Әл-Жәзирә

телеканал

«Әл-Жәзирә» (ғәрәп. الجزيرة) — штаб-фатиры Катарҙың баш ҡалаһы Доһала урынлашҡан халыҡ-ара телекомпания. 1996 йылда Катар әмире фарманы буйынса ойошторола[2].

«Әл-Жәзирә»
الجزيرة
Файл:Al-jazeera-logo.jpg
Ил

Катар

Эшләй башланған ваҡыт

1996

Нигеҙләүсе

Хәмад бин Хәлифә Әл Тани

Етәксеһе

Ясир Абу Хиля́ля[1],

Сайт

http://www.aljazeera.net

Хәрби коалицияның Афғанстанды авиабомбаға тотоуын һәм уға ракеталар яуҙырыуын сағылдырып, Усама бин Ладиндың мөрәжәғәттәрен эфирға сығарып, донъяла билдәлелек ала.

«Әл-Жәзирә» атамаһы ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «утрау» тигәнде аңлата һәм Катар урынлашҡан Ғәрәп ярымутрауының ғәрәпсә атамаһын — الجزيرة العربية (әл-Жәзирә әл-Арабийя) — ҡыҫҡартып алыуҙан яһала.

Компанияның интернетта үҙ сайты, уның 2003 йылдан эшләп килгән инглиз телле версияһы — «Al Jazeera English» каналының рәсми сайты бар.

«Әл-Жәзирә» селтәренә бер нисә канал инә:

  • «Al Jazeera» — ғәрәп телендә халыҡ-ара яңылыҡтар каналы.
  • «Al Jazeera English» — инглиз телендәге глобаль мәғлүмәт телеканалы.
  • «Al Jazeera Documentary Channel» — ғәрәп телендә документаль фильмдар күрһәтә торған канал.
  • «Al Jazeera Sports» — ғәрәп телендәге спорт хәбәрҙәре каналы.
  • «Al Jazeera Mubasher» (йәки «Al Jazeera Live») — сәйәси канал.
  • «Al Jazeera Children’s Channel» — балалар каналы (2013 йылдың 1 апреленән канал ғәрәп алфавитындағы «ج» хәрефе атамаһынан «Джим» тип атала).
  • «Baraem» — мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн ғәрәп телендәге канал.
  • «Al Jazeera Balkans» — серб телендәге халыҡ-ара яңылыҡтар каналы.

Ғәрәп яҙында "Әл-Жәзирә"нең урыны

үҙгәртергә
 
Катарҙағы үҙәк офис

«Әл-Жәзирә» Катарҙың тышҡы сәйәсәте өсөн бик ҡулай ҡорал һанала[3], ул төбәктәге Мысыр, Ливия, Сүриә һәм Сәғүд Ғәрәбстаны кеүек мөһим илдәрҙе көсһөҙләндереү маҡсатында эшләй[4]. Ғәрәп яҙы ваҡытында телеканал уны төбәктә иҙеүгә ҡаршы демократик инҡилап итеп күрһәтеү, шулай уҡ ғәрәп илдәрендәге донъяуи режимдарҙы тотороҡлолоҡтан яҙҙырыу маҡсатында файҙаланыла[5].

Заманында Американың «The New York Times» гәзите билдәләүенсә, ғәрәп донъяһын тетрәткән болаларҙы берләштергес бер нөктә бар, ул — «Әл-Жәзирә» телеканалы. Телеканалдың ваҡиғаларҙы утҡа кәрәсин һипкән рәүештә яҡтыртыуы төбәктәге бөтә баш ҡалаларҙа ла боласыларҙы ҡомарландырып ебәрә[6]. Нәҡ «Әл-Жәзирә» («Әл-Арабия» телеканалы менән бергә) Яҡын Көнсығыштың сәйәси йөҙөн үҙгәрткән Ғәрәп яҙы механизмын уйлап сығара һәм тоҡандырып ебәрә.[7].

Мысырҙағы 2011 йыл инҡилабын ойоштороуға индергән өлөшө

үҙгәртергә
 
Яңылыҡтар студияһы

2011 йылда Мысырҙағы болалар ваҡытында «Әл-Жәзирә» Хөсни Мөбәрәктең донъяуи режимын ҡолатыуҙа бик мөһим роль уйнаған, тип иҫәпләнелә[6]. Инҡилапты Катар булышлығында эш итеүсе «Мосолман туғандар» исламсы ойошмаһы (донъяның ҡайһы бер илдәрендә, шул иҫәптән Мысырҙа[8] һәм Рәсәйҙә[9], террорсы тип танылған) дөрләтеп тора. Төбәкте исламлаштырыу яҡлы булған Катар[10] Әл-Жәзирәне был ойошманың «орансыһы» итеп файҙалана[11].

Мысыр оппозицияһына эфир биреп[6], «Мосолман туғандар» лидерҙарының Мысыр халҡын урамдарға сығырға һәм Хөсни Мөбәрәккә ҡаршылар хәрәкәтенә ҡушылырға өндәгән мөрәжәғәттәрен тапшырып, телеканал ғәмәлдә мысыр исламсыларының урам хәрәкәттәрен «ойоштороусы» булып сыға. Ваҡиғаларҙың шаһиты, офисы Таһрир майҙанында урынлашҡан мысыр яҙыусыһы белдереүенсә, боланың башланған мәлендә «Әл-Жәзирә» Таһрир майҙанында миллионлап кеше йыйылыуы тураһында яңылыҡ тапшыра. Тәҙрәнән ҡараған яҙыусы ысынында иһә майҙанда 200-ләп кенә кеше булыуын күрә[12]. Ләкин телеканалдың шаштырып һөйләүе һөҙөмтәһендә майҙанға йыйылған фетнәселәр һаны бер сәғәт эсендә байтаҡҡа арта.

Мысырҙағы 2011 йылғы инҡилап ваҡиғаларын яҡтыртыу йәһәтенән телеканалға төбәлгән ғәйепләүҙәрҙең береһе мәғлүмәттең бер яҡлы бирелеүенә, тик «Мосолман туғандар» мәнфәғәтендә генә булыуына ҡағыла[13]. Эфир ваҡытының күп өлөшөн телеканал ғәмәлдәге президентҡа ҡаршы фетнәгә сыҡҡандарға бирә, ә власты һаҡлап ҡалыусыларҙың манифестацияларын күрһәтмәй тиерлек. Күрһәткән хәлдә лә телеканал операторҙары, ҡулайһыҙ ракурстар файҙаланып, Хөсни Мөбәрәк яҡлылар һанын күпкә кәм итеп күрһәтә[14].

Мысыр властары, "Әл-Жәзирә"нең президент Мөбәрәккә кире мөнәсәбәттә булыуын һәм материалдарының сенсацияға ҡоролоуы илдә тәртипһеҙлектәрҙе көсәйтеүен иҫәпкә алып[15], телеканал журналистарының аккредитацияһын юҡҡа сығара һәм Әл-Жәзирәнең тапшырыуҙар спутнигынан файҙаланыуын туҡтата[16]. Ләкин телекомпанияның мәғлүмәт сәйәсәте маҡсатына өлгәшә: 2012 йылдың июнендә «Мосолман туғандар» вәкиле Мөхәммәт Мурси президент һайлауҙа еңә.

2013 йылда Мысырҙағы исламсыларға булышлыҡ итеү

үҙгәртергә

2013 йылда Мысырҙа халыҡ араһында Мурси алып барған илде исламлаштырыу сәйәсәтенән ризаһыҙлыҡ көсәйә. Хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә илгә яңы власть килә. Ләкин бынан һуң да телеканал мәғлүмәтте исламсылар мәнфәғәтендә биреү сәйәсәтен дауам итә.

Канал Катарҙың тышҡы сәйәси маҡсаттарына хеҙмәт итеүен дауам итә.

Ливияла граждандар һуғышы тоҡаныуға индергән өлөшө

үҙгәртергә

2011 йылдың февралендә Мысыр ваҡиғаларынан һуң Ливияла сыуалыштар башлана. Был сыуалыштар Муаммар Ҡаддафи яҡлылар һәм уға ҡаршылар араһындағы граждандар һуғышына әүерелә. "Әл-Жәзирә"нең тапшырыуҙары конфликттың үҫеүенә һәм көнбайыш илдәренең Ливия ваҡиғаларын дөрөҫ аңламауына килтерә.

2008—2011 йылдарҙа Рәсәйҙең Ливиялағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе В. Чамов иҫтәлектәрендә былай тип яҙа:

«2011 йылдың ғинуар-мартында Әл-Жәзирә Ливияла туғандарҙың үҙ-ара үлтерешеүенә килтергән талашты дөрләтеү һәм унда булғандарҙы боҙоп күрһәтеү өсөн бар көсөн һалды»[17].

Телеканал бер видео[18] тапшыра, унда, «Әл-Жәзирә» раҫлауынса, Ливия армияһының боласыларҙы атыуы төшөрөлгән. Әммә иғтибарлы телетамашасылар улар араһында йәшел флаг тотҡан кешеләрҙе лә шәйләй, ә йәшел флаг Ливия Жәмәһириәһенең билдәһе булып тора. Шулай итеп, Ҡаддафи яҡлылар демонстрацияһын атыу Ливия лидерының үҙенә ҡаршыларҙы аттырыуы итеп күрһәтелә.

Һуңыраҡ «Әл-Жәзирә», Ливия авиацияһының тыныс демонстранттарҙы бомбаға тотоп, Киренаикала мең гражданды һәләк итеүе тураһында һөйләй[19]. Аҙаҡ асыҡланыуынса, манифестанттарға һауанан бер кем һөжүм итмәгән, Ливияның көнсығышында бөтә ҡорбандар һаны 200-ҙән артмаған[20]. Күпселек илдәрҙең матбуғат баҫмалары Ливияла ғәмәлдә ниҙәр барғанын асыҡлап тормайынса «Әл-Жәзирә» сюжеттарын файҙаланған[17]. Ошо сәбәпле Ҡаддафи хөкүмәте «ҡанлы режим» тип ҡарала, ә лидер үҙе кеше хоҡуҡтарын боҙоуҙа ғәйепләнә.

БМО-ның Хәүефһеҙлек Советы, Ливияла кеше хоҡуҡтарын боҙоуҙарға борсолоп, 1970-се һәм 1973-сө резолюцияларын ҡабул итә. 1970-се резолюцияға ҡағылышлы М. Ҡаддафи, «БМО-ның Хәүефһеҙлек Советы резолюцияһы кешелек тарихында беренсе тапҡыр телевидение репортаждары нигеҙендә ҡабул ителде», тип белдерә[17]. 1973-сө резолюция ла Хәүефһеҙлек Советы ағзалары булған илдәр белдереүҙәре нигеҙендә түгел, ә «Әл-Жәзирә» һәм башҡа телеканалдар тапшырыуҙарына таянып сығарыла[19].

Һуңғы ҡарар Ливия өҫтөнән осоуҙы тыя һәм халыҡ-ара коалицияның баҫып инеүенә рөхсәт бирә. Ливия армияһының хәрби техникаһын һәм инфраструктураһын бомбаға тотҡандан һуң Ливия баш күтәреүселәренең хәле нығына. Муаммар Ҡаддафи тотоп алына һәм үлтерелә, ә власть күсеш осоро Милли советына тапшырыла.

«Russia Today» телеканалы «Әл-Жәзирә» күрһәткән ялған видеоның күсеш осоро Милли советын Ливиялағы яңы хөкүмәт итеп таныуҙы тәьмин итеүе тураһында белдерә.[21]. Катар телекомпанияһы[22] Ливия оппозицияһы, йәнәһе, Триполиҙы штурмлаған кадрҙар күрһәтә. Ләкин журналистар, имеш, Йәшел майҙанда төшөргән был сығыштар ысынында «Әл-Жәзирә» тарафынан алдан уҡ Катарҙа төшөрөп ҡуйылған була[23].

Журналистар һүҙ азатлығы өсөн

үҙгәртергә

2012 йылдың мартында ваҡытлы матбуғат сараларында "Әл-Жәзирә"нең Сүриә ваҡиғаларын объектив яҡтыртмауына ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдереп, телеканал журналистарының бер-бер артлы эштән китеүе тураһында хәбәрҙәр күренә башлай. "Әл-Жәзирә"нең Бәйруттағы бюроһының башҡарма директоры Хәсән Шаабан, ошо уҡ бюро продюсеры Муса Әхмәд һәм хәбәрсе Али Хашем беренселәрҙән булып эштән китә. Муса Әхмәд ул саҡта, телеканал Сүриә президенты Бәшәр Асад режимына ҡаршы ҡулланылыусы сәйәси ҡоралға әүерелде, тип белдерә[24].

2013 йылдың 12 июлендә «Әл-Жәзирә» телеканалының 20-ләгән репортёры бер юлы эштән китеү тураһында ғариза бирә. Журналистар әйтеүенсә, Мысырҙағы хәрби түңкәрелеште объектив яҡтыртмау был аҙымдың сәбәбе була. Репортёрҙар раҫлауынса, телеканал етәкселеге уларға Ҡаһирәнән «Мосолман туғандар»ҙы[25] яҡлаған репортаждар эшләргә ҡуша, илдәге ваҡиғалар тураһында ялған һөйләргә һәм шуның менән ватандың һәм армияның абруйын ҡаҡшатырға мәжбүр итә. Эштән китергә теләк белдергәндәрҙең күбеһе канал менән 10 йылдан ашыу хеҙмәттәшлек иткән[26].

Тамашасыларҙы юғалтыу

үҙгәртергә

Ғәрәп яҙы ваҡиғаларын яҡтыртҡанда, Катар телеканалының мәғлүмәт сәйәсәте 2011—2013 йылдарҙа уның бөтә аудиторияһының 86 процентын юғалтыуына килтерә. Һуңғы ике йыл эсендә "Әл-Жәзирә"нең бөтә донъялағы тамашасылары 43 миллиондан 6 миллионға ҡалып кәмей.

Бүләктәре

үҙгәртергә

2012 йылда Рузвельт фонды (ингл. Roosevelt Stichting) «International Four Freedoms Award» проекты сиктәрендә «Әл-Жәзирә» каналын «Һүҙ һәм фекер әйтеү азатлығы» номинацияһында еңеүсе итә[27]. Бүләкләү тантанаһы Нидерландта королева Беатрикс ҡатнашлығында үтә.[28]

2012 йылда Ғәрәп яҙын яҡтыртҡан һәм «ваҡиғаларға эстән ҡарау» мөмкинлеген биргән өсөн Бөйөк Британияның Королева телевидение йәмғиәте (Royal Television Society, RTS) Катарҙың «Әл-Жәзирә» телеканалын йылдың иң яҡшы яңылыҡтар каналы тип таный[29].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ясир Абу Хиляля - директор "Аль-Джазиры"  (ғәр.)
  2. «Аль-Джазира»: голос улиц или рупор Аль-Каиды?
  3. Геворг Мирзаян.
  4. Самсонов Александр. Катар — карлик с амбициями империи. Военное обозрение (16.03.15).
  5. Шафель Али Шаиф Хусейн Эволюция состава новостных арабоязычных спутниковых телеканалов в начале XXI века (статья первая) // Научные ведомости Белгородского государственного университета. : Научный журнал. — № № 6 (177) / том 21 / 2014.
  6. 6,0 6,1 6,2 Дмитрий Добродеев. Почему в Египте не любят «Аль-Джазиру». ИТАР-ТАСС (26.06.14).
  7. Кривое Зеркало «Аль-Джазиры». Журналистская Правда (22.07.13).
  8. Власти Египта объявили «Братьев-мусульман» террористической организацией.
  9. ФСБ признала «Исламское государство» и «Братьев-мусульман» террористическими организациями. Газета.ru.
  10. Суворова Ю. К. Саудовская Аравия, Катар и «Арабское пробуждение» 2015 йыл 2 апрель архивланған.. Научные работы аспирантов и студентов МГИМО(У) МИД России (2013).
  11. http://www.ng.ru/world/2014-12-22(недоступная ссылка)/8_coldwar.html. Египет и Катар прекращают холодную войну. Независимая газета (22.12.2014).
  12. Юлия Чмеленко.
  13. Шафель Али Шаиф Хусейн «Эволюция состава новостных арабоязычных спутниковых телеканалов в начале XXI века (статья первая)» // Научные ведомости Белгородского государственного университета. : Научный журнал. — 2014. — № 6 (177) / том 21.
  14. Ксения Светлова. Блеск и нищета «Аль-Джазиры». 9 Канал Израиль (28.07.2013).
  15. «Аль-Джазиру» выгнали из Египта.
  16. Египет запретил вещание «Аль-Джазиры». Дни. Ру (30.01.2011).
  17. 17,0 17,1 17,2 Владимир Чамов. Ливийская драма: видение российского дипломата. Часть 2 2015 йыл 9 апрель архивланған.. Новое Восточное Обозрение (17.02.2013).
  18. Libya protest: Aljazeera lies about killing in Benghazi.
  19. 19,0 19,1 Подцероб А. Б. Арабская смута: роль пропаганды и современных информационных технологий. Институт Ближнего Востока (24.09.12).
  20. Lussato C. Libye.
  21. Фальшивый штурм Триполи снимали в Катаре.
  22. Al Jazeera correspondent live from Tripoli.
  23. Елена Милинчич.
  24. Глава бюро «Аль-Джазиры» в Бейруте подал в отставку. Лента. Ру (11.03.12).
  25. Свобода слова по-катарски 2014 йыл 5 март архивланған.. Проверено 12 июля 2013. .
  26. Более 20 журналистов «Аль-Джазиры» уволились в знак протеста. ИТАР-ТАСС (09.07.13).
  27. «Roosevelt Stitchting announces 2012 four freedoms awards winners» 2012 йыл 15 май архивланған. — статья о номинировании канала «Аль-Джазира» на сайте Roosevelt Institute (англ.
  28. «Four Freedoms Laureates 2012» 2014 йыл 3 ғинуар архивланған. — статья на сайте Roosevelt Institute (англ.
  29. «Аль-Джазиру» признали новостным каналом года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә