Үҙәндәр (тарихи өлкә)

Үҙәндәр — Волга һәм Урал (Яйыҡ) бассейндары араһына йырып ингән һәм Рәсәйҙең Һарытау өлкәһе һәм Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһе буйлап параллель рәүештә аҡҡан Оло Үҙән һәм Кесе Үҙән дала йылғалары бассейны өлкәһенең тарихи атамаһы.

Үҙәндәр
Дәүләт  Рәсәй

Үҙәндәр тәбиғәте үҙгәртергә

Оло һәм Кесе Үҙән йылғалары Дөйөм Һырттың көньяҡ-көнбайыш битләүендә башланалар, башлыса көньяҡ йүнәлештә ағалар. Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһе сиктәрендә йылғалар Ҡамыш-Һамар исеме аҫтында билдәле булған ваҡ күлдәр һәм һаҙлыҡтарҙың киң системаһына күсәләр. Унда ысынлап та ҡамыш күп. Йәй ахырында йылғаларҙың түбәнге ағымында һыу әскелтем-тоҙло була һәм ҡулланыуға яраҡһыҙға әйләнә. Бер версия буйынса, ҡасандыр Үҙәндәр Каспий диңгеҙенең төньяҡ ҡултығына ағып төшкәндәр. Каспий диңгеҙе һуңынан көньяҡҡа сигенгән һәм үҙенең артынан Ҡамыш-Һамар күлдәренең бер бөтөн системаһын барлыҡҡа килтергән, әлеге күлдәрҙең кимәле Каспий диңгеҙенекенән түбән. Был күлдәр ултырма тоҙло күлдәр, һыуы ныҡ әсе һәм электән «үҙән» тоҙо исеме аҫтында билдәле. 1973 йылдан алып Һарытау һуғарыу каналы аша 15 апрелдән 15 ноябргә тиклем йыл һайын Оло Үҙән инешенә уртаса 13,2 м³/с сығымы менән Волга һыуын биреү ойошторола. Һөҙөмтәлә гидрологик режим ҡырҡа үҙгәрҙе: йәйге осорҙа ағып төшкән һыу күләме артты.

Үҙәндәрҙә бик күп балыҡ көн итә; текә битләүҙәрҙә һәм һыу төбөндә йыш ҡына мамонт (тештәр, һуҡҡы тештәр, һөйәктәр) һәм Европа турының (Bos primigenius) ҡалдыҡтарын табалар, ерле халыҡҡа улар «ҡәҙимге үгеҙ» исеме аҫтында билдәле. Яҙғы ташҡындар бесәнгә бай киң туғайҙарҙы барлыҡҡа килтерә, элекке ваҡытта бында йөҙ меңләп һарыҡ һәм ун меңләп йылҡы көткәндәр.

Үҙәндәрҙең боронғолоҡтары үҙгәртергә

Үҙән археологик ҡомартҡылары билдәле, улар араһында урта быуат ҡәберлектәре менән ҡурғандар. Мокринск кәберлегендә Алтын Урҙа осорондағы көмөш тәңкәләр табылған[1]. Бында оҙаҡ ваҡыт нуғайҙар көн иткән, улар менән Яйыҡ казактары һуғыш алып барған.

«Үҙәндәр» тарихи-географик термины үҙгәртергә

Күп быуаттар дауамында Үҙәндәр (үҙенең бөтә һуҙымында), административ- географик сиктәренә өлөшләтә генә инһә лә (уның түбәнге ағымында), Яйыҡ казак ғәскәре йоғонтоһонда булалар[2]. Нәҡ Яйыҡ казактары дөйөмләштергән атама итеп ҡыҫҡа һәм үткер Үҙәндәр (Узени) һүҙен ҡулланышҡа индерәләр.

Үҙәндәрҙә төрлө яҡтарҙан ҡасҡындар ҡамыш араһында ер өйҙәрен төҙәгәндәр. Бында XVIII быуат аҙағына күбәйеп киткән старообрядсылар скиттары һәм храмдары урынлаша. Уларға нигеҙ һалыусылар Яйыҡ «горынычтары»[3], шулай уҡ Үҙәк Рәсәйҙән килгән староверҙар һәм Петр III мәрхәмәтле указынан һуң — Речь Посполитаянан старовер- реэмигранттар була. Тап ошонда, Үҙәндәргә, 1772 йылда Чика-Зарубин Ембулат һәләкәтенән һуң ғәскәр байрағын алып килә[4]. Тиҙҙән Чика үҙен батша тип атаған Емельян Пугачевтың арҡалашы булып китә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Үҙәндәрҙә,Казак Таловкаһы тирәһендә Творогов һәм башҡа заговорсылар Пугачевты тотоп хөкүмәткә тапшыралар[5]

Һәр хәлдә Пугачев ихтилалынан һуң «Үҙәндәр» казак термины Рәсәй империяһының рәсми делопроизводствоһына индерелә. 1787 йылдың 3 декабрендә Екатерина II «О построении укрепления при урочище Узенях, в Саратовской губернии» исемле указына ҡул ҡуя[6].

1787 йылдың 11 декабрендәге указды алған Воронеж һәм Һарытау генерал-губернаторы В. А. Чертков ҡыйын хәлгә ҡала, сөнки ҡыш ваҡытында Үҙәндәргә барып етеү мөмкинлеге булмай. Наместник П. С. Потемкиндың элекке Һарытау Волга аръяғы планынан ҡәлғә урынын һайлайҙар. Әйтергә кәрәк, урын бик уңайлы һайланған булып сыға: көньяҡтан — йылға, уның аръяғында — имән урманы, төньяҡтан — асыҡ күренеп ятҡан дала. Декабрь аҙағында проектлау һыҙмалары Санкт-Петербургка оҙатыла.

Оло Үҙән йылғаһындағы ҡәлғәғә нигеҙ 1788 йылдың май айында һалына. Капитан Зубков етәкселегендәге инженер командаһы участкаларҙы билгәләүгә тотона. Төҙөлөш эштәренең шаһиты — Һарытау Крестовоздвиженск сиркәүе дьягы Г. А. Скопин көндәлегендә яҙып ҡалдырған:

  Май айында Үҙәндәрҙә яңы ҡалаға нигеҙ һалдылар, унда наместник Чертков та булды.  

Тиҙҙән Петербургта Чертковтан ентекле рапорт алына, рапортта ул ҡала-ҡәлғәгә нигеҙ һалыныуы тураһында хәбәр итә һәм ғәли йәнәптәренән ҡәлғәнең атамаһы тураһында һорай. 1788 йылдың 21 авгусында Екатерина II ҡыҫҡа бойороҡ бирә:

  Город сей именовать Узени[7].  

Шулай итеп, ҡала-ҡәлғә төбәк менән береш атама ала. Ҡәлғә төҙөк күпмөйөш формаһында төҙөлгән. Уны өс сажин киңлегендәге һәм тәрәнлеге ике сажин булған соҡор урата. Соҡорҙан ике сажин алыҫлыҡта — ер үре, унда 49 орудиелы 12 батарея урынлаша.Ҡәлғәнең биш ҡапҡаһыбула: Һарытау, Ырғыҙ, Урал һәм ике Үҙән. Шулай уҡ биш будкалы һәм платформалы күперҙәр була[8].

1788 йылдың 21 авгусында Екатерина Үҙәндәргә крәҫтиәндәрҙең күсеп ултырыуы тураһында Указ сығара. Был указға ярашлы, Үҙәк Рәсәйҙән һәм Украинанан әҙ ерле крәҫтиәндәрҙең Волга аръяғына күсенеүе башлана. 1790 йылда Чертанла ауылына нигеҙ һалына (һуңғараҡ Новоузенск ҡалаһы тип үҙгәртелә).

1797 йылдың ғинуарында Павел I Ырғыҙға, Яйыҡҡа һәм Үҙәндәргә үҙенең шәхси вәкилен — сенатор П. С. Руничты ебәрә һәм уға киләһе наказын бирә:

  Ехать Вам в Узени и прилежащие места, уверить жительствующих о моём к ним благоволении и о желании видеть их всегда в спокойствии и довольствии.  

«Үҙәндәр» термины А. С. Пушкиндың "Пугачев болаһы тарихында " һәм П. П . һәм П. Семенов-Тян-Шанскийҙарҙың «Рәсәй» китабының VI томында, шулай уҡ ҡайһы бер википедия мәҡәләрендә осрай.

Граждандар һуғышы йылдарында Үҙәндәрҙә ҡыҙыл частары һәм Яйыҡ казак ғәскәре араһында ҡаты һәм аяуһыҙ бәрелештәр бара[9]. Казактар был тиңһеҙ көрәштә еңеләләр. Совет фәнни һәм белешмә әҙәбиәтендә «Үҙәндәр» термины бик һирәк осрай. 1928 йылда Үҙәндәрҙең байтаҡ өлөшө Новоузенск районы составына инә — Волга аръяғында иң эре район. Баштан Новоузенск районы Пугачев округы составына инә. 1930 йылда Түбәнге Волга крайының ҡарамағына күсерелә, ә 1934 йылдан — Һарытау өлкәһенә. 1937 йылда Үҙәндәргә Совет Әзербәйжанынан курдтар күсерелә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Пачкалов А. В. — Нумизматические находки в могильнике Мокринский I // Вопросы истории и археологии Западного Казахстана. № 1/2009. Уральск. С. 276—281.
  2. Основанного Василием Гугной в самом конце XIV века — приблизительно, в 1396 году. См. статьи К. Э. Козубского в разделе «Библиография».
  3. В частности, иноки разгромленного в 1741 году Шацкого монастыря (основанного атаманом Нечаем Шацким).
  4. По мнению яицкого казака Д. К. Караваева, Зарубин «знал все урочища безопасные» в сфере влияния Яицкого войска. На Узенях же, возможно, скрывался тогда и другой яицкий повстанец — Андрей Овчинников.
  5. В угоду казахским националистам, сей посёлок получил в XX веке «усечённое» имя — Казталовка: так, чтоб непонятно было, какая ж это Таловка, Казачья или Казахская?
  6. http://kurilovka.orthodoxy.ru/images/stories/history/sxema_bold.jpg(недоступная ссылка)
  7. В исторической литературе также бытуют названия «Город Узень» и «Крепость Узень».
  8. К настоящему времени от крепости остались только валы. Рвы превратились в мусорную свалку.
  9.   Было суверенным государством в 1396-1721 годах и затем в 1917-20 годах.  
     — Козубский К. Э. Кому рукоплескал архиепископ? — «Наши Вести» (Санта-Роза), № 444 (2745)/ сентябрь 1996 г.

Библиография үҙгәртергә

  • Девлеткамов М. И. Вехи борьбы за Яик // Ракурс. — 2004. — № 2, январь.
  • Книга Большому Чертежу. — М., 1627.
  • Козубский К. Э. Борьба за Яик. — Русский Вестник, № 36-37 (68-69)/ октябрь 1992.
  • Козубский К. Э. Кому рукоплескал архиепископ? — Наши Вести (Санта-Роза), № 444 (2745)/ сентябрь 1996 г.
  • Козубский К. Э. Стёртая большевиками государственность. — Третья сила (Самара), № 1 (5)/ апрель 1992.
  • Пачкалов А. В. Нумизматические находки в могильнике Мокринский I. — Вопросы истории и археологии Западного Казахстана (Уральск), № 1/ 2009.
  • Пушкин А. С. История пугачевского бунта. ч. 1—2 — СПб, 1834.
  • Рознер И. Г. Яик перед бурей. — М., Мысль, 1966.
  • Семёнов В. П. (с 1907 г. — Семёнов-Тян-Шанский В. П.) Россия. Полное географическое описание нашего Отечества, том VI — СПб, 1901.
  • Тамбовцев Василий Топографическое описание полей и вод Яицких. — СПб, 1770.