Һарт-Наурыҙ

(Һарт-Наурыз битенән йүнәлтелде)

Һарт-Наурыҙ (рус. Сарт-Наурузово) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 404 кеше[3]. Почта индексы — 453012, ОКАТО коды — 80235851002.

Һарт-Наурыҙ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Прибельский ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы)
Халыҡ һаны 404 кеше (2010)[1],
467 кеше (2002)[2],
378 кеше (2009)[2]
Почта индексы 453012
Карта

Һарт-Наурыҙ ауылы — Урта Азияла тыуып үҫкән һарттар нигеҙ һалған ауыл. Башҡортостанда таджиктар, төркмәндәр һәм үзбәктәр шулай тип атағандар. Шулай уҡ беренсе күскенсе билдәле. Карши улусының баш старшинаһы Шәрип Мерәков Өфө губернаһы канцелярияһында башҡорт халҡынан йыйыу тураһында күрһәтмәләрендә былай тиелә: «Шул уҡ 1741 йылда. Нуғай юлы, Һарт улусы, Наурызҙ ауылынан таджик Науруҙ улы Төмәнсәй менән минән 40 һумлыҡ ике ат алды… тәржемәсе Шәфей Йәнадаровҡа ебәрҙе». XVIII быуат аҙағында наурыҙдар «игенселек менән мәшғүл» булалар, йәйләүгә сығып, малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. XIX быуаттың 40-сы йылдар башында 265 кешегә ни бары 64 бот ҡыш һәм 352 бот яҙғы икмәк сәселә. Был ауылда, Илсекәйҙәге кеүек үк, балыҡсылыҡ үҫешкән. Таҡта ярыу эшен ойошторолған. Мәсет һәм дини «мәктәп» булған[4][5].

Топонимикаһы

үҙгәртергә

Тарихи яҙмаларға ярашлы, Һарт-Наурыҙға 1712 йылда нигеҙ һалына. Легенда буйынса, Кәлсир исемле башҡорт Бохара яғынан ҡайтҡан кешеләргә Еҙем ҡултығы менән Ағиҙел ҡушылған ерҙәрҙән урын күрһәткән. Был кешеләр, айырыуса ҡарт-ҡоролары, һарт телендә һөйләшкән. Шуға ла башҡорттар уларҙы һарт тип йөрөткәндәр. Һарттар ауыл ҡорғанда, Наурыҙ исемле кеше уларға ярҙам итеп йөрөгән. Ауылдың Һарт-Наурыҙ тип аталыуы ошоға бәйле.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 741
1920 йыл 26 август 879
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 920
1959 йыл 15 ғинуар 743
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 494
2002 йыл 9 октябрь 467
2010 йыл 14 октябрь 404 189 215 46,8 53,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Хөсәйенов Марат Әсҡәт улы (15 май 1944 йыл — 12 декабрь 2016 йыл), хужалыҡ эшмәкәре. 1972—2008 йылдарҙа Өфөнәң Электр транспорты идаралығында яуаплы вазифаларҙа. Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2000) атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы транспорт хеҙмәткәре (2000)[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә