Ғәниев Әкрәм Мөхәмәт улы
дәүләт эшмәкәре, иҡтисадсы
(Әкрәм Ғәниев битенән йүнәлтелде)
Ғәниев Әкрәм Мөхәмәт улы (3 ғинуар 1959 йыл — 14 май 2023 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре. 2005—2023 йылдарҙа Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Ғәниев Әкрәм Мөхәмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 ғинуар 1959[1] |
Тыуған урыны | Күҫәләр, Арҡауыл ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 14 май 2023[1] (64 йәш) |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, иҡтисадсы, статистик |
Эш урыны | Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәӘкрәм Мөхәмәт улы Ғәниев 1959 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Күҫәләр ауылында тыуған. 1981 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
- 1981—1983 йылдар — Өфө ҡалаһының 97-се урта мәктәбе уҡытыусыһы.
- 1983—1994 йылдар — БАССР Статистика идаралығының бүлек етәксеһе, идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары.
- 1994—2000 йылдар — Башҡортостан республика статистика идаралығының (артабан — Башҡортостан Республикаһының Статистика буйынса дәүләт комитеты) етәксе урынбаҫары.
- 2000—2003 йылдар — Башҡортостан Республикаһының Статистика буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
- 2003—2005 йылдар — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт статистика комитеты рәйесе.
- 2005 йылдан — Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе.
2023 йылдың 14 майында Өфө ҡалаһында ҡапыл вафат булды[2], Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында ерләнде[3].
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергә- А. Ганиев, И. Утяшева. Демографическое настоящее и будущее Республики Башкортостан. Экономика и управление. 2005;№ 6:80—85.
- А. Ганиев, Г. Аблеева. Формирование системы муниципальной статистики в современных условиях. Экономика и управление. 2008;№ 4:47—51.
- А. Ганиев. Подготовка к Всероссийской переписи населения 2010 года в Республике Башкортостан. Экономика и управление. 2009;№ 4:122—125.
- А. Ганиев, Р. Ш. Гатауллин. Становление и развитие статистической службы Башкортостана. Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2010.
- А. Ганиев. Башкортостанстат продолжает цикл тематических изданий. Вопросы статистики. 2018; 25(11):83—86.
Матбуғаттағы мәҡәләләре, уның менән әңгәмәләр
үҙгәртергә- Фәнил Ҡоҙаҡаев. Киләсәккә йөҙ тота. «Бәхәскә урын юҡ». «Башҡортостан» — «Йома» гәзите, 2019 йыл, 5 апрель, № 39 (27591)[4].
- Серёгина О. «Подготовка к Всероссийской сельхозпереписи выходит на финишную прямую — Акрам Ганиев». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 2 февраль[5].
- Фаизов А. Акрам Ганиев: «Цель сплошного наблюдения — получить полную и достоверную картину положения малого и среднего бизнеса». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 10 декабрь[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- СССР Дәүләт статистика комитетының Маҡтау грамотаһы.
- РСФСР Дәүләт статистика комитеты һәм Дәүләт учреждениеләре хеҙмәткәрҙәре профессиональ союзы Үҙәк Комитетының Маҡтау грамотаһы.
- Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Маҡтау грамотаһы.
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһы.
- «Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы.
- «2006 йылғы Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы.
- «2010 йылғы Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы.
- Рәсәй Федерацияһы Иҡтисад үҫеш Министры рәхмәте.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
- ↑ В Уфе скоропостижно скончался руководитель Башкортостанстата Акрам Ганиев. ИА «Башинформ», 14 мая 2023 года (рус.)
- ↑ В Уфе простились с руководителем Башкортостанстата Акрамом Ганиевым. ИА «Башинформ», 15 мая 2023 года (рус.)
- ↑ Киләсәккә йөҙ тота. «Башҡортостан» гәзите, 2019 йыл, 5 апрель 2019 йыл 6 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2019)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 2 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2016)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 10 декабрь (рус.)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- «Кто есть кто в Республике Башкортостан» сайтында мәғлүмәт
- Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы сайтында мәғлүмәт 2015 йыл 25 октябрь архивланған.
- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Фаизов А. Акрам Ганиев: «Цель сплошного наблюдения – получить полную и достоверную картину положения малого и среднего бизнеса» . «Башинформ» (10 декабрь 2015). Дата обращения: 10 декабрь 2015.