Әлиә
Әлиә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа: үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ халыҡтары араһында киң таралыш тапҡан ҡатын-ҡыҙ исеме.
Әлиә |
Этимологияһы
үҙгәртергәӘлиә — ғәрәп теленән таралған ҡатын-ҡыҙ исеме. «Бөйөк» мәғәнәһен аңлата[1]. XI—XII быуаттарҙан башлап башҡорттар араһында мосолман дине менән бергә ғәрәп исемдәре лә тарала башлай[2].
Башҡа телдәрҙә
үҙгәртергәАлия — рус телендә ҡулланылған исем.
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Молдағулова Әлиә Нурмөхәмбәт ҡыҙы — (ҡаҙаҡ ҡыҙы, шулай уҡ Лиә Курумгамб Молдағулова булараҡ билдәле 25 октябрь 1925 йыл — 14 ғинуар 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған совет снайперы, 2-се Балтик буйы фронты 22-се армияһының 54-се айырым уҡсылар бригадаһы ефрейторы. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- Бейсенова Әлиә Сәрсен ҡыҙы— (25 март 1932 йыл) — СССР һәм Ҡаҙағстан ғалимы. Ҡаҙағстан милли фәндәр академияһы академигы, география фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Ҡаҙағстандың атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (1987), Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты (2013), Ҡаҙағстандың атҡаҙанған эшмәкәре (2014).
- Әминева Әлиә Мансур ҡыҙы — башҡорт шашкасыһы, Рәсәйҙең спорт мастеры.һәм илдең төп йыйылма командаһы ағзаһы. 2016 йылда Рәсәй чемпионы, 2012 йылда бронза призеры (блиц). Ҡыҙҙар араһында Европа (2002, 2007) һәм Рәсәй (2002—2010) чемпионы. Ҡыҙҙар араһында Европа беренселегенең көмөш призеры (2005, 2011, 2014)[1], күп тапҡыр Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. «Башнефть» клубы өсөн сығыш яһай.
- Исҡужина Әлиә Әхтәм ҡыҙы — Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы[3]
- Мәзитова Әлиә Карам ҡыҙы — ғалим-химик[4]
- Саматова Әлиә Марс ҡыҙы — Белорет районының 2-се Инйәр башҡорт мәктәбе уҡытыусыһы, яҙыусы, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты[5]
Сәнғәттә
үҙгәртергә«Әлиә» йыры (Б.Гәжбаев һүҙҙәре, С.Байтереков көйө). Йырҙың һүҙҙәрен ҡаҙаҡсанан башҡорт теленә Гүзәл Ситдиҡова тәржемә иткән. 1977 йылда «Алтын Орфей» фестиваленең иң яҡшы йыры тип таныла. Йырҙы башҡарыусы Роза Рымбаева гран-приға лайыҡ була. Йырсы бөтә СССР-ҙа танылыу яулай, шул уҡ йылда «Әлиә» — «Йылдың иң яҡшы йыры» тип иғлан ителә[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 149-сы б 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- ↑ З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
- ↑ «Башҡортостан ҡыҙы» Сәнғәт көмбәҙендә — яңы йондоҙ
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Мәзитова Әлиә Карам ҡыҙы
- ↑ Урал «Тыуған илдә изге бер төйәк»
- ↑ Песне «АЛИЯ» — 40 лет!
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 149-сы б. 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |