Һикеяҙ (Әй ҡушылдығы)
Һикеяҙ[1]' — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[2] Салауат районы биләмәләрендә аға. Йылға Әй йылғаһына ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 28 км.
Һикеяҙ | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 28 км |
· Координаталар | 55°10′53″ с. ш. 58°35′59″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан Республикаһы, Силәбе өлкәһе |
РДҺР | 10010201012211100022195 |
Һикеяҙ Викимилектә |
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Әй, йылға бассейны — Кама[3]. Салауат районының Ҡарағол ауылы эргәһенән, артабан Башҡорт Илсекәйе (Башташ) ауылы аша һәм Урмансы ауылының көнсығышынан аға. Башҡорт Илсекәйе янында Һикеяҙға Һабайылға, Ҡарайылға менән Саған йылғалары ҡушыла. Ауыл халҡы элегерәк Һикеяҙҙың үрге ағымынан эсәр һыу алған, хәҙер кер, эсәк сайҡай, һәм йылғаның ошо участкаһын Арғыйылға тип йөрөтә. Һикеяҙға Саған ҡушылған кеше буйы тәрәнлегендә Сатра тип йөрөтөлгән урында XX быуат уртаһында бала-саға һыу ингән.
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[3]
Йылға тасуирламаһы
үҙгәртергәҺикеяҙ йылғаһы, Башташ тау һырттарына ҡараған Ҡомлотауҙан (гора Песчаная) башланып, көньяҡтан төньяҡҡа табан аға. Башта Имантау һырттары буйынса күтәрелә, артабан урындағы Ямантау тау һырттары буйлап тәгәрәй. Ә Ямантау һырттарынан уға бер-бер артлы һалҡын шишмә-инештәр ағып төшә. Ямантау һырттарының сигенә еткәндән һуң, Һикеяҙ көнсығышҡа борола ла, тар тарлауыҡ араһынан ҡыҫылып үтә һәм Әй йылғаһына ҡоя.
Этимологияһы
үҙгәртергәЙылғаға ҡойған урынды башҡорттар «тамаҡ» тиҙәр. Һике+уяҙ тигәндән килеп сыҡҡан был атамалар, йәғни һикәлтәле уяҙҙар. Дөрөҫө Һикеяҙ тип яҙылырға тейеш һәм шулай яҙылып килде әлегә тиклем.
Башҡорт Илсекәйе ауылына килеп ингәндә күренгән юл күрһәткесенә «Һикеяҙ йылғаһы» тип яҙылып ҡуйылған. Ә урыҫ сығанаҡтары «Һикеяҙ» һүҙенең тәржемәһен (кемдәндер яҙып алған булғандарҙыр инде?) хаталы аңлата: тасуирлы-романтик сифатта — «һеркәле сәскә атыусы үҙән». «Үҙән» тигәне аңлашыла, ә бына һеркә… Быны, ысынлап, күҙәтеп була тип яҙалар: «тау һырттары араһындағы иртәнге үҙәнгә ҡыя ҡояш нурҙары һуҙыла, ә һауала алтын һеркә (перга) эленгән кеүек күренә. Был ғәжәйеп күренеште солоҡсолар ғына күҙәткәндер тиергә ҡала…». Әйтер кәрәк, перга һүҙе һитә, манса тип тәржемә ителә башҡорт теленә. Һеркә һүҙе пыльца тип тәржемә ителә.
Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә йылға исеме тураһында ошоларҙы яҙа:
речка, левый приток Ая. Сикияз-Тамак, деревня, Саткинский район.
От распространенного в прошлом у башкир древнего тюркского мужского имени Сикияз. Сики — «цветень» (пыльца цветов), частица -яз — имяобразующий аффикс, тамак — «устье», «горло»[4]. |
һәм әлеге хаталы фекерҙе ҡеүәтләп, тәрәнәйтеп ҡуя.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- naurale.com/items/2075/Сикияз#.XjWAcG5uLIU Салауат районы биләмәһендәге Һикеяҙ йылғаһы
- Һикеяҙ - Әй йылғаһының һул ҡушылдығы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Словарь топонимов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2002. — 256 с. — С.218. ISBN 5-295-30192-6
- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Һикияҙ .
- ↑ Шувалов Н. И. Беликуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7