Әл-Жәдидә

(Әл-Йәҙит битенән йүнәлтелде)

Әл-Жәдидә (ғәр. الجديدة‎‎, франц. El Jadida) — Атлантик диңгеҙе яры буйындағы Марокконың порт ҡалаһы, илдең шул исемле провинцияһының баш ҡалаһы. Боронғо португал ҡәлғәһе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы

Әл-Жәдидә
ғәр. ‫الجديدة‬
Рәсем
Рәсми атамаһы الجديدة[1] һәм El Jadida[1]
Дәүләт  Марокко
Административ үҙәге El Jadida Province[d]
Административ-территориаль берәмек El Jadida Province[d]
Халыҡ һаны 194 934 кеше (2014)[1][2]
Туғандаш ҡала Такома, Барселуш[d], Сиди-Беннур[d], Сет[d], Синтра[d], Набуль[d], Варен[d], Вьерзон[d], Аренцано[d] һәм Майами[d]
Алдағы Португальская крепость Мазарган[d]
Майҙан 7,5 гектар
Рәсми сайт eljadida.gov.ma
Число домохозяйств 49 160[1][2]
Карта
 Әл-Жәдидә Викимилектә

Ҡала тарихы

үҙгәртергә

Ҡалаға 1502 йылда португалдар нигеҙ һала, шул саҡта маврҙарҙан һаҡланыу өсөн Мазаган ҡәлғәһе төҙөлә. Был исем аҫтында ҡала 1769 йылға тиклем билдәле була һәм уны солтан Мөхәммәт бен Абдалла емерә.

1825 йылда ғәрәптәр ҡаланы ҡабаттан яңырта, һәм уға ғәрәп телендә «Әл-Жәдидә» исемен бирә, уны урыҫ телендә «яңы» тип тәржемә итергә була. Әммә Марокко Франция протекторатына күскәндән һуң, ҡала тиҙ үҫешә башлағас, уға иҫке исеме кире ҡайтарыла. Ил бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң «Әл-Йәҙит» исеме рәсми була.

2004 йылда ҡалала 144 мең кеше йәшәгән. Әл-Жәдидә пляждары Марокко халҡы өсөн дә, шулай уҡ сит илдәрҙән килгән туристар өсөн дә ял итеү урыны була.

Балыҡсылар портынан төньяҡҡа ҡарай яр буйлап киң пляждар һәм ҡунаҡханалар һуҙылған. Ҡаланан көньяҡҡа ҡарай шулай уҡ күп һанлы виллалар менән билдәле Сиди-Бузид пляжы бар, шулай уҡ Уалидия коммунаһында устрица фермалары менән лагуна урынлашҡан. Был ҡала кешеләренең ял итеү өсөн яратҡан урыны

Порт янында боронғо ҡәлғә. Ошо ҡәлғә эсендә утта яҡынса 3000 яугире һәләк булыуы билдәле. Хәҙер унда торлаҡ кварталдар һәм сувенирҙар кибете. Инеү урынынан һул яҡта, ҡәлғә эсендә, урам осонда ҡалала иң яҡшы традицион икмәк бешереү икмәккханаһы. Шул уҡ урамдың уң яғында традицион мунсалар — хаммам урынлашҡан. Инеү урынынан туранан-тура сувенирҙар кибете урынлашҡан. Ҡәлғә эсендә изге урын бар. Йорттоң цоколь ҡаты бер һыу сығанағы һәм өҫ яҡтан үтеп ингән яҡтылыҡ менән. Мосолмандар уны хөрмәтләй. Шулай уҡ ҡәлғәлә ураҙа байрамынан һуң традицион музыка фестивале үткәрелә. 2009 йылда ҡәлғәлә Марокконың «Странник» фильмы төшөрөлгән.

Ҡәлғәгә инеү урыны ҡаршыһында баҙар урынлашҡан. Ул бигерәк тә көҙгөлөк сентябрь айында ураҙа байрамы ваҡытында йәнле була. Был ваҡытта баҙар төндә иртәнгә тиклем эшләй. Ҡәлғәгә инеү урынынан туранан-тура аҙыҡ-түлек һәм дарыу үләндәре кибеттәре урынлашҡан. Уңға икмәк, емеш-еләк һәм төрлө туҡланыу пункттары менән урам китә. Һулда керамика һәм башҡа хужалыҡ тауарҙары менән кибеттәр урынлашҡан. Саҡ ҡына арыраҡ сәғәт башняһы менән майҙан бар. Майҙанда ҡунаҡхана һәм йәмәғәт душ бүлмәһе. Артабан кибеттәр аҡрынлап төрлө тауарҙар магазинына күсә.

Ҡалала балыҡсылар порты урынлашҡан. Шәхси балыҡ тотоу ағас кәмәләре, бер нисә трал һәм балыҡ баҙары бар. Порт территорияһында яхт-клуб урынлашҡан. Ҙур булмаған портта яхт-клубтың пирсы янында 3-5 яхта, һәм йәнәшәлә якорҙа 2-5 яхта урынлашырға мөмкин.

Яхт-клуб бинаһының беренсе ҡатын ҡаланың виндсерфинг клубы биләй, өҫкө ҡатында ресторан урынлашҡан. Һыу һәм электр менән яхталар тәьмин ителмәгән. Хәйер, 2009 йылда Марокко короле реконструкция үткәрергә вәғәҙә бирә.

Университеттар

үҙгәртергә

Ҡалала - йәмәғәт һәм техик университет бар.

Ҡалала туризм әүҙем үҫешә. 2010 йылда Kerzner International казино, гольф уйыны өсөн майҙаны, сауҙа үҙәктәре һәм башҡа объекттар менән ҡала үҙәгенән төньяҡҡа ҡарай 5-йондоҙло туристик курорт Mazagan төҙөй[3].

Рус телле община

үҙгәртергә

Ҡалала марокко-украин һәм марокко-урыҫ ғаиләләре бар. Марокко халҡы Рәсәйҙә уҡыған һәм өйләнгән. Ике төп тулҡын була Беренсеһе совет осоро. Урындағы университеттың ҡайһы бер уҡытыусылары рус телендә һөйләшә. Икенсе тулҡын — был Рәсәйҙә медицина белеме алған күберәк йәш кешеләр. Ғәҙәттә дарыухана хужалары.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 (unspecified title) / под ред. High Commission for Planning
  2. 2,0 2,1 http://rgph2014.hcp.ma/file/166326/
  3. Фёдор Юрин. Марокко рассчитывает на рост. // Интерфакс (5 май 2009). Дата обращения: 10 февраль 2014. Архивировано 22 февраль 2014 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә