Әрәпәнде
Әрәпәнде - рус. Репенды - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы ҙур булмаған күл.
Әрәпәнде | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәӘрәпәнде - Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы Оло Алаҡай менән Кесе Киҫегәс күлдәре араһында урынлашҡан сөсө һыулы бәләкәй күл.
Географик координаттары: киңлеге - 55°57′10″N (55.952908), оҙонлоғо - 60°55′8″E (60.918847)
Иң яҡын тораҡ пункт - Киҫегәс ҡасабаһы.
Кәҫлегә тиклем алыҫлығы - 12 км, Екатеринбургҡа тиклем – 120 км [1].
Этимологияһы
үҙгәртергәГидронимдың аныҡ ҡына аңлатмаһы юҡ. Башҡортса әйтелеше Әрәпәнде булыуы уны "әрәпә" (ғәрәфә) һүҙенән килеп сығыуы ихтималлығын күрһәтә.Ғәрәфә көнө - мосолман байрамы, һөйләшкә ул "әрәпә" тип инеп киткән [2]
Тасуирламаһы
үҙгәртергәКүлдең сөңкәһе түңәрәк рәүешле, геометрик дәүмәлдәре 1,1*0,8 км.
Һыу көҙгөһө майҙаны 0,6 км².
Ярҙары һөҙәк, улар янында төбө ҡомло-ташлы, үҙәк өлөшө ләмле. Көньяҡ өлөшөнән башҡа ярҙары һаҙлыҡлы.
Һыуы сөсө, минераллылығы ҙур түгел - 600 мг/л. Химик составы гидрокарбонатлы-магнийлы[3].
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәҮҫемлектәр донъяһы урман-дала һыҙатына хас, ҡатнаш урмандар һәм ҡайынлыҡтар урманһыҙ участкалар менән сиратлаша. Улар тап шулай сиратлашып күлде уратып алған. Һыу үҫемлектәре артыҡ күп түгел. Йылы ваҡытта ла күл өҫтөнә үҫемлектәр ҡалҡып сыҡмай. Һаҙмырт урындарында ҡамыш һәм күрән үҫә
Күл балыҡҡа бай ғына: шырт балыҡ, алабуға, табан балыҡ, ҡарабалыҡ, себер сабағы, опто, суртан тереклек итә.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Репенды
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 755-се бит.
- ↑ Озеро Репенды 2019 йыл 29 октябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 755-се бит/ Әрәпә
- Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Репенды
- Озеро Репенды(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Озеро Репенды 2019 йыл 29 октябрь архивланған.