Киҫегәс (ҡасаба)
Киҫегәс рус. Кисегач— Рәсәй Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы ҡасаба. Төбөк ауыл биләмәһе составына инә [4].
Киҫегәс | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Төбәк ауыл биләмәһе[1] |
Халыҡ һаны |
45 кеше (2002)[2], 29 кеше (2010)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 236 метр |
Почта индексы | 456835 |
Этимологияһы
үҙгәртергәҠасабаның атамаһы үҙе ярында урынлашҡан Киҫегәс атамалы күлдән алынған (ҡара - Оло Киҫегәс). «Киҫегәс» — күлдең хәҙерге атамаһы. Иҫәт провинцияһының 1742 йылғы ландкартаһында рус. Кисега тип күрһәтелгән, академик Паллас П. С. күлде Кисегаташ тип атаған, «Ырымбур губернаһы» тигән географик очеркында Д. Н. Соколов күлде Кисъ-Агачъ тип яҙа.
Силәбе өлкәһенән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең исемен башҡортса "киҫеү" һүҙе менән бәйләй[5].
Географияһы
үҙгәртергәОло Киҫегәс күленең төньяҡ ярында, район үҙәге Кәҫле ҡалаһынан яҡынса 7 км төньяҡ-төньяҡ-көнсығышында, диңгеҙ кимәленән(NNE) 236 метр бейеклектә урынлашҡан[6].
Тарихы
үҙгәртергәҠасабаға 1930 йылда нигеҙ һалынған. Ҡасаба территорияһында «Ҡыҙыл Партизан» колхозы бүлексәһе, ә XX быуаттың 60-сы йылдарынан — Төбөк совхозы бүлексәһе урынлашҡан[7].
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[8] | 2010[9] |
45 | ↘29 |
2010 йыл йәниҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ҡасабала 29 кеше йәшәгән (15 ир-ат һәм 14 ҡатын-ҡыҙ)[9].
Урамдары
үҙгәртергәҠасаба өс урамдан тора[10].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Шувалов Н. И. Кисегач // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ Шувалов Н. И. Киснгач // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ Kisegach (ингл.). GeoNames. Дата обращения: 14 апрель 2014.
- ↑ Кисегач // Касинский городской портал
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ 9,0 9,1 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Каслинский р-н → Кисегач п.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. Киснгач // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7