Һерварт циклоны (ингл. Cyclone Herwart? нем. Sturmtief Herwart) - 2017 йылдың 28-29 октябрендә Европала Көньяҡ Дания, Германия, Польша, Австрия, Венгрия һәм Чехия буйлап үткән дауыл. Берлиндың Ирекле университеты метеорология департаменты [1] уны тропиктан тыш (рус. внетропический) циклон тип аңлата. Сәғәт уғына ҡаршы әйләнә башлап, ғәрәсәт артабан Норвегия , Швеция, Латвия аша үтә, Рәсәйҙең көнбайыш өлөшөнә көсөн кәметеп барып етә [2]

Һерварт циклоны
Рәсем
Дәүләт  Дания
 Германия
 Польша
 Чехия
 Австрия
Ваҡиға ваҡыты 29 октябрь 2017
Урынлашыу картаһы
 Һерварт циклоны Викимилектә

Данияға ул 28 октябрҙә ябырылған, һәм Ингольф тип исем алған [3]. Венгрия аша 29 октябрҙә үткән һәм Nárcisz ( Нарцисс ) тип аталған [4] .

Эҙемтәләре

үҙгәртергә

Дауыл күп емерелеүҙәргә һәм кеше үлеменә килтерә. Германияның төньяғында тимер юл ябыла [5],[6], ә Данияның төп күперҙәре транспорт хәрәкәте өсөн ябыла. Һерварт немец энергетика системаһына ла көсөргәнеш тыуҙыра, сөнки немецтар ел энергияһын файҙалана. Артыҡ энергия етештереү хаҡтар төшөүгө килтерә, ә был Швейцарияла, Германияла энергияһы һаҡлағыстарға туплап ҡуйып, аҙаҡ Германияның үҙенә кире һатырға мөмкинлек твуҙырыуы ла ихтимал [7]

Һерварт Германияла һуңғы 10 йыл эсендә иң көслө штормдарҙың береһе һанала , ун йыллыҡта биләгән урыны буйынса 8-се булып тора[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә