Һолтай
Һолтай (рус. Султаева) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы ауыл. Һаҡҡол ауыл биләмәһе составына инә.
Ауыл | |
Һолтай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Бигеш |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Телефон коды |
+7 35144 |
Почта индексы |
456503 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Географик урынлашыуы
үҙгәртергәАғаскүл күле буйында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәҺолтай (Һултай, Бигеш) — табын башҡорттарының ауылы[2]. Тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[3]. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡара Табын улусы составында була.
1811 йылда 5-се Башҡорт кантонына ҡараған Һолтай ауылында 43 ихатала 159 ир-егет иҫәпкә алынған. 1868 йылдан Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Мәтәл улусы составында, ауылда мәсет теркәлгән. Һуңыраҡ ауыл Һолтай улусы булдырыла. 1900 йылда мәҙрәсә, 1916 йылда земство мәктәбе, фельдшер пункты, 4 кибет иҫәпкә алынған.
1917 йылдан ауыл Башҡортостан мөхтәриәтенең (1919 йылдан — Башҡорт АССР-ы) Арғаяш кантонына ҡарай. 1930 йылдан Башҡорт АССР-ының Арғаяш районы составында була.
Халҡы
үҙгәртергә1816 | 1834 | 1866 | 1900 | 1916 |
---|---|---|---|---|
216 | 457 | 651 | 729 | 689 |
Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[4] | 2010[1] |
589 | ↗621 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (93 %) йәшәй[5][6].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Халиҡ Заимов (13.11.1914—9.02.1977), башҡорт совет композиторы, педагог, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. 1952—1956 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 1963—1968 йылдарҙа — директоры. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1953—1954 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзы рәйесе. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949, 1955).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 175-176. — 832 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
- ↑ Урал аръяғы башҡорттарының Ырымбур губернаһы составына ингән торама пункттары (1866 йылда кәмендә 100 кеше йәшәгән торамалар күрһәтелгән) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Был Силәбе өлкәһе тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |