Плаценталылар

имеҙеүселәрҙең бер төркөмө

Плаценталылар(лат. Placentalia, placenta ‘плацента’һүҙенән) —— имеҙеүсе хайуандар. Уларҙың йомортҡа күҙәнәге аталанғандан һуң махсус ағзала — балаятҡыла үҫешә. Ә яралғы балаятҡының стенаһына плацента аша тоташҡан була.

Плаценталылар
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Placentalia Owen, 1837

Надотряды

Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр

Плаценталылар

үҙгәртергә

Имеҙеүселәрҙең иң күп өлөшөн тәшкил итә (сама менән 94 % тирәһен). Әле йәшәп килгән классификацияларҙа рангы буйынса фекер айырмалыҡтары йәшәп килә. Аҫкласс, инфракласс йәки өҫотряд тип инселәйҙәр. Таксон итеп һанамаусы классификациялар ҙа бар.

Башҡа имеҙеүселәрҙән төп айырмалары:

  • Балаятҡы, йәғни йомортҡа күҙәнәк аталанғандан үҫешә торған махсус ағзаның булыуы.
  • Плацента, йәғни яралғының балаятҡы стенаһына тоташыу урының булыуы.
  • Плацентала кендек бауы аша инә хайуандың ҡан тамырҙары яралғының ҡан тамырҙарына тығыҙ тейеп тора.
  • Башҡа имеҙеүселәрҙекенә ҡарағанда балалары күпкә нығыраҡ үҫешеп тыуа.

Сөнки инә хайуандың ҡанынан яралғыға кәрәкле бөтә туҡлыҡлы матдәләр, антиесемдәр һәм кислород килеп тора. Ә матдәләр алмашыныу продукттары кире инә хайуан ҡанына бүленеп сыға.

Муҡсалыларҙың да плацентаһы бар. Әммә плаценталыларҙа ул камилыраҡ. Йәғни, яралғының тышҡы ҡатлауы— трофобласт була.

Плацента балаятҡы менән трофобластың ҡалынайған урыны — хориондың тоташҡан ерендә барлыҡҡа килә.

Хорионда өбөрсәләр (ворсинки) хасил була. Улар балаятҡынының эпителий ҡатламына тәрәнгә үтеп инәләр.

Трофобластың күҙәнәктәре инә организмы һәм яралғы туҡымалары араһында һаҡлағыс кәртә (барьер) булдыралар.

Был яралғыны инә организмы менән туҡымалар һыйышмау күренешенән (от несовместимости тканей) һаҡлай.

Шуға ла, яралғы инә организмында оҙайлы үҫешә ала һәм мөхиттең насар тәьҫиренән, хәүеф-хәтәрҙәрҙән имен була.

Быуаҙлыҡ

үҙгәртергә

Тере бала тыуҙырыусы хайуандарҙа яралғының ҡарын эсендәге үҫеш процесы быуаҙлыҡ тип атала (кешеләрҙә уны йөклөлөк тип йөрөтәләр).

Имеҙеүселәрҙә быуаҙлыҡтың оҙайлылығы төрлөсә була. Ҡағиҙә булараҡ, бәләкәй хайуандарҙа ул ҡыҫҡа ваҡытлы. Мәҫәлән, ҡайһы бер сысҡан һымаҡ кимереүселәрҙә 11 —15 тәүлекте генә тәшкил итә.

Уртаса ҙурлыҡтағы йәнлектәрҙә — бер нисә ай, эре хайуандарҙа бер йыл һәм унан да ашыу була.

Шулай уҡ, быуаҙлыҡ ваҡытына хайуандың йәшәү рәүеше лә йоғонто яһай. Өңдәрҙә, ағас ҡыуыштарында, башҡа ышыҡ урындарҙа балалаусы хайуандарҙа быуаҙлыҡ ваҡыты ҡыҫҡа була. Уларҙың балалары донъяға бик хәлһеҙ, күҙҙәре лә асылмаған килеш тыуа (мәҫ.Йыртҡыстар отряды вәкилдәре, кролик һәм башҡалар).

Бер тыуымда уртаса ҙурлыҡтағы йәнлектәр 5—6, ваҡ йәнлектәр 8—12 бала килтерә.

Өңгә йәшеренмәй, тиҙ хәрәкәт менән тереклек итеүсе йәнлектәрҙә быуаҙлыҡ оҙаҡҡа һуҙыла. Бындай имеҙеүсе хайуандарҙың балалары ҙур кәүҙәле, яҡшы үҫешкән була. Улар тыуғандан һуң бер нисә сәғәт үтеүгә үк инәләренә эйәреп йөрөй ала(мәҫ.тояҡлы имеҙеүселәр).

Ҙур булғанлыҡтан, уларҙың һаны күп булмай (бары берәү, һирәк осраҡта ғына икәү була).

  • Наумов С. П.  Зоология позвоночных. — М.: Просвещение, 1982. — 464 с.
  • Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9
  • Биология: Хайуандар: Урта мәктәптең 7—8-се кластары өсөн дәреслек / Б. Е. Быховский, Е. В. Козлова, А. С. Мончадский һ. б.; М. А. Козлов редакцияһында. — Яңынан эшләнгән 19-сы баҫманан тәржемә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — Һүрәттәре менән 268 бит. ISBN 5-295-00538-0

Башҡортсаға тәржемә. Мырҙаҡаев Ф. С., Мырҙаҡаева Д. Ғ., 1990

  • Лемеза Н. А., Камлюк Л. В., Лисов Н. Д. Биология в экзаменационных вопросах и ответах. (Лемеза Н. А., Комлюк А. В. Лисов Н. Д. — 10-е изд. — М.: Айрис-пресс, 2006 — 512с.: ил
  • Под редакцией акдемика РАМН, профессора Ярыгина В. Н. Для поступающих в ВУЗы. Биология. (А. Г. Мустафин, Ф. К. Лажуева, Н. Г. Быстренина и др., Под ред. В. Н. Ярыгина. −7-е изд., стер. _ М.: Высш.шк., 2004. — 492с. Ил.
  • Чебышев Н. В., Кузнецов С. В., Зайчикова С. Г. Поступающим в ВУЗы. Биология (Чебышев Н. В. — Биология. Пособие для поступающих в ВУЗы. Том I.- М.:ООО"Издатель ОНИКС", 1999.-448с.
  • Богданова Т. Л. Биология. Задания и упражнения. Пособие для поступающих в ВУЗы. (Богданова Т. Л. — 2-е издание, переработанное и дополненное. — М.: Высшая школа, 1991.350с.:ил.