Әлимғол (рус. Алимгулово) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 103 кеше[1]. Почта индексы — 453335, ОКАТО коды — 80238805002.

Әлимғол
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Волостновка ауыл Советы (Күгәрсен районы)
Почта индексы 453335
Карта


Халыҡ һаны үҙгәртергә

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 100 % тәшкил итә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1900 йыл 250
1920 йыл 26 август 290
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 169
1959 йыл 15 ғинуар 212
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 112
2002 йыл 9 октябрь 107
2010 йыл 14 октябрь 103 49 54 47,6 52,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

Урамдары үҙгәртергә

  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Хоҙайбирҙин урамы (рус. улица Худайбердина )[3]

Тарихы үҙгәртергә

XVIII быуатта Һарыш-Ҡыпсаҡ улусына ингән Әлимғол (Кәкүк) ауылына 1798 йылда нигеҙ һалына, Тәүге төпләнеүсе — хорунжий Әлимғол Азатов, 1769 йылда тыуған. Уның улдары Шаһи һәм Һөйәрғол. VII ревизия мәленә ауылда 133 кеше йәшәгән 15 ихата була. XIX быуат уртаһында 40 йортта 254 кеше йәшәгән. 1920 йылда Әлимғол ауылында 290 кеше һәм 70 ихата була.

1842 йылда 190 кешенең һәр береһендә 2,7 бот яҙғы иген сәселгән. Ул ваҡытта ауыл халҡы 270 баш йылҡы, 190 баш һыйыр малы, 25 баш һарыҡ тотҡан[4].

Матбуғатта үҙгәртергә

Видеофильмдар үҙгәртергә

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Башкирская энциклопедия — Алимгулово 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 ноябрь 2018)
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  3. Улицы деревни Алимгулово
  4. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 143. 2022 йыл 2 апрель архивланған.