Молдағулова Әлиә Нурмөхәмбәт ҡыҙы
Молдағулова Әлиә Нурмөхәмбәт ҡыҙы (ҡаҙ. Молдағұлова Әлия Нұрмухамбет қызы, шулай уҡ Лиә Курумгамб Молдағулова булараҡ билдәле 25 октябрь 1925 йыл — 14 ғинуар 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған совет снайперы, 2-се Балтик буйы фронты 22-се армияһының 54-се айырым уҡсылар бригадаһы ефрейторы. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Молдағулова Әлиә Нурмөхәмбәт ҡыҙы | |
ҡаҙ. Әлия Нұрмұхамедқызы Молдағұлова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 25 октябрь 1925 |
Тыуған урыны | Булак[d] |
Вафат булған көнө | 14 ғинуар 1944 (18 йәш) |
Вафат булған урыны | Насва[d], Новосокольнический район[d], Псков өлкәһе, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Братская могила воинов 43 гвардейской Латышской дивизии, погибших в 1944 г. при освобождении Псковской области от немецко-фашистских захватч[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр, снайпер |
Уҡыу йорто |
Вятская школа (Некрасовский район)[d] Центральная женская школа снайперской подготовки[d] |
Хәрби звание | ефрейтор |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һәләк булғандар һаны | 78[1] һәм 91[2] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яраларҙан вафат була[d] |
Молдағулова Әлиә Нурмөхәмбәт ҡыҙы Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәБала сағы
үҙгәртергәӘлиә Молдағулова 1925 йылдың 25 октябрендә Булаҡ ауылында тыуған (хәҙер — Аҡтүбә өлкәһенең Хобдинский районы, Ҡаҙағстан). Милләте — ҡаҙаҡ[3]. Сабый сағында уҡ ата-әсәһеҙ ҡала. Атаһы, Нурмөхәмбәт Саркулов, айырым йәшәй һәм, бәлки, бай нәҫеленән булғанға властар яғынан эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә (моғайын, был раҫлауҙар ысынбарлыҡҡа тура килмәй, сөнки ул бер ваҡытта ла ҡулға алынмай). Табын ырыуына ҡарай.
Әлиәне әсәһе яғынан ағаһы Молдағулов Әүбәкер ғаиләһенә, өләсәй тәрбиәһенә бирәләр. Әлиә Алма-Атала һигеҙ йәшенән алып уның ғаиләһендә йәшәй. Бала сағынан уҡ ул ҡаты һәм маҡсатҡа ынтылышлы характеры менән айырылып тора.
1935 йылда Әлиәнең ағаһы Хәрби-транспорт академияһына уҡырға инә. Бөтә Молдағуловтарҙың ғаиләһе Мәскәүгә күсеп килә, Әлиәне лә үҙҙәре менән алалар. Бер нисә йылдан һуң улар Ленинград ҡалаһына күсеп китәләр, сөнки Академияны шунда күсерәләр. 1939 йылдың көҙөндә ағаһы 14 йәшлек Әлиәне 46-сы интернат-мәктәпкә урынлаштыра.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы
үҙгәртергә1941 йылдың июнендә, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, ағаһының ғаиләһен эвакуациялайҙар. Әммә Әлиә Ленинградта ҡалыуҙы хуп күрә.
1941 йылдың 8 сентябрендә Ленинград блокадаһы башлана. 1942 йылдың март айында Әлиә ҡамалған Ленинградтан балалар йорто менән бергә Ярославль өлкәһенең Вятка ауылына китә. 1942 йылдың 1 октябрендә Вятка урта мәктәбенең 7-се синыфын тамамлау менән Рыбинск авиация техникумына уҡырға инә. Ул һауа һуғышында ҡатнашҡыһы килә, әммә «металды һалҡын эшкәртеү» уҡыу төркөмөнә эләгә. Өс айҙан һуң Молдағулова Әлиә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына фронтҡа ебәреүҙәрен һорап ғариза яҙа. 1942 йылдың 21 декабрендә ул «фронтҡа китеү менән бәйле» техникумдан сығарыла.
1942 йылдың 20 мартында СССР Оборонаһының Халыҡ комиссариаты бойороғо менән Төп дөйөм мәжбүри уҡытыу иаралағы ҡарамағында инструктор-снайперҙар мәктәбе ойошторола, ул 1942 йылдың 27 ноябрендә СССР Оборонаһының халыҡ комиссариатының яңы бойороғо менән инструкторҙарҙың снайперлыҡҡа әҙерлек Үҙәк мәктәбе итеп үҙгәртелә. Әлиә был мәктәптең тәүге йыйылмаһына эләгә, мәктәп Мәскәү янындағы Вешняки ҡасабаһында урынлаша, хәҙер унда Мәскәү гуманитар университеты (Йәштәр урамы, 5). Был бинала дәрестәр үтә, ә курсанттар йәшәгән казарма граф Шереметевтарҙың элекке усадьбаһы биләмәһендә ойошторола. Шул ваҡытта снайперҙар мәктәбендә уҡыған Н. А. Матвеева хәтирәләренән: «Мин 1942 йылдың 17 декабрендә Әлиә менән беренсе тапҡыр Рыбинск ҡалаһының башҡарма комитетында осраштым. Ул ваҡытта ул бөтөнләй үҫмер ҡыҙ кеүек ине, уға 17 йәш ине. Әммә Әлиә үҙ ирке менән фронтҡа китеү өсөн тырышты… Мәктәпкә килеү менән медицина комиссияһы үттек. Лиә менән мине (мин уны шулай тип атай инем) бәләкәй буйлы булғас, дүртенсе ротаға алдылар. Өс яруслы нарҙар булған оранжерияла урынлаштырҙылар. Лиә менән йәнәш йоҡлайбыҙ. Һыуыҡ ине, кейемдәрҙе, сылғауҙарҙы, аяҡ кейемдәрен бер ерҙә лә киптереп булмай. Һуңынан беҙҙең дүртенсе ротаны капиталь баракка күсерҙеләр, бында шарттар яҡшыраҡ булды. Бынан һуң снайперлыҡ мәктәбендә уҡый башланыҡ. Төҙ атыуға, ергә ятып шыуышырға, дошман өсөн беленмәҫлек булырға өйрәндек. Әлиә уҡыуҙа мәргәнлеккә эйә булыу өсөн ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ күрһәтте». Әлиә снайперҙар мәктәбендә «ВЛКСМ үҙәк комитетынан яҡшы атыуы өсөн» исемле винтовка менән бүләкләнә.
1943 йылдың 23 февралендә бер төркөм курсанттар, шул иҫәптән Әлиә лә, хәрби ант ҡабул итә, ә 1943 йылдың июлендә курсташтары менән бергә 54-се уҡсылар бригадаһына (22-се армия) ебәрелә. Полкташы К. Я. Прокопенкова хәтирәләре буйынса: «1943 йылдың авгусында беҙҙең бригадаға снайпер Молдағулова Әлиә килә. Нескә һәм бик матур Ҡаҙағстан ҡыҙы. Уға ни бары 18 йәш ине, әммә октябрь айына снайперҙың иҫәбендә 32 юҡ ителгән фашист була». Алла Матвеева хәтирәләре: «Алғы һыҙыҡҡа эләгер өсөн бында уға бик күп күҙ йәше түгергә тура килә. Сәбәбе булып — әлеге лә баяғы уның йәше һәм буйы. Беҙҙе Лиә менән дүртенсе батальондың бер взводына билдәләнеләр. Беҙ, снайперҙар, заданиеға парлашып йөрөйбөҙ, беҙҙең алдан әҙерләгән позициялар була. Унда фрицтарҙы сәпкә эләктереп, юҡ иткәнсе ултырабыҙ. Шул саҡта беҙҙең өҫкә дошман снарядтары һәм миналары яуа башланы! Лиә бындай минуттарҙа ғәҙәттән тыш ҡыйыулыҡ күрһәтте. Ул фашистарҙы ғына юҡ итеп ҡалманы, ә һуғыш яланынан яралыларҙы сығарҙы һәм уларға беренсе ярҙам күрһәтте».
Хәрби эпизодтарҙың береһендә биш немец һалдаты нейтраль һыҙыҡ буйлап улар яғына килгән снайпер ҡыҙҙарҙы күреп ҡала һәм засада ойоштора. Әммә Әлиә беренсе булып атып өлгөрә; тағы ике дошман һалдатын снайперҙар Зина һәм Надя атып йыға, ә иҫән-һау ҡалған ике дошманды ҡыҙҙар команда пунктына алып килә.
1944 йылдың ғинуар башында Ленинград-Новгород операцияһы барышында 54-се уҡсылар бригадаһы фронт буйлап марш менән Новосокольники ҡалаһына күсә (Псков өлкәһе), дошман оборонаһын өҙөп, ҡаланан төньяҡтараҡ алға сыға. 4-се батальон (унда Молдағулова хеҙмәт итә) политругы Г. В. Варшавский хәтирәләре буйынса, бригаданың өлөшө Насва станцияһы эргәһендәге тимер юлға сыға, унда дошмандың көслө утына эләгә. Төндә баштағы рубеждарҙы биләп, ҡыҙылармеецтар 1944 йылдың 14 ғинуарының таңында һөжүм итә. Батальонға, снайперҙар ҡаплауы аҫтында, Насва районындағы Новосокольники -Дно тимер юлын киҫеү һәм Казачиха ауылын алыу бурысы тора. Оборонаның беренсе һыҙығын уңышлы йырып сығыуға ҡарамаҫтан, дошмандың көслө яуап уты арҡаһында һөжүм туҡталып ҡала. Ошо киҫкен мәлдә Молдағулова Әлиә турайып баҫа һәм «Туғандар, минең арттан!» тип ҡысҡыра. Дошман да әүҙем ҡаршы һөжүм итә. Шул көндә Әлиә өс тапҡыр дошмандың һөжүмен кире ҡағыуҙа ҡатнаша.
Бер атака ваҡытында Молдағулова Әлиәнең мина ярсыҡтарынан ҡулы яралана, шулай булыуға ҡарамаҫтан немец траншеяһында башланған ҡул һуғышында ҡатнаша. Алыш барышында Әлиә немец офицеры тарафынан икенсегә яралана. Ул уны юҡ итеп өлгөрә, әммә яраһы үлемесле булып сыға. Әлиә Сапура апаһына хат яҙып өлгөрә. Шул саҡта хәбәр ителеүенсә, ул Новосокольники районының Монаково ауылында ерләнә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә1944 йылдың 4 июнендә Молдағулова Әлиә Нурмөхәмбәт ҡыҙына үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Шул уҡ ваҡытта ул Ленин ордены менән бүләкләнә[5][6].
Хәтер
үҙгәртергә- Молдағулова Әлиә хөрмәтенә Ҡаҙағстанда Аҡтүбә өлкәһенең Хобдинский районындағы ауыл Әлиә тип атала (2005 йылға тиклем — Алпайсай)
- Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Астанала, Карагандала һәм Аҡтүбәлә (Ҡаҙағстан) Молдағулова Әлиә исеме менән урамдар, бер нисә мәктәп, шулай уҡ СССР-ҙың диңгеҙ флоты министрлығының карабы аталған[7].
- Мәскәү, Алматы, Астана, Актүбә, Новосокольники, Шымкент ҡалаларында һәм уның тыуған яғында Молдағулова Әлиәгә һәйкәл ҡуйылған.
- Ул һәләк булған урында, Новосокольники ҡалаһында мемориаль комплекс төҙөлгән[8].
- Әлиәнең исеме халыҡ-ара балалар лагеры «Артекта» артек геройҙары хөрмәтенә ҡуйылған стелала уйып яҙылған.
- Рыбинск ҡалаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Шулай уҡ уның исеме Волга яры буйында «Рыбинсылар — Советтар Союзы Геройҙары» стелаһында уйып яҙылған.
- Аҡтүбәлә өлкә мемориаль музейы асыла.
- Әлиә Молдағуловаға «Әлиә» балеты, бер нисә шиғыр һәм поэма һәм бер нисә шиғырҙар, күп йырҙар арналған. 1944 йылда ул һәләк булғандан һуң гәзиттәрҙә шағир Яков Хелемскийҙың Молдағулова Әлиәнең батырлығына арналған шиғырҙары баҫылып сыға. Роза Рымбаева Молдағулова Әлиәгә бағышланған «Әлиә» йырын башҡара, (С. Байтереков С. музыкаһы, Б. Тәжибаев һүҙҙәре)[9]. Йыр тиҙ арала популярлыҡ яулай. Рус тексы булмайынса йырҙың популяр булып китеүе, совет эстрадаһы тарихында күп булмаған осраҡтарҙың береһе. Рымбаева Роза был йырҙы 1977 йылда башҡарып, «Алтын Орфей» фестивалендә Гран-при ала, йыр шулай «Йыр-77» телефестиваленең лауреаты була.
- Молдағулова Әлиәнең батырлығы тураһында «Әлиә» исемле документаль фильм (режиссеры Сагатов Мансур) һәм «Снайперҙар» нәфис фильмы төшөрөлә (1985, режиссеры Шамшиев Болотбек).
- Вятка ауылы мәктәбе бинаһында Молдағулова Әлиә хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыла.
"Әлиә" йыры
үҙгәртергәБыл әҫәр 1977 йылда «Алтын Орфей» фестиваленең иң яҡшы йыры тип танылып, уны башҡарған йырсы Роза Рымбаева гран-приға лайыҡ була. Ул шунда уҡ бөтә СССР-ҙа танылыу яулай шул уҡ йылда «Йылдың иң яҡшы йыры» тип иғлан ителә [10].
ӘЛИӘ Б.Тәжібаев һүҙҙәре Қобда, Нева суларын сүйіп өскен Қайырмасы: Шолпан жұлдыз - өзіңсің шоқтай жарық Қайырмасы: |
БАШҠОРТСА Ҡобда, Нева һыуҙарын һөйөп үҫкән, Ҡушымта: Сулпан йондоҙ кеүекһең күктә балҡып, Ҡушымта: |
2013 йылда эҙләнеүҙәр
үҙгәртергә2013 йылда Псковтың тыуған яҡты өйрәнеүселәре снайпер ҡыҙ ерләнгән ҡәбер буш тип белдерә, уларҙың версияһы буйынса Молдағулова Әлиәнең һөйәктәре псков урмандарында туғандар ҡәберлегендә ята. 2013 йылдың март айында Молдағулова Әлиәнең ҡәберен асып ҡарағандан һуң ҡыҙҙың һөйәктәре юҡлығы раҫлана. Новосокольники районында Пичевка ауылынан сама менән өс йөҙ метр алыҫлыҡта, ул 1944 йылдың ғинуарында ерләнгән, ҡаҙыу эштәрен алып барыу өсөн эҙәрмәндәр отряды ойошторола. Был эштәр барышында, 173 совет һалдатының һөйәктәре табыла һәм кире ерләнә, улар араһында өс ҡатын-ҡыҙҙың һөйәктәре лә була. Береһенең һөйәктәре Молдағулова Әлиәнең ике туған ағаһына генетик экспертиза үткәреү өсөн бирелә, һәм ҡаҙағстан генетиктарының белдереүе буйынса, Псков өлкәһендә табылған һөйәктәр Молдағулова Әлиәнке булмауы асыҡлана.
Видео
үҙгәртергә- YouTube сайтында Видео Роза Рымбаева - Әлиә
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://kazakhi.info/tomiris/7/
- ↑ http://www.snipercentral.com/snipers.htm#WWII
- ↑ Биография Алии Молдагуловой на сайте «Герои страны».
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 32, л. 99—101).
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 50, л. 1).
- ↑ Natevan . Интернет-сайт «Водный транспорт». Дата обращения: 17 февраль 2014.
- ↑ Пляскина Надежда. У Элички // Газета «Время», 21 августа 2010.
- ↑ Роза Рымбаева. Дискография 2010 йыл 23 декабрь архивланған..
- ↑ ПЕСНЕ «АЛИЯ» - 40 ЛЕТ!