Аралбаева Әминә Кәшфи ҡыҙы

(Әминә Аралбаева битенән йүнәлтелде)

Аралбаева Әминә Кәшфи ҡыҙы (22 май 1928 йыл — 27 октябрь 2014 йыл) — башҡорт актёры, театр белгесе. 1950 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999).

Аралбаева Әминә Кәшфи ҡыҙы
Файл:AralbaevaA1.jpg
Тыуған ваҡыты:

22 май 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны:

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө кантоны, Күлләр ауылы

Вафат ваҡыты:

27 октябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (86 йәш)

Вафат урыны:

Мәскәү, Рәсәй

Һөнәре:

актёр, тәржемәсе, театр сәнғәте белгесе

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Башҡорт дәүләт академия драма театры

Биографияһы

үҙгәртергә

Әминә Кәшфи ҡыҙы Аралбаева 1928 йылдың 22 майында Башҡорт АССР‑ының Өфө кантоны[1]Күлләр ауылында тыуған.

1950 йылдан — Ауырғазы колхоз-совхоз театры (1956 йылда Салауат драма театры итеп үҙгәртелә) актёры. 1956 йылда Театр сәнғәте дәүләт институтын тамамлай (П. А. Марков курсы), Башҡортостанда беренсе театр белгесе була[2].

1956—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәби бүлеге мөдире, театрҙың репертуар сәйәсәтен эшләүҙә, актёрҙарҙың һәм режиссерҙарҙың ижад кисәләрен ойоштороусы.

Башҡорт теленә В. В. Лаврентьевтың, В. П. Минконың, А. Н. Островскийҙың пьесаларын тәржемә итә. Театр, башҡорт актёрҙары һәм режиссёрҙарының ижады тураһында мәҡәләләр авторы.

Ире — Иван Владимирович Сотников (1908—1988) — яҙыусы, тәржемәсе, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

  • ҡыҙы Гөлназ (1967 йылғы) — эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы
  2. Морозова А. Из жизни ушла Амина Аралбаева (рус.). Уфимские Вести (28 октября 2014).

Һылтанмалар

үҙгәртергә