Әбсәләм (Учалы районы)

(Әпсәләм (Учалы районы) битенән йүнәлтелде)

Әбсәләм (рус. Абсалямово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Мансур ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 89 кеше[1]. Почта индексы — 453712, ОКАТО коды — 80253849004.

Ауыл
Әпсәләм
Әпсәләм
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Мансур

Координаталар

54°38′07″ с. ш. 59°31′43″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 849 004

ОКТМО коды

80 653 449 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Әпсәләм (Рәсәй)
Әпсәләм
Әпсәләм
Әбсәләм (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Әпсәләм

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 58 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Абҙаҡ): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шартым): 26 км[2]

Әбсәләм ауылынан 17 км алыҫлыҡта Урал йылғаһы аға[3].

18591866 йылдар араһында Троицк өйәҙе Ҡаратабын һәм Барын‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса шул уҡ өйәҙҙең Ҡыуаҡан улусы башҡорттары Ташлығалды йылғаһы буйында Әбсәләм (Этимгән) ауылына нигеҙ һала. Бәләкәй ауыл тип тә аталған. 1864 йылда бындағы 27 йортта 171 кеше йәшәгән. Ауыл халҡы Ҡашлаубар, Сыбаратйылға, Йәшенатҡан йылғалары буйындағы Урал тауы битләүендә күсенеп йөрөгән. 1866 йылда 27 йортта 171 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған[4].

Совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 331 кеше йәшәгән 61 йорт асыҡланған. 331 кешенең һәр береһенә 2 бот яҙғы иген тура килгән. 1920 йылда ауылдан 1 саҡрым алыҫлыҡта Захаров тирмәне эшләгән[5].

Хәҙерге осор

үҙгәртергә

Әбсәләм ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, магазин бар[6].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 192
1920 йыл 26 август 331
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 196
1959 йыл 15 ғинуар 180
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 106
2002 йыл 9 октябрь 100
2010 йыл 14 октябрь 89 47 42 52,8 47,2
Милли состав

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Әбсәләм ауылында башҡорттар йәшәгән (100 %)[7].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдарында

үҙгәртергә

1859 йылда[8] Әбсәләм ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана

Урамдары

үҙгәртергә
  • Йәштәр урамы (рус. Молодёжная улица)
  • Йылға урамы (рус. Речная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[9].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. На своих двоих по Учалинскому Району — К истоку реки Урал 2014 йыл 19 август архивланған.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 17. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 17. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Әбсәләм (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  8. ревизия материалдары 2021 йыл 30 ноябрь архивланған.
  9. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан

Һылтанмалар

үҙгәртергә