Әмәкәй
Әмәкәй — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы. Әмәкәй ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
Ауыл | |
Әмәкәй татар. Әмәкәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы |
512 человек (2002) |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423985 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
16, 116 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
География
үҙгәртергәАуыл Ҡәлмиә йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнсығыштараҡ 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәӘмәкәй — Бүләр улусы башҡорттарының ауылы. Һуңыраҡ Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй улусы составына керә һәм уның үҙәге була[2].
Ауылда йәшәүсе типтәрҙәрҙең вәкиле Абдулхәбир Абдулхәлиҡов буйынса, улар ерҙе 1687 йылғы грамота буйынса алған, әммә 1791 йылда ауылға тәғәйенләнгән Бүләр улусының аҫаба башҡорт муллаһы «шәхси мәнфәғәттәрҙән башҡорттарҙан керҙәштәрҙе ҡабул иткән» («из личных интересов принимал припущенников из башкир»). 1854 йылдағы документта, яҡынса 30 керҙәш башҡорттар үҙҙәрен сығышын Байлар улусының аҫаба башҡорттарынан тип күрһәткән[2].
XIX быуатта ауыл халҡы игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән, уларҙың шулай уҡ умарталары һәм солоҡтары булған. 1870 йылда 17 кибет теркәлгән, шаршамбы һайын баҙар, йыл һайын ноябрҙә йәрминкә уҙғарылған. XX быуат башында 3 мәктәп һәм 3 мәсет теркәлгән[2].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Мөслим районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[1].
Халҡы
үҙгәртергә1816 йылда ауылда 33 ихатала 187 башҡорт (улар араһында 2 ҡатынлы 4 йорт хужаһы) теркәлгән, шуларҙың 29 ихатаһында бүләр ырыуы башҡорттары, 4 ихатаһында — йәнәй башҡорттары йәшәгән. 1834 йылда ауылда 40 ихатала 252 башҡорт (улар араһында 2 ҡатынлы 7 йорт хужаһы); 1848 йылда 1066 башҡорт һәм типтәр; 1870 йылда 231 ихатала — 437 башҡорт һәм 724 типтәр; 1905 йылда 274 ихатала — 1571 кеше; 1912 йылда 5 ихатала — 39 аҫаба башҡорт һәм 420 йортта — 1907 керҙәш башҡорт йәшәй[2].
1870 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989[1] |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1161 | 1447 | 1788 | 1357 | 1150 | 812 | 744 | 760 | 668 | 508 |
- Н/Д[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Татарская энциклопедия.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 500—504. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Амикеево > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник