Мәзитова Әлиә Карам ҡыҙы
Мәзитова Әлиә Карам ҡыҙы (рус. Мазитова Алия Карамовна; 17 ғинуар 1950 йыл) — ғалим-химик. Химия фәндәре докторы (2000). Профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй мәғариф өлкәһенең почётлы хеҙмәткәре.
Мәзитова Әлиә Карам ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Башҡорт АССР-ы СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 ғинуар 1950 (74 йәш) |
Тыуған урыны |
Шишмә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Сыуалкип ауылы, Шишмә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, химик |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм химия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМәзитова Әлиә Карам ҡыҙы 1950 йылдың 17 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Сыуалкип ауылында уҡытыусылар Бәхтизин Карам Мөхтәр улы һәм Фәрғизә Нәбиәхмәт ҡыҙы ғаиләһендә тыуа. Әлиәнең апай һәм һеңлеләре лә — билдәле ғалимдар, педагогтар. Гөлиә Карам ҡыҙы техник фәндәр докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, 2006 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетында эшләй, Ғәмәли квалификациялар үҙәге директоры[1].
Әлиәнең ата-әсәһе балаларында йәмғиәтте өйрәнеүгә, уға хеҙмәт итеү теләге тыуҙырған һәм белем алыуға ынтылыш тәрбиәләгән лайыҡлы кешеләр була. Һеңлеләре Лилиә Карам ҡыҙы — техник фәндәр кандидаты, доцент, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы, 2007 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетында «Механика һәм машиналар конструкциялау» кафедраһында эшләй. Тағзимә Карам ҡыҙы, 47 йыл эш стажына эйә педагог. 1972 йылдан Өфө тотранспорт колледжында уҡыта. Ул — халыҡ мәғарифының почётлы хеҙмәткәре[1].
Әлиә Карам ҡыҙы ярты быуат самаһы, 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, ул Өфө нефть инситуты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетында эшләй.
2002 йылдан алып ғәмәли химия һәм физика, 2015 йылдан — ғәмәли һәм тәбиғи-фәнни дисциплиналар кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1994—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының химия бүлеге ғилми секретары, 2000—2002 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице‑президенты ярҙамсыһы[2].
Әлиә Карам ҡыҙы — Өфө дәүләт нефть техник университетының диссертация советы ағзаһы[3].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәФәнни хеҙмәттәре ҡатмарлы эфирлы һәм гетероциклик берләшмәләр өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, симметрик булмаған триазиндарҙы һәм уларҙың сығарылмаларын синтезлау ысулдарын эшләүгә арналған. Мәзитова ҡатнашлығында оксиэтилирланған фталаттар һәм α‑тармаҡланған кислоталар нигеҙендә поливинилхлорид өсөн пластификаторҙар эшләнә, улар “Каустик” ЯАЙ‑нда индерелгән. 200-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы (Несимметричные триазины. Получение, свойства и применение. Уфа, 1999 (авторҙашта); Инновационные технологии — инструмент модернизации системы образования. М., 2007 (авторҙашта); Основные поливинилхлоридные композиции строительного назначения. Уфа, 2013 (авторҙашта)[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәМәзитова Әлиә Карам ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй мәғариф өлкәһенең почётлы хеҙмәткәре. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Ветеран» билдәһе менән наградлана (2023 йыл)[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Мәзитова Әлиә Карам ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.