Хижәз
(Һиджаз битенән йүнәлтелде)
Әл-Хижәз (ғәр. الحجاز) — Ғәрәп ярымутрауының көнбайышындағы ерҙәр, Сәғүд Ғәрәбстанының бер өлөшө. Ислам барлыҡҡа килгән тарихи урын — мосолмандарҙың изге ҡалалары Мәккә һәм Мәҙинә бында урынлашҡан . Административ үҙәге — Жиддә.
Хижәз | |
Дәүләт | Сәғүд Ғәрәбстаны |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мәккә[d] |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Q122763501? |
Хижәз Викимилектә |
Хижәз | |
Дәүләт | Сәғүд Ғәрәбстаны |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мәккә[d] |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Q122763501? |
Хижәз Викимилектә |
1916-1925 йылдарҙа — Хижәз бойондороҡһоҙ дәүләте, ғәрәп ҡәбиләләренең Ғосман империяһына ҡаршы ихтилал һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Хижәздең беренсе короле Хөсәйен бин Али (1916-1924), икенсеһе — уның улы Али ибн Хөсәйен (1924-1925).
Ҡалалар
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергә- миләди 106 йылға тиклем — Набатей батшалығы өлөшө. Мәдәин-Сәлих ҡалаһы һаҡланған,ул батшалыҡтың көньяғында уның баш ҡалаһы Петранан һуң икенсе урында торған ҡала булған.
- миләди 106 йыл — Хижәз Рим империяһының Ташлы Ғәрәбстан провинцияһы составына инә.
- 1519 йыл — Мәмлүк солтанатын ғосман төрөктәре баҫып ала. Хижәз, солтанат составына инеп, төрөктәрҙекенә әйләнә.
- 1519 йылдан 1916 йылға тиклем — Ғосман империяһы составына инә.
- 1916 йылдың 30 майында — бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителә. Хижәз короллеге барлыҡҡа килә.
- 1925 йыл — Нәжд солтанлығы яулап ала, Хижәз һәм Нәжд тип аталған короллек барлыҡҡа килә.
- 1932 — берләшкән дәүләтСәғүд Ғәрәбстаны тип үҙгәртелә[1]
-
Хижәз флагы, 1916 - 1917
-
Хижәз флагы 1917 - 1920, ғәрәп төҫтәренә нигеҙләнгән.
-
Хижәз флагы 1920 - 1926
-
Хижәз флагы 1926 - 1932
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәХижәз Викимилектә | |
Хижәз Викияңылыҡтарҙа |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Васильев А. М. История Саудовской Аравии (1745 г. - конец 20 в.) — М.: Классика плюс; Книжный дом газеты «Труд», 1994. — ISBN 5-89073-022-3
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хижәз // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.