Әбүбәкер
Әбүбәкер (рус. Абубакирово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 640 кеше[1]. Почта индексы — 453809, ОКАТО коды — 80255850002. Ауыл Ташлы йылғаһы буйында урынлашҡан.
Ауыл | |
Әбүбәкер Әбүбәкир | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 640 | 307 | 333 | 48,0 | 52,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл тарихы
үҙгәртергәӘбүбәкер Хоҙайназаров 1771 йылда тыуған, есаул (1816 йылдағы ревизия буйынса Аҡназар ауылында йәшәгән) хаҡлы ялға сыҡҡас, йәйләү ерҙәрендә яңы ауыл нигеҙләргә рөхсәт ала. Әбүбәкерҙең улдары Ғәбделмөмин һәм Ғәбделхаҡим уның менән бергә иң тәүге күскенселәр була. Тағы ла уның ағаһы хаҡлы ялдағы йөҙ башы Ҡалмағол Хоҙайназаровтың балалары, Ҡаҙырша ауылынан Билаловтар; Ҡолсомбай ауылынан Сынбулатов менән Балдыбаевтар. Артабан Һыҙғы ауылынан Әлибаев һәм Аҡиловтың ғаиләләре күсеп килә. 1859 йылда Әбүбәкер ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Үҫәргән кантоны Хәйбулла ауыл общинаһының 4-се йортона инә.
1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 26 йорт хужалығы иҫәптә була һәм 190 кеше йәшәгән. Ауылда йәшәүселәр араһында: Фәтхулла, Ғәбделсәлих, Рәхимулла, Юлмөхәмәт Хоҙайназаров; Мөхәмәтҡулы Балдыбаев; Абдулнасип, Баймөхәмәт, Әлмөхәмәт, Рахматулла Синбулатов; 1786 йылғы Байсар Билалов улдары менән. Теүәлбай Аҡназаров менән Ғәлиҙең улдары Аҡназаровтар, Хәсән менән Хөсәйен Теүәлбаев тип яҙыла. 1859 йылда Хөсәйен Теүәлбаев ауыл старостаһы була.[2]
«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тигән китапта ауыл тураһында ошондай яҙма бар: Орск өйәҙе, 2-се стан, No 773 Абубакирово ауылы, Турат йылғаһы эргәһендә, иҫке һыҙыҡлы тракттың уң яғында һәм Орскиҙан Үрге Уралға тиклем һул почта тракты араһында урынлашҡан. Өйәҙ ҡаласығынан 107 верста алыҫлыҡта, стан ҡаласығынан 57 верста, хужалыҡтар һаны 28, йәшәүселәр һаны: ирҙәр 91 кеше, ҡатын-ҡыҙҙар 88 кеше.[3]
Урамдары
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Билалов Вәлиулла Мөхәрләм улы (1883—1941) — мәғрифәтсе.
Матбуғатта
үҙгәртергә- Башҡортостан. 13 ноябрь 2021. Әбүбәкерҙәр парадҡа сыҡты[5]
Сайттар
үҙгәртергә- Әбүбәкер ауылының күп функциялы клубы[6]
Видеояҙмалар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Рахимов. Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998 г., № 9. Стр. 18-42.
- ↑ Список населенных мест. Часть II. Оренбургская губерния. 1866.-Уфа: Китап, 2006.-260 с.
- ↑ Улицы
- ↑ [1]
- ↑ https://club-abubakir.ru/
- ↑ https://www.youtube.com/watch?v=w10mXzJ1hxI
- ↑ YouTube сайтында Видео
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |