Әбделхәмит I
Әбделхәмит I (1725 йыл — 7 апрель 1789 йыл, (ғосманса عبد الحميد اول — Abd ül-Hamîd-i evvel, төрөксә — Birinci Abdülhamit), Ғосман империяһының 27-се солтаны. Ул — солтан Әхмәт III-сөнөң улы, 1774-се йылдың 21-се ғинуарында ағаһы Мостафа III-сөнән һуң тәхеткә ултыра.
Әбделхәмит I | |
төр. عبد الحميد اول | |
Герб | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы | Ғосман империяһы |
Тыуған көнө | 20 март 1725[1][2][3] |
Тыуған урыны |
Константинополь[d], Ғосман империяһы Топҡапы, Эминёню[d], Фатих[d], Истанбул, Ғосман империяһы |
Вафат булған көнө | 7 апрель 1789[4][1][2][…] (64 йәш) |
Вафат булған урыны | Константинополь[d], Ғосман империяһы |
Үлем сәбәбе | йөрәк етешмәүсәнлеге[d] |
Ерләнгән урыны | Истанбул |
![]() | |
Атаһы | Ахмед III[d] |
Әсәһе | Рабия Шерми Кадын-эфенди[d] |
Бер туғандары | Hatice Sultan[d] һәм Мустафа III[d] |
Хәләл ефете | Айше Сениепервер Султан[d] һәм Накшидиль-султан[d] |
Балалары | Мустафа IV[d], Мәхмүт II, Эсма Султан[d], Hibetullah Sultan[d] һәм Шехзаде Абдулла[d] |
Нәҫеле | Османдар[d] |
Һөнәр төрө | хаким |
Биләгән вазифаһы | Ғосман империяһы солтаны[d] |
![]() | |
![]() | |
![]() |
Оҙайлы ваҡыт дауамында һарайҙа дәүләт эштәренән ситтә тороу Әбделхәмитте диндар, Хоҙайҙан ҡурҡыусы һәм мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә яй кешегә әйләндерә. Уның тәхеттә ултырыуы ваҡытында дәүләттең иҡтисади сығанаҡтары янычарҙарға ғәҙәти хеҙмәт хаҡын түләргә аҡса етмәҫлек дәрәжәгә барып етә.
Әбделхәмит солтан тәхеткә ултырғандан һуң бер йыл да үтмәй, Рәсәй менән һуғыш башлана. Төрөктәр Козлуджа янында еңелә һәм 1774 йылдың 21 июлендә Көсөк-Ҡайнарсы солох килешеүенә ҡул ҡуйырға мәжбүр була. Был килешеүгә ярашлы, Рәсәйгә Ҡара диңгеҙҙә хәрби-диңгеҙ флоты булдырырға, Балҡан һәм Ҡырым ярымутрауҙарында йәшәгән Ғосман империяһының мосолман булмаған халҡына үҙ тәьҫирен йәйергә хоҡуҡ бирелә.
Етди еңелеүҙәр Әбделхәмитте административ һәм хәрби реформалар үткәрергә мәжбүр итә.
Сирияла һәм Мореяла баш күтәреүселәргә ҡаршы көрәштә ҡайһы бер уңыштар Рәсәй тулыһынса үҙ ҡарамағына алырға ниәтләгән Ҡырымды юғалтыуҙы ҡаплау алмай. 1787 йылда Рәсәй менән ҡабаттан һуғыш башлана. Был һуғышта 1788 йылдан Австрия ла ҡатнаша. Әммә Австрия императоры Иосиф II тулыһынса Екатерина II яғында була һәм уның Ҡырымға еңеүле һөжүменә булышлыҡ итә. 1788 йылда Рәсәй Очаков ҡалаһын тартып ала.
Солтан Әбделхәмит I, Очаковтың ҡолауынан уң 4 ай үткәс, 64 йәштә апоплексия һуғыуынан вафат була.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 Абдул-Гамид I (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. Андреевский — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1890. — Т. I. — С. 20.
- ↑ 2,0 2,1 Abdülhamit I // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.) — Grup Enciclopèdia, 1968.
- ↑ Abdul Hamid I. // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
- ↑ Абдуль-Гамидъ (урыҫ) // Энциклопедический лексикон — СПб.: 1835. — Т. 1. — С. 25.