Һерренкимзее монастыры

элекке августин монастыры, Прин-ам-Кимзе (Үрге Бавария) коммуна территорияһында — шул уҡ исемле утрауҙа һәм Химзее күле буйында урынлашҡан

Һерренкимзее монастыры (нем. Kloster Herrenchiemsee) — элекке августин монастыры, Прин-ам-Кимзе (Үрге Бавария) коммуна территорияһында — шул уҡ исемле утрауҙа һәм Химзее күле буйында урынлашҡан; Люксёй бургунд монастыры башлығы Юстасий инициативаһы буйынса — 620 һәм 629 йылдар араһында нигеҙ һалынған; 1803 йылғы секуляризациянан һуң монастырь биналары комплексының бер өлөшө шул уҡ исемле һарайға әүерелгән.

Һерренкимзее монастыры
нем. Kloster Herrenchiemsee
Нигеҙләү датаһы 620
Рәсем
Дәүләт Германия
Административ-территориаль берәмек Кимзе[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1803
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q1831280?
Мираҫ статусы Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d]
Адрес Herrenchiemsee 3
Категория для внешности элемента Category:Exterior of Kloster Herrenchiemsee[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Kloster Herrenchiemsee[d]
Карта
 Һерренкимзее монастыры Викимилектә

Тарихы һәм тасуирламаһы

үҙгәртергә

Монахтарҙың традицион күҙаллауҙары буйынса, монастырға герцог Тассилон III нигеҙ һалған: ысын нигеҙ һалыусы Бургундия Люксёй монастыры башлығы Юстасий икәне раҫланған. Археологик табылдыҡтарға ярашлы, 620 һәм 629 йылдар араһында нигеҙ һалынған: һәм был утрауҙағы монастырҙы (ағас монастырь комплексы) Баварияның иң боронғо монастыры итеп таныта. Сөнки ул оҙаҡ йылдар дауамында төбәктәге иң боронғоларҙан һаналған Зальцбург Изге Петр аббатлығынан етмеш самаһы йылға өлкәнерәк. Нигеҙ һалынғандан алып 1130 йылға саҡлы Һерренкимзее бенедикт монастыры, ә 1130 йылдан — августин каноник монастыры булып тора. X быуатта хәҙерге Венгрия территорияһынан хатта баҫҡынсылыҡ кисергән, ә 969 йылда император Бөйөк Оттон I-нең утрауҙағы милеген Зальцбург архиепискобына тапшырған.

Өс нефлы роман базилика бинаһы рәүешендәге монастырь сиркәүен төҙөү 1158 йылда тамамланған; ғибәҙәтхана төҙөү папаның 1142 йылғы буллаһы менән раҫлаған. Изге Сикст һәм Себастьянға арналған ҡорам 1215 йылдан, шул осорҙа ҙур булмаған Кимзее епархияһына нигеҙ һалынғанлыҡтан, яңы епархия Зальцбург епархияһы менән уратып алынған һәм үҙенең эсенә бары ун бер мәхәллә индергән булған. Ғибәҙәтхана XV быуатта үҫеш кисергән, әммә аҡсаны дөрөҫ тотонмау арҡаһында бурысы барлыҡҡа килгән. Шуның менән бәйле 1552—1562 йылдарҙа монастырь донъяуи хакимиәткә буйһонған. Фәҡәт 1627—1653 йылдарҙа, Арсений Ульрих монастырь башлығы вазифаһын биләгән саҡта, монастырҙың тотороҡло финанс хәле тергеҙелгән.

1642 йылда яңы монастырь комплексы төҙөлә башлаған һәм бары тик 1731 йылда тамамланған. 1676 йылдан 1678 йылға саҡлы Граубюндендан архитектор Лоренцо Шиаска биналарҙы барокко стилендә биҙәй башлаған; 1700 йылдан 1704 йылға тиклем архитектор Антонио Рива (1650—1713) планы буйынса яңынан үҙгәртеп ҡороу дауам иткән. Архитектуранан башҡа, аббатлыҡтың сәскә атыуы уның бай музыка мираҫында ла сағылған — монастырь архивында 550 тирәһе музыкаль ҡулъяҙма һаҡланған.

Монастырь 1803 йылда — секуляризация барышында таратылған. Шул уҡ йылда ул Мангеймдағы коммерсант Карл фон Люнешлоссҡа һатылған. 1818 йылдан 1820 йылға саҡлы мюнхен сауҙагәре Алоис фон Флекингер элекке нефтә һырахана асып, элекке соборҙың (монастырҙың иң ҙур сиркәүе) манараларын һәм хорын емергән. Соборҙың төп миһрабы Римстингҡа, ә Иоһанн Кристоф Эгедахерҙың органы — Титмонингҡа күсерелгән. Монастырҙың ҡайһы бер биналары Һерренкимзее һарайы тип үҙгәртелә.

Бөгөн элекке монастырҙа урындағы рәссам Юлиус Экстер (1863—1939) картиналарынан даими экспозиция урынлашҡан, шулай уҡ — утрауҙың дин тарихына арналған бер нисә зал бар; бынан тыш киң тамашасыға Людвиг II-нең тергеҙелгән торлаҡ биналары һәм 1948 йылғы конституцион йыйылыштар залы тәҡдим ителә. Хәҙерге заман пландары буйынса емерелгән соборҙы тергеҙеү ҡаралған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Backmund, Norbert: Die Chorherrenorden und ihre Stifte in Bayern. Augustinerchorherren, Prämonstratenser, Chorherren von Hl. Geist, Antoniter. Passau 1966, S. 87—90;
  • Bauer, Hermann und Anna: Klöster in Bayern. Eine Kunst- und Kulturgeschichte der Klöster in Oberbayern, Niederbayern und der Oberpfalz, München 1985, S. 92—95;
  • Dehio, Georg: Handbuch der Deutschen Kunstdenkmäler. Bayern IV: München und Oberbayern, Darmstadt 1990, S. 417—420;
  • Haus der Bayerischen Geschichte: Auf dem Weg zum Grundgesetz (= Hefte zur Bayerischen Geschichte und Kultur 21), Augsburg 1998;
    • Haus der Bayerischen Geschichte: CD-ROM — Föderalismus in Deutschland. Stationen, Schlaglichter, Strukturen, Augsburg 1999;
  • Hojer, Gerhard: Neues Schloss Herrenchiemsee. Amtlicher Führer, München 1994;
  • Mai, Paul (Hrsg.): Die Augustinerchorherren in Bayern. Zum 25-jährigen Wiedererstehen des Ordens (= Kataloge und Schriften des Bischöflichen Zentralarchivs der Bischöflichen Zentralbibliothek Regensburg Band 16), Regensburg 1999, S. 121.

Һылтанмалар

үҙгәртергә