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1891
Тыуған урыны Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1969
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәтиәтуллин Әсәҙулла Ғәтиәтулла улы 1910 йылдың 2 июлендә Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Кушнаренко районы) Шыршы-Тартыш ауылында тыуған.

Бөрө мәҙрәсәһендә белем алған. Төрөк һәм ғәрәпдәрен белгән. Граждандар һуғышында ҡатнаша. Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй. 1931—1933 йылдарҙа Шыршы-Тартыш ауыл мәктәбендә уҡыта, артабан ауыл советы секретары, колхозда иҫәпсе булып эшләй[1].

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Әсәҙулла Ғәтиәтуллин ижад менән ғүмеренең һуңғы йылдарында, пенсияға сыҡҡандан һуң, ғына шөғөлләнә башлай. Яҙыусының әҫәрҙәре нигеҙендә — башҡорт халҡы яҙмышы («Атам ҡара башҡорт булған», «Беҙ — бәхетле халыҡ», «Беҙ көрәштек» һәм башҡалар). Ғәтиәтуллиндың ижадында тос урынды сатирик шиғырҙар биләй, шиғырҙарҙа кешелек аҙғынлығы көлкөгә ҡалдырыла — «Алдаҡсы» «Ярар, бабай, ярар!» һәм башҡалар.

Авторҙың ҡайһы бер әҫәрҙәре «Башкорт халык ижады» йыйынтығына индерелде. Уның ҡулъяҙмалары Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә һаҡлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә