Һиндостан милли китапханаһы

Һиндостан милли китапханаһы (бенг. তীয় গ্রন্থাগার, һинд राष्ट्रीय पुस्तकालय, малаялам ഭാരതീയ ദേശീയ ഗ്രന്ഥശാല, санскрит भारतस्य राष्ट्रियग्रन्थालयः, там. இந்திய தேசிய நூலகம், ингл. National Library of India) Калькуттала урынлашҡан. Ул Һиндостанда иң ҙур китапхана булып иҫәпләнә[3]. Һиндостан хөкүмәтенең Мәҙәниәт департаментының Туризм һәм мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында[3]. Бельведер — бина XVIII быуат урталарында[4] һәм ул 120 мең м² территорияны биләй. Китапханала 2,27 млн китап һаҡлана. 1854 йылдан алып 1911 йылғаса ул бинала Бенгал лейтенант-губернаторының резеденцияһы булып торған[4], 1948 йылдан алып китапхана. Һиндостанда баҫып сығарылған барлыҡ гәзит-журналдар, китаптар һәм атластар мотлаҡ рәүештә Милли китапхана фондына ебәрелә[5].

Һиндостан милли китапханаһы
Нигеҙләү датаһы 1836[1]
Рәсем
Дәүләт  Һиндостан[2]
Административ-территориаль берәмек Ward No. 74, Kolkata Municipal Corporation[d]
Урынлашҡан урамы Belvedere Road[d]
Урын Ward No. 74, Kolkata Municipal Corporation[d]
Мираҫ статусы KMC Heritage Building Grade I[d]
Электрон почта nldirector@rediffmail.com
Рәсми сайт nationallibrary.gov.in
Карта
 Һиндостан милли китапханаһы Викимилектә

Ҡасандыр бер мәл Ашутош Мукхерджи әфәнде китапханаға үҙенең шәхси коллекцияһынан 80 000 китап бүләк иткән. Улар барыһы ла айырым бүлмәлә, китапханаға төкәтмә итеп эшләнгән бинала һаҡлана.
Swapan Kumar Chakravorty — китапхана директоры . Фото 2011 йылда төшөрөлгән

Һиндостан милли китапханаһы тарихы 1836 йылдан Калькутта ҡалаһында халыҡ өсөн асыҡ китапхана асылыуҙан башлана. Ул дәүләт ҡарамағында булмай, шуға күрә файҙаланыу түләүле була. Унда керер өсөн 300 рупий (яҡынса 5 [[АҠШ доллары]]) түләргә кәрәк була. Шулай ҙа талиптар һәм ярлылар өсөн кереү күпмелер ваҡыт бер осор бушҡа булған. Мөлкәтсеһе (хужаһы) иҡтисадсы һәм эшҡыуар Дварканатх Тагор булған.

Тәүге күпләп тулыландырыу 4675 баҫма, ул фондҡа Һиндостан генерал-губернаторы Меткалф Чарльз Теофилус тарафынан Форт-Уильям колледжынан килтерелә. Китапханаға Һиндостан дәүләтендәге, инглиз һәм башҡа телдәрҙәге йыйылған. Ул донъяның (Ер шарының) Азия өлөшөндә бик ойошҡан һәм эффектив эш алып бара. Хатта Европаның иң алдынғы иҫәпләнгән, шуға оҡшаш китапханалары ла был йәһәттән маҡтана алмай.

1891 йылда илдә Империя китапханаһы барлыҡҡа килә. Ул 1903 йылда генерал-губернатор Керзон Джордж Натаниэл фарманы буйынса Калькутталағы асыҡ китапхана менән ҡушыла һәм исемен үҙгәртә.

1947 йылда Һиндостан Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ ала. 1948 йылда «Империя китапханаһы» «Милли китапхана»ға үҙгәртелә һәм икенсе районға Эспланада[en] Бельведер Эстейтҡа күсерелә. Яңыртылған китапхана 1953 йылдың 1 февралендә асыла[3].

2003 йылдан китапханала ҡағыҙ китаптарҙы цифрлы йөрөтөүселәргә күсереү (оцифровка) башлана[3], 2011 йылдағы торош буйынса интернет эшләй, цифрлау дауам итә[6].

2014 йыл торошо буйынса Һиндостан милли китапханаһы түбәндәгесә:

  • Китаптар һаны 2 270 000-дән артығыраҡ
  • 86 000 география карталары
  • 3200-ҙән күберәк ҡулъяҙма
  • Китаптар торған кәштәләрҙең дөйөм оҙонлоғо 45 километр тәшкил итә
  • Уҡыу залдарында бер юлы 550 кеше уҡый ала

Серле бүлмә

үҙгәртергә

2010 йылда Һиндостан археология етәкселеге (ҺАЕ) китапхана бинаһына тергеҙеү (реставрация) эштәре үткәрә. Бинаның 1760 йылдарҙа төҙөлгәне билдәле. Шул ваҡыттан уҡ уның хужаһы Һиндостандың беренсе генерал-губернаторы Уоррен Гастингс була. 1780 йылда ул бинаны 1854 йылда уҡ, йәғни Бенгал лейтенант-губернаторының рәсми резеденцияһы булған ваҡыттан уҡ, һатылыуы тураһында белдерә. Айырым йорт тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмай, ул билдәһеҙ килеш ҡала. Резеденция булараҡ бина 1911 йылғаса хеҙмәт итә[4].

Тергеҙеү эштәре ваҡытында китапхананың беренсе ҡатында бөтөнләй планға кермәгән, дөйөм майҙаны 93 м² булған бер бүлмә барлығы асыҡлана. Уның бер ерҙән дә, хатта түбәнән дә керә торған ишектәре булмай. Был йәһәттән китапхана бинаһы үҙен архитектура һәм тарихи яҡтан бик ҡиммәтлеитеп таныта. ҺАЕ инженерҙәры бүлмә диуарын ватмай, тик эске яҡты ҡарар өсөн махсус тишектәр генә тишелә. 1911 йылға хәтле Бенгал лейтенант-губернаторының резиденцияһы булғанлыҡтан, СМИ-ла төрлө имеш-мимештәр яҙыла башлай. Йәнәһе, уларҙың (Бенгал лейтенант-губернаторының резиденцияһының), йәки бинаның беренсе хужаһы Уорреном Гастингстың язалау бүлмәһе булғандыр, тиҙәр. Аҙаҡ асыҡланыуынса, бүлмә төрлө бысраҡ менән тултырылған була. Ысынбарлыҡта, был бүлмә нигеҙ өсөн бинаға терәк булараҡ төҙөлгәндер[7].

Эш көндәре

үҙгәртергә

Китапхана эш көндәрендә сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 20 сәғәткәсә, ял һәм байрам көндәрендә 9.30-ҙан 18 сәғәткәсә асыҡ була. Ҙур уҡыу залына кереү ныҡ тикшерелә, кергән саҡта уҡыусы билеты мотлаҡ һанала. Уҡыусы билетын һәр кем ала ала, уның өсөн китапхананың рәсми сайтына кереп, ғариза тултырырға кәрәк. Ғаризаны махсус хеҙмәткәрҙәр тикшерә һәм билет бирелә. Был эштәр эш көндәрендә сәғәт 11-ҙән алып 13-сәғәткәсә һәм 15-тән алып 16 сәғәткәсә эшләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ROR Data — v1.19 — 2023. — doi:10.5281/ZENODO.7644942
  2. Global Research Identifier Database (ингл.) — 2015.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Digitization of Manuscripts of the National Library of India 2014 йыл 7 апрель архивланған. (инг.) на сайте ndl.go.jp, 2003 год
  4. 4,0 4,1 4,2 Джимли Мукхерджи Пандей тарафынан төҙөлгән Secret chamber in National Library (инг.) на сайте timesofindia.indiatimes.com, 20 ноября 2010
  5. Национальная библиотека 2014 йыл 11 июль архивланған. (рус.) на сайте gooddays.ru
  6. Ашватхи. Progress To Be Made In National Library, Kolkata (инг.) на сайте careerindia.com, 16 декабря 2011
  7. Дебалина Сенгупта. Room with no view (инг.) на сайте business-standard.com, 22 мая 2011

Һылтанмалар

үҙгәртергә